+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2018, 12:10

Һоҡланырлыҡ тормош юлы

Мағаш тауына һыйынып ҡына ултыра Абдулла ауылы. Баҡса артынан ғына йәмле Еҙем йылғаһы аға. Был ауылда егәрле, тырыш, бер туғандай берҙәм, татыу халыҡ йәшәй.

Мағаш тауына һыйынып ҡына ултыра Абдулла ауылы. Баҡса артынан ғына йәмле Еҙем йылғаһы аға. Был ауылда егәрле, тырыш, бер туғандай берҙәм, татыу халыҡ йәшәй.

Заманында Мәжит Ғафури исемендәге колхоздың 3 фермаһы араһында Абдулла ауыл фермаһы алдынғылыҡты бирмәне. Унда бөтәһе мең баштан ашыу һыйыр малы бар ине. Килен булып төшкәс, ошо фермала һауынсы булып эш башланы ла инде Сибәрбикә апай. Уның төркөмөндә 24 баш һыйыр малы булды. Исеме генә һауынсы, ысынында, уларҙың ҡулынан көрәк-һәнәк төшмәй. Дежур булған көндө үҙҙәре утын да быса. Ут яғып, һыу йылытып, көнөнә 25-30 феләк йыуалар. Һыйырҙар быҙаулаһа, быҙау ҡарау, уларға үлән ҡайнатып эсереү, мал һарайын һылап, аҡлау, һыйырҙарға аҙыҡ таратыу ҙа һауынсының эше ине. Ә эш хаҡы күпме һөт һауаһың, шуға ҡарап түләнә. Дөрөҫ, һуңғараҡ эш ярайһы уҡ еңелләште. Коллективта Сибәрбикә апайҙы өлкән һауынсы итеп билдәләйҙәр. Районда “3000-селәр” исемлегенә ингән Абдулла ауыл фермаһының һауынсылары араһында ул да була. 1974 йылда фермаға “Комсомол йәштәр фермаһы” тигән исем бирелә. Бер эштән дә ҡурҡмаған тырыш апайыбыҙ йыйылыш булған һайын маҡтап телгә алына, күп тапҡырҙар ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнә. Миҙалдарының, Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Ике тапҡыр ауыл Советы, бер тапҡыр

район Советы депутаты итеп һайлана. Колхозда бригадир, ферма мөдире булып эшләгән Хәлит еҙнә менән коллективта абруйлы хеҙмәткәрҙәр була улар. Ябай һәм ғәҙел кеше ине еҙнәбеҙ. Икеһе лә хеҙмәт ветераны булып хаҡлы ялға сыҡтылар. Береһенән-береһе матур, аҡыллы 5 балаға ғүмер биреп, 33 йыл бергә иңгә-иң терәшеп, татыу йәшәнеләр. Улдары Илгиз Салауат ҡалаһында эске эштәр бүлегендә алыштырғыһыҙ хеҙмәткәр булып эшләп, пенсияға сыҡты. Ҡыҙҙары Земфира менән Рәйсә медицина юлын һайланы, икеһе лә үҙ эшенең оҫтаһы тигән исемгә лайыҡтар. Гөлнара – кулинар. Гөлфира кооперация техникумын тамамланы. Үҙҙәре атай-әсәй булған балаларҙың һәр береһе матур итеп донъя көтә.

Тормоштоң аяуһыҙ саҡтары ла бар шул – 64 йәшендә генә еҙнәбеҙ ҡаты сирҙән вафат була. Ауырлыҡты еңеп өйрәнгән Сибәрбикә апайыбыҙ бөгөлөп төшмәй, иңенә төшкән ҡайғыны сабырлыҡ менән күтәрә белә. Еҙнәбеҙ менән бергә йыйған донъяһының ҡотон, бәрәкәтен ебәрмәй, утын һүндермәй йәшәй. Әлегә тиклем мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса тултырып бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтерә. Хәҙерге көндә 9 ейән-ейәнсәре бар. Йөрәк йылыһын ҡушып, уларға ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләп һөйөндөрә. Өләсәйҙәренә ярҙамға ейән-ейәнсәрҙәр ҙә йыш ҡайтып тора. Туғандарының хәл-әхүәлен белешергә лә өлгөрә апайыбыҙ. Ҡайғы-шатлыҡтарыбыҙҙы уртаҡлашыусы ла, кәңәшсе-серҙәш тә ул. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы тигәндәй, ярҙамға мохтаж булып ҡалған күршеләрен ҡарашып, һуңғы юлға оҙатышырға ла ваҡытын һис йәлләмәне изге йөрәкле Сибәрбикә апайыбыҙ. Тормош һынауҙарына бирешмәй, балаларына оло терәк булып йәшәгән, 65 йәшендә лә сибәр, мөләйем апайыбыҙға һоҡланабыҙ. Бәхетле ҡартлыҡта, ҡыуаныстар кисереп, йәшә лә йәшә әле, Сибәрбикә апай!
Читайте нас: