+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2018, 12:49

Уҙған йылды барлап

БР Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү (ЗАГС) Идаралығының Ғафури районы буйынса бүлегенең 2017 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Бүлек начальнигы Зәлифә Риф ҡыҙы Сәйфуллина гәзит уҡыусыларҙы йыллыҡ һөҙөмтәләр менән таныштырҙы:

БР Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү (ЗАГС) Идаралығының Ғафури районы буйынса бүлегенең 2017 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Бүлек начальнигы Зәлифә Риф ҡыҙы Сәйфуллина гәзит уҡыусыларҙы йыллыҡ һөҙөмтәләр менән таныштырҙы:

- 2017 йылда БР Гражданлыҡ хәле актын теркәү Идаралығының Ғафури районы буйынса бүлеге тарафынан барлығы 1307 гражданлыҡ хәле акты теркәлде, 2747 юридик әһәмиәтле эш башҡарылды. Шул иҫәптән ғәмәлдәге гражданлыҡ хәле акттарына төҙәтеүҙәр, үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр индерелде, гражданлыҡ хәле акттарын теркәү хаҡындағы таныҡлыҡ һәм белешмәләр ҡабатлап бирелде, сит дәүләттәрҙән гражданлыҡ хәле акттарын дәүләт теркәүе үтеү хаҡында талап ителгән документтар буйынса граждандарҙың мөрәжәғәттәре ҡаралды. Шуға ла документтарҙы дөрөҫ тултырыу өсөн эшебеҙ ҙур яуаплылыҡ талап итә.

Районыбыҙҙа былтыр 186 ғаилә барлыҡҡа килде (2016 йылда 196 ине). Ошо арауыҡта 114 ғаилә тарҡалды. 385 балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды (2016 йыл менән сағыштырғанда 36-ға кәмерәк), шуларҙың 200-ҙән ашыуы – малай, 179-ы – ҡыҙҙар. 114 ғаилә тәүге сабыйҙары тыуыу шатлығын кисерһә, 130 ғаиләлә – икенсе, 82-һендә – өсөнсө, 56-һында дүртенсе һәм унан күберәк балалар донъяға ауаз һалды. Районыбыҙҙың 3 ғаиләһендә игеҙәктәр тыуҙы. Бәлиғ булмаған йәштәге 5 әсә үҙ сабыйҙарына ғүмер бирҙе. Ата-әсәләре никахта тормаған ғаиләлә 85 бала, тулы булмаған ғаиләлә 61 бала тыуҙы.

Былтыр малайҙарға ҡушылған исемдәр араһында Әҙил, Әзиз, Даян, Батыр, Имерхан, Ирхан, Нургиз, Нурлан, Камал, Раид, Рәмиз, Рюрик, Ридаль, Тамир, ә ҡыҙҙарға ҡушылған Айдина, Айым, Асель, Аиша, Евангелина, Василиса, Латифа, Исламиә, Сәлимә, Стефания, Ника, Физалиә тигән һирәк осрай торған исемдәр бар.

Районыбыҙҙа йәшәүсе 14 кеше исемен, фамилияһын, атаһының исемен алыштырҙы. Баланы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыу буйынса 12 ғәмәл теркәлде.

Ә бына үлем осраҡтарының 2016 йыл менән сағыштырғанда 8 кешегә кәмерәк булыуға ҡарамаҫтан, тыуымға ҡарағанда күберәк (511) булыуы борсоуға һала.

2003 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, 50, 60, 70, 75 йыл никахта йәшәгән юбиляр ғаилә парҙары тәбрикләнә. 2017 йылда районыбыҙҙа никахлашып йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәләгән – 15, 60 йыл бергә йәшәгән 4 ғаилә пары республика Башлығы бүләген һәм Ҡотлауҙарын ҡабул итеп алды.

Форсаттан файҙаланып, шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, беҙҙең бүлек 1943, 1948, 1958, 1968 йылдарҙа никахтарын теркәгән ғаилә парҙарынан ғаризалар ҡабул итеүҙе дауам итә. Ғаризалар район ЗАГС бүлегендә, шулай уҡ юбилярҙарҙың йәшәгән урындары буйынса ауыл биләмәләре хакимиәттәрендә лә ҡабул ителә.

Шулай уҡ ғаилә тормошо менән йәшәүҙәренең юбилей даталарын (10, 25, 30 һәм башҡалар) билдәләргә теләүселәрҙе ЗАГС бүлегендә көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: