+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2018, 13:50

Бәхетле бала саҡ һағында

1918 йылдың ғинуарында Рәсәйҙә “Бәлиғ булмағандар комиссиялары хаҡында” декрет ҡабул ителә. 2018 йылдың 14 ғинуарында Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия-лар булдырылыуға 100 йыл тулды. Был көндөң әһәмиәтен баһаламау мөмкин түгел, сөнки комиссиялар быуаттар буйынса балаларҙы ҡыйырһытылыуҙан, уларға ҡарата көс ҡулланыуҙан һаҡлау, социаль мөхиттәге кире йоғонто кеүек проблемаларҙы хәл итеүҙә мөһим роль уйнай.

1918 йылдың ғинуарында Рәсәйҙә “Бәлиғ булмағандар комиссиялары хаҡында” декрет ҡабул ителә. 2018 йылдың 14 ғинуарында Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия-лар булдырылыуға 100 йыл тулды. Был көндөң әһәмиәтен баһаламау мөмкин түгел, сөнки комиссиялар быуаттар буйынса балаларҙы ҡыйырһытылыуҙан, уларға ҡарата көс ҡулланыуҙан һаҡлау, социаль мөхиттәге кире йоғонто кеүек проблемаларҙы хәл итеүҙә мөһим роль уйнай.

Был йүнәлештә Ғафури район хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән Бәлиғ булмағандар эштәре һәм хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ҙур эш башҡара. Һуңғы 7 йылда уның рәйесе булып район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Йәғәфәр улы Салауатов тора. 2004 йылдан комиссияның яуаплы сәркәтибе – Альмира Рәмил ҡыҙы Уренева. Был структураның бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы уларға һүҙ бирҙек.

Руслан САЛАУАТОВ:

- Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның эшмәкәрлеге 1999 йылдың 24 июнендәге 120-се һанлы “Бәлиғ булмағандарҙың берәҙәклеген һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын профилактикалау системаһы нигеҙҙәре хаҡында” Федераль законға ярашлы бойомға ашырыла. Комиссияның төп бурысы – бөтә органдар һәм учреждениеларҙың көсөн бер урынға туплау һәм берлектә эшләү. Бөгөнгө көндә уның составына балалар һәм үҫмерҙәр менән эшләүсе, уларҙың һаулығын нығытыусы, хоҡуғын яҡлаусы, бәлиғ булмағандар араһында берәҙәклек һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эш алып барған мәғариф, һаулыҡ һаҡлау бүлектәре, эске эштәр, опека һәм попечителлек, социаль тәьминәт, социаль яҡлау органдары һәм башҡа учреждение-ойошмалар вәкилдәре инә. Уларҙан тыш, ултырыштарҙа район прокуратураһы вәкилдәре лә ҡатнаша.

Баланың күңел торошо ла, ҡылығы һәм сәләмәтлеге лә ғаиләләге хәл-торошҡа, ата-әсәһенең ниндәй тормош алып барыуына бәйле. Шуға ла ниндәй ҙә булһа бала менән насар хәл килеп тыуған һәм эш Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тиклем килеп еткән икән, тимәк, тәү сиратта уның сәбәптәре атай-әсәйҙән һорала.

Ауылдарҙа балалар һәм үҫмерҙәр менән бәйле ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, һәр төрлө мәғлүмәтте Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ауыл биләмәһе хакимиәте, мәғариф учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренән, фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры һәм участка уполномоченныйынан үҙ ваҡытында ала. Һәм борсоулы сигналға иң тәүгеләрҙән булып йоғонто яһай. Улар профилактика буйынса төп органдар булып ҡала, ата-әсәләр араһында балалар хәүефһеҙлеге хаҡында пропаганда алып баралар, һәр бер баланы контролдә тоталар. Бәлиғ булмағандарҙың үҙ белдеге менән ғаиләнән һәм учреждениены ҡалдырып китеүен иҫкәртеү маҡсатында үҫмерҙәр менән профилактик системаның бөтә органдары ла эшләй, профилактик әңгәмәләр уҙғарыла.

Белем биреү учреждениеларының тәрбиәүи эштәр планына сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, бәлиғ булмағандарҙы алкоголизм һәм наркомания кеүек кире күренештәрҙән профилактикалау (осрашыуҙар, сығыштар, әңгәмәләр) кеүек саралар индерелгән. Был сараларҙы уҙғарыуға шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре (район эске эштәр бүлегенең Бәлиғ булмағандар эштәре бу-йынса төркөм инспекторҙары), Опека һәм попечителлек секторы хеҙмәткәрҙәре, социаль хеҙмәттәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, Бәлиғ булмағандар эштәре һәм хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ағзалары йәлеп ителә.

Күптәр Бәлиғ булмағандар эштәре һәм хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияны ниндәйҙер яза биреүсе структура тип иҫәпләй. Бәлиғ булмағандарҙың ҡылыҡтарын тикшереп, беҙ, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы эш итеп, штрафтар һалабыҙ, балаларҙы ваҡытлыса ғаиләнән алып китеп, махсуслашҡан учреждениеларға урынлаштырабыҙ. Әммә граждандар шуны аңлаһын ине, быларҙың барыһы ла вайымһыҙ ата-әсәләр аҡылына килһен өсөн эшләнә. Ә балаларҙы приютҡа йәки яңы тыуған сабыйҙар өсөн махсус йорттарға, йә булмаһа туғандары ҡарамағына биреү уларҙы бары тик насар мөхиттән ҡурсалау өсөн эшләнә. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ағзалары балалар аяныслы хәлдә, йәғни улар көн күргән йорттарҙа һыуыҡ, ашарға булмағанда, ә күпселек осраҡта ата-әсәләре иҫерек хәлдә булғанда бындай сараларҙы ҡуллана. Улар үҙҙәре генә упҡынға тәгәрәмәй, ә сабыйҙарын да унда һөйрәүе үтә лә аяныслы.

Имен булмаған ғаиләләр буйынса эш даими алып барыла, хатта ҡайһы ваҡыт төндә лә урындарға сығырға тура килә. Планлы рейдтар һәм борсоулы сигнал буйынса урындарға сыҡҡан ваҡытта күргәндәребеҙгә акт төҙөйбөҙ, һорашабыҙ, ғәмһеҙ ата-әсәләр менән етди рәүештә әңгәмәләшәбеҙ. Был ваҡытта һәр береһенә һәр йәһәттән ярҙам тәҡдим итәбеҙ, эскелектән арыныу, башҡа сирҙәрҙән дауаланыу өсөн медицина белгестәренә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта үҫешендә ниндәйҙер тайпылышы, тәртибендә йәки уҡыуында ниндәйҙер

проблемалары булған бәлиғ булмағандарға социаль-психологик һәм педагогик ярҙам күрһәтеү буйынса эш алып барыла.

Был йәһәттән барлыҡ функция һәм мөмкинлектәре менән профилактик орган булараҡ Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияның роле баһалап бөткөһөҙ, - тине һүҙен йомғаҡлап Руслан Йәғәфәр улы.

Альмира УРЕНЕВА:

- Имен булмаған ғаиләләр иҫәбе һәм уларҙы категорияларға бүлеүгә килгәндә, был йәһәттән белем биреү учреждениеларында мәктәп эсендә иҫәп алып барылһа, ауыл биләмәләре хакимиәттәрендә имен булмаған ғаиләләр исемлеге бар. Улар буйынса даими рәүештә эш алып барыла, ә беҙҙең, йәғни Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия иҫәбенә киҫкен хәлгә килеп еткән ғаиләләр ҡуйыла. Был исемлекте йәмғиәттә социаль хәүефле хәлдәгеләр тулыландыра. Әле унда 65 ғаилә иҫәпләнә, дөйөм алғанда, был күләм йылдың-йылы ярайһы ғына үҙгәреп тора. Иҫәпкә алыныусылар һанының артыуын беҙ эш алымдарының камиллашыуы, эшмәкәрлегебеҙҙең эффектлылығы күтәрелеүе менән бәйләйбеҙ, һөҙөмтәлә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау яҡшыра.

Беҙ үҙ яғыбыҙҙан ауыр үҫмерҙәрҙе, имен булмаған ғаиләләрҙе әхлаҡи яҡтан һауыҡтырыуға, дөрөҫ юлға баҫтырыуға барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырышып эш итәбеҙ. Даими рәүештә контролдә тотолған ғаиләләрҙә булабыҙ, бәлиғ булмағандарҙың йәшәү шарттарын тикшерәбеҙ, белем биреү учреждениеларында дәрес ҡалдырған балаларҙы контролгә алабыҙ. Әгәр ҙә ата-әсәләрҙең балаларын тәрбиәләүҙән, аҫрауҙан, уҡытыуҙан уҫал баш тартыу һәм спиртлы эсемлектәр менән мауығыу осраҡтары күҙәтелмәй икән, комиссия менән берлектә иҫәптән төшөрөү ҡарары сығарабыҙ.

Быларҙан тыш, Комиссия профилактика системаһы органдары менән берлектә даими рәүештә енәйәт ҡылыу һәм хоҡуҡ боҙоуҙарға килтергән сәбәптәргә һәм шарттарға анализ яһай. Һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә тейешле саралар әҙерләнә.

Йыл һайын 20-ләп ғаилә Бәлиғ булмағандар эштәре һәм хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия иҫәбенән төшөрөлә. Ләкин йыш ҡына кемдер ысҡынып, ҡабаттан был исемлеккә эләгә.

Комиссия составына килгәндә, әлбиттә, ул төрлө өлкәлә эшләгән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙән генә түгел, ә районыбыҙҙың абруйлы шәхестәре булып торған кешеләрҙән тупланды. Бына, мәҫәлән, Бәлиғ булмағандар эштәре бу-йынса комиссияның алыштырғыһыҙ ағзаһы булып элекке Опека һәм попечителлек секторы мөдире Елена Николаевна Жукова торҙо. Район эске эштәр бүлегенең Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса төркөм инс-пекторы Андрей Анатольевич Балабонов, врач-педиатр Ольга Васильевна Никитина. Уларҙы районыбыҙ халҡы бик яҡшы белә, ә улар, үҙ сираттарында, ҡасандыр эштәре тикшерелгән һәр бер ата-әсәне һәм баланы тиерлек исемләп белеүҙәре маҡтауға лайыҡ. Иҫләйҙәр, сөнки улар бер ҡасан да вайымһыҙлыҡ күрһәтмәнеләр, ә ғәҙел булдылар, ауыр хәлдә ҡалғандарға һүҙ менән дә, эш менән дә һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыштылар.

Балалыҡты яҡлау буйынса үҙ ваҡытында был эште башлап ебәреүселәр – белгестәр һәм вазифа биләүселәр, Комиссияның элекке рәйестәре, яуаплы секретарҙары, ағзалары үҙҙәренең ҙур өлөшөн индергән. Үҙен был хеҙмәткә бағышлап, бай тәжрибәһен беҙҙең быуынға тапшырып ҡалдырған, әллә күпме баланы һәм ғаиләне күңелһеҙ эҙемтәләрҙән, афәттәрҙән ҡурсалап алып ҡалған кешеләр бик күп.

Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла элек эшләгәндәр һәм әле хеҙмәт итеүселәр бәлиғ булмағандар һәм уларҙың ата-әсәләре менән эш алып барыусы белгестәр генә түгел, ә педагог, психолог һәм юристар ҙа. Был Комиссияла бары тик балалар өсөн йәндәре өҙөлгән, ҡайғырған, уларҙың уңыштары өсөн ысын күңелдән һөйөнгән кешеләр генә эшләй ала.

Ғөмүмән, балаларҙан рәхмәт һүҙҙәре көтөргә кәрәкмәй ҙә. Беҙҙең өсөн уларҙың хәүефһеҙлеге, тамаҡтары туҡ, өҫтәре бөтөн булыуы, белем алыуҙары, ә бәлиғ булғас, үҙ ғаиләләрен ҡороуҙары һәм беҙҙең комиссия эшмәкәрлеге күҙенә салынмауҙары барлыҡ рәхмәттәрҙән дә артығыраҡ. Тап бына ошо беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк! – тине Альмира Уренева.
Читайте нас: