Ауыл хужалығы инс-титутын тамамлап, йүнәлтмә буйынса йәш белгесте “Йондоҙ” колхозына агроном итеп ебәрәләр. Килеү менән йәш белгес баштан-аяҡ эшкә сума. Уға тиклем колхозда агроном юҡ ине. Тормош иптәше Әлшәй ҡыҙы Венера менән бер институтта уҡығандар. Ул колхоз идаралығында баш бухгалтер булып эшләне. Венера мәрхүмә инде, ауыр тупрағы еңел булһын. Шамил эш башлағас, баҫыуҙарға күпләп иген, шәкәр сөгөлдөрө сәстеләр. Әмәлгә таянғандай, уңыш мул булды. Игенде гектарынан 30-35 ц, ә шәкәр сөгөлдөрөн – 400-450 ц йыйып алдылар. Ул йылдарҙа бар ауыл халҡы – уҡыусылар, уҡытыусылар һәм башҡа ойошма хеҙмәткәрҙәре колхоз эшенә дәррәү сыға торғайны. Етештерелгән уңыш дәүләткә тапшырылды, “Йондоҙ” колхозына мул ғына килем килтерҙе. Хеҙмәт алдынғылары Мәскәүгә Ауыл хужалығы күргәҙмәһенә барып ҡайттылар, улар араһында Шамил Адиев та бар ине. Уның хеҙмәте юғары баһаланды – күргәҙмәнең миҙалы һәм Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Әле Шамил хаҡлы ялда, баҡсаһында емеш-еләк, йәшелсә, алма-грушалар үҫтереп, юғары уңыш ала. Үҙе күп уҡый, өй китапханаһы бар. Оҫта шахматсы ла, төрлө турнирҙарҙың еңеүсеһе лә булды. Бына ошондай ауылдашым йәшәй.