+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2018, 13:43

Һайлауға ҡағылышлы киң таралған һорауҙар

1. Үҙемдең һайлау участкаһы адресын ҡайҙан белә алам? Беренсенән, һайлау тураһында ҡануниәткә ярашлы, һайлау участкалары исемлеге, сиктәре күрһәтелеп (әгәр һайлау участкаһы тораҡ пункттың бер өлөшөндә булдырылған булһа), йәки тораҡ пункттар һанап сығылып (һайлау участкаһы бер йәки бер нисә тораҡ пункт биләмәһендә булдырылһа), һайлау комиссияларының номеры, урынлашҡан урыны һәм тауыш биреү өсөн биналар күрһәтелеп, муниципаль район хакимиәте, ҡала округы башлығы, ә биләмәнең урындағы үҙидара органына һайлау үткәрелгәндә – урындағы биләмә башлығы тарафынан тауыш биреүгә тиклем 40 көн алда баҫтырып сығарыла. Хакимиәт башлығының был хаҡтағы бойороғо йәки ҡарары урындағы үҙидара органдарының акттары баҫыла торған гәзиттә донъя күрергә тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, ул тағы ла хакимиәттең һәм һайлау комиссияһының интернет-сайтына ла урынлаштырыла.

1. Үҙемдең һайлау участкаһы адресын ҡайҙан белә алам?

Беренсенән, һайлау тураһында ҡануниәткә ярашлы, һайлау участкалары исемлеге, сиктәре күрһәтелеп (әгәр һайлау участкаһы тораҡ пункттың бер өлөшөндә булдырылған булһа), йәки тораҡ пункттар һанап сығылып (һайлау участкаһы бер йәки бер нисә тораҡ пункт биләмәһендә булдырылһа), һайлау комиссияларының номеры, урынлашҡан урыны һәм тауыш биреү өсөн биналар күрһәтелеп, муниципаль район хакимиәте, ҡала округы башлығы, ә биләмәнең урындағы үҙидара органына һайлау үткәрелгәндә – урындағы биләмә башлығы тарафынан тауыш биреүгә тиклем 40 көн алда баҫтырып сығарыла. Хакимиәт башлығының был хаҡтағы бойороғо йәки ҡарары урындағы үҙидара органдарының акттары баҫыла торған гәзиттә донъя күрергә тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, ул тағы ла хакимиәттең һәм һайлау комиссияһының интернет-сайтына ла урынлаштырыла.

Икенсенән, был мәғлүмәтте һеҙ, үҙегеҙҙең йәшәгән адресты хәбәр итеп, территориаль һайлау комиссияһында белә алаһығыҙ.

Өсөнсөнән, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтындағы “Үҙ участкаңды тап” эҙләү системаһы ярҙамында, үҙеңдең йәшәгән урын адресын атап, кәрәкле мәғлүмәт ала алаһығыҙ.

2. Үҙемдең һайлаусылар исемлегенә индерелгәнменме, юҡмы икәнен ҡайҙа һәм ҡасан ҡарай алам?

“Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында” 2002 йылдың 12 июнендәге 67-ФЗ һанлы Федераль закондың 17-се статьяһы 15-се пунктына ярашлы, тауыш биреүгә 10 көн ҡала һеҙ участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итеп, һайлаусылар исемлегенә индерелгәнме, юҡмы икәнегеҙҙе белешергә мөмкинһегеҙ.

3. Ҡатыным йәки ҡартайған атай-әсәйем урынына тауыш бирә аламмы?

“Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында” 2002 йылдың 12 июнендәге 67-ФЗ һанлы Федераль закондың 64-се статьяһы 4-се пунктына ярашлы, һәр һайлаусы, референдумда ҡатнашыусы үҙе тауыш бирә, башҡа кешеләр өсөн тауыш бирергә рөхсәт ителмәй.

4. Вахта ысулы менән эшләйем һәм йыш ҡына миңә күпмелер ваҡыт Рәсәй Федерацияһының бүтән субъекттарында булырға тура килә. Тауыш биреү көнөндә башҡа төбәктә булырға тура килһә, миңә нисек тауыш бирергә?

2018 йылдың 18 мартында буласаҡ Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа граждандар үҙҙәре барған ерҙә, иҫәптән төшөү таныҡлыҡтары алмайынса тауыш бирә аласаҡ. Рәсәй граждандары өсөн бындай мөмкинлек 2017 йылда барлыҡҡа килде. Тик һайлауға тиклем 45 көндән дә иртәрәк түгел һәм 5 көндән дә һуңламайынса яҡындағы территориаль һайлау комиссияһына ғариза бирергә кәрәк. Граждандарға уңайлы булһын өсөн ғаризаларҙы күп функциялы үҙәктәрҙә һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” (“Госуслуги”) порталында ла ҡабул итәләр.

Әгәр һеҙ һайлау көнөндә үҙ һайлау участкағыҙҙан ситтә буласағығыҙҙы һайлауға дүрт көн ҡалғас йәки унан да һуңыраҡ белһәгеҙ, үҙегеҙ теркәлгән урындағы участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, унда барған ерегеҙҙә нисек тауыш бирергә икәнен аңлатырҙар.

5. Мин студент. Магнитогорскиҙа теркәлгәнмен, йәшәүем – Өфөлә. Тауыш биреү көнөндә уҡыуҙа буласаҡмын. Миңә нисек тауыш бирергә?

“Үҙ” һайлау участкаңдан ситтә тауыш биреү тәртибе студент-һайлаусыларға ла ҡағыла.

6. “Һайлауҙар” ДАС-ы нимә ул?

Рәсәй Федерацияһының “Һайлауҙар” дәүләт автоматлаштырылған системаһы – һайлауҙарҙы һәм референдумдарҙы әҙерләп уҙғарғанда мәғлүмәт процестарын бойомға ашырыусы автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы ул. “Һайлауҙар” ДАС-ы ярҙамында Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә үткән һайлауҙар һөҙөмтәһе менән танышырға була.

7. Киң мәғлүмәт сараларында, һайлауҙарҙа QR-кодтар ҡулланыласаҡ, тип яҙалар. Был нимә ул һәм ни өсөн кәрәк?

QR-код (инглизсә quick response – тиҙ яуаплау) – ул штрих-кодтың камиллаштырылған (ике үлсәмле) версияһы, мәғлүмәтте тиҙ генә, шул иҫәптән кеҫә телефондарындағы камера ярҙамында танып, уҡыу өсөн ҡулланыла. QR-кодтар участка комиссияларының тауыш биреү һөҙөмтәләре тураһындағы протоколдарын автоматлаштыра һәм протоколдарҙы “Һайлауҙар” ДАС-ына тиҙәйтеп һәм хатаһыҙ индереүҙе тәьмин итә.

8. Һаулыҡ торошо буйынса та-уыш биреү урынына бара алмайым, миңә ни эшләргә?

Һеҙгә тауыш биреү бинаһынан ситтә тауыш биреү мөмкинлеге биреүҙе һорап участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Яҙма ғаризаны үҙегеҙ шәхсән дә, берәй кеше аша ла тапшыра алаһығыҙ, шулай уҡ участка һайлау комиссияһы телефонына үҙегеҙ йәки берәйһенән (туғанығыҙ, күршегеҙ, танышығыҙ, социаль хеҙмәт хеҙмәткәре һ.б.) шылтыраттырырға була. Бындай ғариза тауыш биреүгә 10 көн ҡалғандан һуң, әммә тауыш биреү тамамланырҙан кәмендә 6 сәғәт алда бирелергә тейеш (федераль һайлауҙарҙа – урындағы ваҡыт менән тауыш биреү көнөндә 14.00 сәғәткә тиклем). Шунан һуң һеҙгә тауыш биреү көнөндә махсус тауыш биреү йәшниге тотоп участка һайлау комиссияһы ағзалары килеүен паспортығыҙҙы әҙерләп, өйҙә генә көтөргә ҡала.

9. Агитация материалдарын таратырға нисә йәштән рөхсәт ителә?

“Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында” 2002 йылдың 12 июнендәге 67-ФЗ һанлы Федераль закондың 48-се статьяһы 6-сы пунктына ярашлы, һайлау алды агитацияһына, референдум һорауҙары буйынса агитацияға тауыш биреү көнөнә 18 йәше тулмаған граждандарҙы йәлеп итеү тыйыла.

10. Мин һайлау участкаһына тауыш бирергә килдем, әммә һайлаусылар исемлегендә юҡмын икән, ти. Миңә ни эшләргә?

Һеҙгә үҙегеҙҙе һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һорап ғариза яҙырға кәрәк. Йәшәгән урынығыҙ үҙегеҙҙең һайлау участкаһы сиктәрендә булыуын раҫлаған пас-порт, йәки уны алмаштырыусы документ нигеҙендә һеҙ һайлаусылар исемлегенә индереләсәкһегеҙ.
Читайте нас: