+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2018, 12:46

Исемдәрҙә боронғолоҡ сағыла

Үзбәк (элекке исеме Ҡарағайлы) ауылы бик боронғо иҫәпләнә. Уның боронғолоғо тирә-яҡтағы ер-һыу атамаларында һәм ауыл эргәһендә боронғо зыярат булыуында ла сағыла.

Үзбәк (элекке исеме Ҡарағайлы) ауылы бик боронғо иҫәпләнә. Уның боронғолоғо тирә-яҡтағы ер-һыу атамаларында һәм ауыл эргәһендә боронғо зыярат булыуында ла сағыла.

Ата-бабаларыбыҙ Рәсәй батшалығы алып барған сит ил һуғыштарында һәм походтарҙа һәр саҡ ҡатнашып килгән. Мәҫәлән, 1771-1773 йылдарҙағы Польша походында бик күп башҡорт ғәскәрҙәре, шул иҫәптән беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҡатнашҡан. Кесе Табын ырыуы старшинаһы Мәсәғүт Ишкәйев үҙенең 44 ырыуҙашы менән Ҡатай ырыуы старшинаһы Ишкинәй Айысов командаһы (5-се партия) составында була. Ошо уҡ походта Шайтан-Көҙәй волосы старшинаһы, Салауат Юлаевтың атаһы Юлай Аҙналин командаһында (6-сы партия) Кәлсер Табын ырыуы старшинаһы Тайыш Иткинин етәкселегендәге яугирҙар ҙа була. Мәсәғүт Ишкәйев еткселегендәге командала башлыса Үзбәк, Яугилде, Байымбәт, Үтәш ауылы кешеләре булыуы билдәле. Ошо походтан иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусыларҙың барыһы ла тиерлек Салауат Юлаев етәкселегендәге ихтилалға ҡушыла. Ул саҡта хәҙерге Үзбәк ауылы Ҡуҙғауыл йылғаһы буйында урынлашҡан булған һәм Ҡарағайлы исеме менән аталып йөрөтөлгән. Әлеге Үзбәк һәм Ерек ауылдары араһында бөгөнгәсә “Ҡарағай һаҙы”, “Ҡарағай соҡоро” тигән топономик атамалар бар. Ҡарағайлы исеме ауылға юҡтан ғына ҡушылмаған. Әүәл ауыл тирәләй ҡарағай урманы булған һәм был урман Оло Үтәш ауылы эргәһенән (бөгөн өлөшләтә һаҡланып ҡалған) Үзбәк ауылының хәҙерге зыя-ратына тиклем һуҙылған булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был урман яна. Әммә урмандың эҙҙәре һаҡланып ҡала. Бөгөнгө көнгәсә тегендә-бында йыуан-йыуан ҡарағай олондарының килеп сығыуы ошо хаҡта һөйләй. Ә инде “Йәкәү күле” тип йөрөтөлгән яһалма күл буйындағы һуңғы ҡарағайҙы 1949 йылда Еҙем-Ҡаран ауыл советы йортон төҙөгәндә киҫеп алып китәләр. Миңә был хаҡта Үзбәк ауылы аҡһаҡалы Тәлғәт ағай Бәширов (хәҙер мәрхүм инде) һөйләгәйне.

Ҡарағайлы ауылы ихтилалдан һуң яндырылғас, ауыл халҡы карателдәр иркен үтеп кереп йөрөй алмаҫлыҡ йылға-күлдәр араһына, һаҙамығыраҡ урынға күсенә.

Йылға-күлдәрҙең исемдәре һәр ҡайһыһы бер тарих һөйләй. Мәҫәлән: “Үгеҙ үлгән күл”, “Тәрән күл”, “Яҡтыкүл”(ауыл уртаһында ҡалып юҡҡа сығып бара), “Ҡара күл”, “Гранат күле”, “Йәйпәк күл”, “Серле күл”, “Ҡуҙғауыл йылғаһы” һ.б. Әүәл “Йәйпәк күле” һыуын ҡайһы бер күҙ ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланғандар. Һыуы ниндәй көскә эйә булғандыр, әйтеүе ҡыйын. Ни өсөн тигәндә быны бер кем дә тикшермәгән һәм өйрәнмәгән. Ә ниндәйҙер шифаһымы, тәмеме булғанлығын малдар ҙа белгән. Көтөүҙәге мал туғай үләненә ҡарағанда ошо күл ҡамышын яратып ашауы билдәле. Көҙ көнө ошо күл өҫтөнә тубы-тубы менән аҡҡош һәм торналар килеп тула. Көньяҡҡа китер алдынан был ҡоштар ошо күлдә хәл алып, көс туплап китәләр булһа кәрәк. Ә бына Серле күлгә килгәндә инде, уның ни өсөн “Серле” тип аталыуы әлегә мәғлүм түгел. Киләсәктә Серле күлдең серен сисәһе бар әле. Шулай уҡ Ыуарҙы, Ҡожай, Сигәй урманы һәм башҡа атамаларҙың да килеп сығышын өйрәнеү талап ителә.

Байымбәт менән Үзбәк ауылдары араһында “Әптек һырты” тип йөрөтөлгән урын бар. Баштараҡ был исемдең аталышын үҙебеҙсә төрлө-төрлө үләндәр үҫкәнгә шулай атағандар икән, тип уйлағайныҡ. Баҡһаң, был һырт юғарыла телгә алынған Польша походында һәм Салауат Юлаев яуында ҡатнашыусы Әптек Заһитовтың бесән сабынлығы булған икән. Халыҡ был урынды әле лә “Әптек һырты” тип йөрөтә.

Ауылыбыҙҙан йыраҡ түгел ниндәйҙер мөғжизә менән бер нисә ҡойо (исемдәре лә бар) һаҡланып ҡалған. Береһен “Шамай ҡойоһо”, икенсеһен “Алтын ҡойоһо” тип йөрөтәләр. Киләсәктә шул атамаларҙың килеп сығыу тарихын асыҡлау талап ителә. Был ҡойоларҙы матурлап уратып алғанда ла бик һәйбәт булыр ине.

“Сәғиҙә күле” атамаһының килеп сығышын эҙләй торғас Фәрғәт ҡорҙаш Ғәлин менән берлектә асыҡлыҡ индерҙек. Сәғиҙә 18-19-сы быуаттарҙа йәшәгән Үзбәк ауылы кешеһе. Шулай уҡ “Ҡуҙғауыл йылғаһы” атамаһының килеп сығышын өйрәнә торғас, фекерҙәшем Һаҙый Юлмөхәмәтов менән берлектә “Көҙгө ауыл” һүҙенән килеп сыҡҡанына инандыҡ. Үзбәк ауылының тәүге атамаһы ла “Ҡарағайлы” булыуы бәхәсһеҙ.

Үзбәк ауылының эргәһенән генә Баҫырмалы йылғаһы аға. Исеменең ҡайҙан килеп сыҡҡанлығын күптәр белмәй. Баҫырмалы – ул “Баҫтырмалы” һүҙенән килеп сыҡҡан. Элек, йәғни 1700-1730 йылдарҙа йылғаның күпере булмағанлыҡтан йылға аша баҫма һалып, шуның аша сығып йөрөгәндәр һәм баҫманы ауылдың йәш егеттәре һаҡлап торған. Баҫырмалы йылғаһы аша 1918 йылда күпер һалына. Уны Бурлы ауылының ҡыҙылармеецтары һалып китеүе билдәле. Шулай итеп, Үзбәк ауылында тәүге күпер барлыҡҡа килә. Күпер булмаған ваҡытта Үзбәк ауылына Ҡара күл яғынан ғына кереп булған. Күпер төҙөлгәндән һуң үҙәккә юл асыла. Юғарыла ата-бабаларыбыҙҙың карателдәрҙән һәм Табын казактарының сапҡын яһап тороуынан миктәп күл-һаҙлыҡтар уратып алған утрауға күсенеүе хаҡында әйтеп уҙғайным инде. Заманына күрә был утрау дошмандарҙан һаҡланыу өсөн бик ҡулайлы булған. Ауылда бер нисә керәшен йәшәүе лә билдәле. Улар ауылда ниндәй генә үҙгәреш булһа ла, “юғарыға” еткереп торор булғандар.

Хәҙерге Үзбәк ауылының барлыҡҡа килеү тарихы хаҡында алда бәйән иткәйнем инде. Халыҡ Ҡарағайлы ауылынан Үзбәккә күскәндән һуң, сығышы менән Самыш ауылынан булған старшина Мәсәғүт Ишкәйев үҙе нигеҙ һалған Мәсәғүт ауылынан Үзбәк ауылына күсенә. Күрәһең, яу баҫтырылғандан һуң яндырылған ауылын яңынан тергеҙеү ҡурҡыныс менән янағандыр. Мәсәғүт Ишкәйев нәҫеленән бөгөнгө Үзбәк ауылында 6 фамилия таралған. Нурдәүләтов, Шәйәхмәтов, Ишкилдин, Ғәлин, Иҫәнғәлин, Аҡҡоловтар ауылдың Самыш араһына ҡарай. Шулай итеп, ауылда “Ҡаһаҫ”, “Үзбәк”, “Самыш” аралары барлыҡҡа килә. Йылдар уҙа, ауыл да ҙурая, халыҡ ишәйә, аралар һаны ла арта. Булғандарына өҫтәп “Ҡуян”, “Бигәш”, “Аҡҡош”, “Һәргәй” аралары барлыҡҡа килә. 1740-1770 йылдарҙа ауылда йорттар һаны 45-50 тирәһе була. Ауылда башлыса малсылыҡ, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Бесәнде Ағиҙел йылғаһы буйындағы әрәмәлектә, туғайҙарҙа әҙерләп, ҡышын сана менән ташып алыр булғандар.

Үзбәк ауылы халҡына Бурлы, Ҡамыш кисеү, Баҫырмалы йылға-күлдәре исемдәре яҡшы таныш. Ҡасандыр Бурлы йылғаһы ауыл эргәһендәге күлгә килеп ҡоя торған булған. Ошо йылғала ауылдың тирмәне лә булған. Йылдар үтә тора Бурлы йылғаһы ағышын үҙгәрткән. Йылға үҙәне үҙгәрешенә һаҙлыҡ-күлдәрҙе ҡоротоу (мелиорация) осоро ла булышлыҡ итмәй ҡалмай. Әммә халыҡ хәтерендә бөгөн дә Бурлы, Ҡамыш кисеү, Баҫырмалы атамалары ҡулланыла.

1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында Үзбәк ауылынан байтаҡ кеше ҡатнаша. Уларҙың 7-һе түштәренә икешәр көмөш миҙал тағып ҡайтып төшә. Уларҙың барыһының да исем-шәрифтәре билдәле. Ошо яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында халыҡ бәйет сығарған:

Сигәй буйҙарында ҡоштар һайрай,

Тынып та ғына тора бер талай.

Сәңгелдәктә тулай сабый бала,

Ҡыҙ ҙа микән, әллә ир бала?

Баҫырмалы буйы, һай, күтерле,

Үтер инем булһа күпере.

Ил яҡлап та яуҙан ирҙәр ҡайта,

Дошмандарын еңеп, сүктереп.

Ҡамыш кисеү буйы, һай, ҡамышлы,

Ҡамыш менән үҫә лә ҡуҙғалаҡ.

Үзбәк уландары яуҙан ҡайта,

Саптар аттар килә юрғалап.

Ошондай бәйет тә халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡалған. Бына шулай, ер-һыу атамаларын өйрәнәйек, уларҙы һаҡлайыҡ һәм киләһе быуындарға еткерәйек.
Читайте нас: