2017 йылдың 19 авгусында Ҡормантау ауылының 280 йыллығына арнап “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ойошторолдо. Байрам юғары кимәлдә үтте һәм бының өсөн ойоштороусыларға – Тәнзилә Кәримова, Таңһылыу Рәхмәтуллина, Финзира Сәйғафарова, Фәүзиә Зәйнуллинаға ҙур рәхмәт. Байрамға күрше ауылдарҙа, сит тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштар, хатта тамырҙары менән Ҡормантауҙан булған, әле Германияла йәшәүсе Оксана ханым да ҡайтып төшкән.
Байрамда ауылдың үткәне, тарихы менән Мәләүез районында уҡытыусы булып эшләп йөрөүсе ауылдашыбыҙ Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Исламғолова таныштырҙы. Оло быуын вәкилдәре сәхнәгә күтәрелеп, һуғыш осорондағы ауырлыҡтар хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ауыл халҡын дәртләндереп төрлө номинацияларҙа бүләктәр тапшырылды. Килгән ҡунаҡтар өсөн мул табынлы өҫтәл әҙерләгәндәр. Был эште ирле-ҡатынлы Рәмзилә һәм Флүр Фәйзуллиндар, Эльвира Ғиззәтуллина башҡарҙы.
Сәхнәгә күтәрелеп, Ҡормантау халҡы өсөн йән атып йөрөгән ҡәҙерле атайым – Шәйәкбәр Шәйбәк улы Вәлиев тураһында һөйләргә уйлағайным. Әммә рег-ламент буйынса бирелгән биш минут ваҡыт эсендә өлгөрә алманым. Шуға ла атайым хаҡындағы яҡты иҫтәлекте “Табын” район гәзите аша еткерергә булдым.
Күпселек ауыл халҡы күрше Михайловка байҙарында батраклыҡта йөрөгән, минең атай ураҡ менән иген урған, бесәнен дә сапҡан, ат егеп йөк ташыған. Атай Беренсе донъя һуғышынан ҡайтҡас, батрак булыуҙан баш тартып, Ағиҙелдә һал ағыҙыу һөнәрен үҙләштерә, бер нисә кешенән торған артель ойоштороп урман киҫә, әҙерләнгән ағасты йылға ярына килтереп һал бәйләй. Һал Өфөгә тиклем ағыҙыла, те-йешле урынға тапшырылғас, эш хаҡы алына. Атай тоҙ ҡайнатыу һөнәрен дә үҙләштерә. Билдәле, Көгөш (Усолка) йылғаһы һыуында тоҙ бар, ҙур ҡаҙанда ҡайнатылған һыу парға әйләнеп һауаға оса, тоҙ ҡаҙанда ҡала. Эйе, әүәл аш тоҙо ҡиммәтле булған, шуға ла Көгөш тирәһендә тоҙ кәсебен үҙләштереүселәр күбәйгән.
Минең атай, Шәйәкбәр Шәйбәк улы Вәлиев 1895 йылда тыуған, Беренсе донъя һуғышы тамамланғас үҙ ауылына ҡайтыуға өлгәшә. Әйтергә кәрәк, ул башҡаларға ҡарағанда таҙараҡ кәүҙәле, буйға бейек, лидерлыҡ сифаттарына ла эйә булған.
1930 йылда Ҡормантау ауы-лында ике колхоз ойошторола, ә бер йыл самаһы үткәс ике колхоз берләштерелеп, “Ҡормантау” исемен ала. Колхоз рәйесе итеп атайым - Шәйәкбәр Вәлиев һайлана. Ауылдағы байыраҡ хужаларҙан тартып алынған малдарҙы бергә туплап ферма ойоштороу маҡсаты ҡуйыла. Әлбиттә, ауыл халҡының ризаһыҙлығы көслө була, хатта минең атайға балта тотоп ташланыусылар ҙа булған. Балта күтәреүсенең исемен әйтеү кәрәкмәҫ, моғайын, ә атайҙы ҡурсалаусыларҙың исемен әйтеп үтәйем. Балтаны тартып алыусылар Мансур бабай Зәйнуллин менән Хөрмәтулла ағай Ғәтиәтуллин була. Ауылда кулак итеп Себергә оҙатылырлыҡ кеше заты булмаған, һәр кем колхозға инеүҙе хуплаған. Әйтерең бармы, ауыл халҡынан тартып алынған мал менән генә алға китеп булмаған, әлбиттә, фермалар төҙөлгән, малдар һаны арттырылған. Ә бына йәйге көтөүлектәр Ағиҙелдең һул яҡ ярында булғанлыҡтан, һыйырҙарҙы көтөүлеккә сығарыу өсөн паром да төҙөлгән. Артабан һарыҡ фермаһы ла асыла. Ә бына сусҡа фермаһы ла булдырылғас, ит комбинатына мал күпләп оҙатыла, колхоз аҡсалы көндәрҙе лә күрә башлай. Артабан колхозда тауыҡ, ҡаҙ үрсетеү ҙә үҙләштерелә, йәшелсәгә лә иғтибар көсәйтелә. Ауыл халҡына трудодень иҫәбенә ҡыяр, помидор, ҡарбуз таратыу ҡыҙыҡлы була. Колхозда өс бригада ойошторола, һәр бригада үҙ аты менән эшләй. Ә бына ат ҡараусыларға атай үтә талапсан, иғтибарлы булды. Эйе, ат ҡәҙерен белеүселәр дәүере ине, бар эш тиерлек ат ярҙамында башҡарылды. Үгеҙ егеп эшләү ҙә бар ине. Үгеҙҙәрҙе оҙаҡ йылдар буйы Назар Хәсәнов ағай үҙ балалары кеүек күреп ҡараны. Ғөмүмән, колхозда ҡул көсө менән эшләүҙе кәметергә тырыштылар, механизацияға ынтылыу көсәйҙе. Ул саҡта тракторҙар МТС ҡарамағында ине, ә хаҡын түләү еңел түгел, игенләтә түләү ҡаралған. Иген һуғыу молотилкаһы ат көсө менән эшләй. Ауылға килтерелгән механизация иғтибарлы ҡулдар менән көйләнде. Мәҫәлән, Рәхимйән Суфиянов ауыл “Кулибины” булды, ә ике улы - Наил менән Рәүис һәр эшкә маһир инеләр. Рәхимйән ағай тимерсе лә ине. Ауылда тағы бер тимерсе булды, халыҡ уны Митри бабай тип йөрөттө. Был бабай бәләкәй генә буйлы, ҡара күҙле, һаҡаллы ине, тимер эшенә бигерәк оҫта булды, ауылда ярҙамы теймәгән бер өй ҙә, бер ғаилә лә булмағандыр. Арба-сана эшләүселәр, ә иҫкергәндәрен ремонтлаусы оҫталар күп ине. Ә бына колхоздағы ат сбруйҙары ҡайыштан ғына эшләнде. Был эште һуғыш ветераны Ғәлләметдин Ҡадиров башҡарҙы, ә ҡайышты уға Шәйхетдин бабай Шарапов тиренән эшләп бирә торғайны. Был кәсепкә хөкүмәт рөхсәте юҡ ине, йәшертен эшләнде. Бар әйберҙе ҡайыштан эшләп булмай, арҡаны ла, һәр төрлө бауҙары ла кәрәк. Байтаҡ һалабаш һалынды, сей йүкәнән ишелгән бауҙар әҙ ҡулланылманы. Шулай, беҙҙең арҡан-бауҙар өҙөлмәне, яңыһы ваҡытында бирелде. Ауылда “особо важный” арба-сана эшләүсе оҫта ла булды, Әхтәм ағай Хисмәтуллин тарантасын да, кашауайын да нисек эшләргә белде. Ғөмүмән, беҙҙең ауыл халҡы үтә тырыш булды, һәр эш еренә еткереп башҡарылды.
Ә бына ҡул көсө менән башҡарыла торған эштәр күберәген ҡатын-ҡыҙға йөкмәтелде. Иген үҫтереүҙең иң ҡыйыны сүп утау, ураҡ урыу. Сөгөлдөр, бәрәңге эшкәртеү ҙә ҡатын-ҡыҙ иңендә ине. Бындай эштәрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙар түҙемле булды.
Шуға ла беҙҙең колхоздан элеваторға килтерелгән иген алабута, әреме булмағанлыҡтан сифатлыраҡ ине. Шулай итеп, беҙҙең иген ҡиммәтерәк хаҡҡа алынды, шуға ла беҙҙең колхоз байыраҡ булды. Ул йылдарҙа районда “Еңербеҙ” тип аталған гәзит сыға ине, колхоздарҙағы эш барышы тураһында сводкалар бирелде. Ә сводкаларҙа һәр саҡ “Ҡормантау” колхозы беренсе итеп күрһәтелде. Ураҡ тотоп фотоға төшөрөлгән Мөнәүәрә еңгә лә гәзиттәрҙә йыш күрһәтелде. Колхозда айырым
төҙөүселәр бригадаһы ла бар ине. Шуға ла ауылдағы ҡаралтылар һәр саҡ төҙөк, матур күренештә булды. Бригада яңы мәктәп төҙөргә лә форсат тапты. Колхоз пилорамаһы ла туҡтамай эшләне.
“Кадрҙар барыһын да хәл итә” – тип бик дөрөҫ әйтелгән, тик колхоз ойошторолған саҡта ғына кадрҙарға ҡытлыҡ була. Ә колхоз рәйесенең белеме ауыл мәҙрәсәһе менән генә сикләнгән, башҡа белеме булмаған. Белеүемсә, мәҙрәсәлә Ҡөрьән сүрәләрен генә ятлау булмаған, математика һәм тағы ниндәйҙер фән уҡытылған. Ә шулай ҙа атай немец пленында булған ваҡытында техника ҡулланып эшләгәндәрҙе күреп байтаҡ тәжрибә алған. Беҙҙең колхозда ер эшкәртеү белгесе булып Хәлфетдин Исламғолов эшләне, көн-төн яланда булды. Ул ер эшкәртеүселәргә тынғы бирмәне - өйрәтте, эш сифатын тикшереп торҙо. Колхозда оҙаҡ йылдар бухгалтер булып Дацун фамилиялы ят кеше эшләне, ә ул киткәс был вазифаны Хәмит Хәмзин үтәне. Һәр саҡ кадрҙар үҫтереү хәстәре күрелде, ауыл егеттәре МТС-та механизатор һөнәрен өйрәнделәр. Рәшит ағай Хисаметдинов тураһында айырым әйтеп үтеү кәрәктер. Ул һуңғараҡ трактор бригадаһын етәкләне, уңышлы эшләне. Архангел ра-йонына барып уҡыусылар ҙа булды, ә һуңғараҡ юғары белемле белгестәр ҙә күренә башланы. Беҙгә Сәүиә апай Ибраһимова агроном булып килде, бик тырыш кеше булып сыҡты, ә һуңынан ул атайҙы алыштырҙы.
Колхоз умартасылығы ла килем килтерҙе. Бында күп йылдар Ғәйсәр бабай Ихсанов эшләне, ул атай менән бер йылғы ине. Артабан умарталыҡта Ғәйсәр бабайҙы уҡып ҡайтҡан Ғәлимйән ағай алмаштырҙы.
Минең атайҙың эш көнө иртәнге етенән башланды. Был ваҡытта колхоз идараһына бригадирҙар, ферма мөдирҙәре һәм башҡа белгестәр йыйыла, үткән көнгә йомғаҡ яһала, етешһеҙлектәр өсөн ғәйеплеләр “кәрәклеһен” ала. Был сара “наряд” тип атала ине. Атайҙың тағы бер ғәҙәте – һәр көн фермаларҙы, ат һарайҙарын тикшереп үтеү. Ул һәр ваҡыт тәртип, таҙалыҡ талап итте. Бына ошондай тәртип арҡаһында колхоз алдынғы, ауылдағы йәшәү шарттары башҡа колхоздар менән сағыштырғанда һәйбәтерәк булды.
Ауыл байрамы көнөндә үҙемә сығыш яһау өсөн бирелгән биш минут ваҡыт эсендә Ирада апай Ғиззәтуллинаның һүҙҙәрен иҫкә алдым: “Вечный зов” тип аталған фильмды ҡараған ваҡытта илап та алам. Эйе, кинофильмдең төп геройы Панкрат Назаров беҙҙең Шәйәкбәр бабай кеүек тә баһа, тик кәүҙәһе генә бәләкәйерәк”, - тине ул.
Иҫкә алыу мәсьәләһенә килгәндә бер осрашыу ҡыҙыҡлы булды. 1995 йылда атайҙың тыуыуына 100 йыл тулды, был датаны Ҡормантауҙа үткәрергә булдыҡ. Ике туған ағайым Ғәли Ғиззәтуллиндарҙың өйөнә атай менән эшләгән кешеләрҙе йыйҙыҡ, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Колхоз тормошонан күп ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙөләр, минең атайҙы үҙҙәренең атаһы итеп күреүҙәре тураһында ла әйттеләр. Эйе, күҙҙәренән йәштәре лә килеп сыҡты. Атайҙың кешелекле
булғанлығы ҡабат-ҡабат иҫкә алынды. Әйтеүҙәренсә, ауыр йылдарҙа атай һәр көн ике-өс өйгә инеп сыҡҡан, балаларҙың хәлдәрен һорашҡан, мөмкинлектән сығып ярҙам итергә тырышҡан, иген яҙҙырған. Бына ни өсөн Ҡормантау ауы-лында аслыҡтан интегеп, шешенгән кешеләр булмаған. Атайыбыҙҙың оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булып уңышлы эшләүендә әниебеҙ Кәнифәнең дә өлөшө ҙур. Улар беҙгә – биш балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Оло ағайыбыҙ Әнүәр башта педагогия училищеһен, һуңынан Ырымбур педагогия институтының тарих факультетын тамамлап, ғүмер буйы тыуған ауылда балаларға белем бирҙе, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләне. Икенсе ағайым Зөфәр һуғышта һәләк булды. Фәниҙә менән Клара апайҙарым Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләп, тәрбиәле балалар үҫтерҙеләр. Үҙем – ғаиләләге төпсөк малай Өфө дәүләт нефть инс-титутын тамамлап, инженер вазифаһында заводта эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Яратҡан тормош иптәшем Ҡәфиә менән балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы күреп йәшәйбеҙ.
Ярар инде, был яҙылған һүҙҙәрем Ҡормантау ауылы тарихының бәләкәй генә бер киҫәге булды, башҡаса әйткәндә - минең хистәрем. Яҙыуымдың һуңында кешеләргә мөрәжәғәт итәм: Ҡормантау тарихын төптәнерәк асыҡлайыҡ. Был эшкә ысын күңелдән бирелгән кешеләргә ярҙам итергә кәрәк. Рим Исламғолов, Тәнзилә Кәримова һәм “Табын” гәзите башлаған эштәрен дауам итһендәр ине.