+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2018, 12:44

“Ҡыҙыл әтәс” ихатағыҙға ҡунмаһын

Районда уҙған йылда янғындарға ҡаршы хәл-торош менән “БР буйынса Федераль янғын хеҙмәтенең 14-се отряды” 74-се янғын часы начальнигы Вадим Владимирович Отмахов таныштырып үтте:

Районда уҙған йылда янғындарға ҡаршы хәл-торош менән “БР буйынса Федераль янғын хеҙмәтенең 14-се отряды” 74-се янғын часы начальнигы Вадим Владимирович Отмахов таныштырып үтте:

-Былтыр районда янғындар менән бәйле хәл-торошҡа килгәндә, 45 янғын осрағы теркәлде, 2016 йыл менән сағыштырғанда 15 процентҡа кәмерәк булды. Янғын сығып, бар мөлкәтең көл-күмергә әүерелеүе бер һәләкәт булһа, унда кеше ғүмере өҙөлөүе ҡайғының иң олоһо. Былтыр ут эсендә 4 кеше (унан алдағы йылда 6-ау ине) һәләк булды, бер кеше зыян күрҙе. Янғындарҙың күпселеге (90 процент) торлаҡ секторында (торлаҡ йорттар, хужалыҡ ҡаралтылары һ.б.) булып, 1 миллион 820 мең һумдан ашыу матди зыян килтерҙе.

Янғын сығыуҙың 14 осрағында мейестәрҙең һәм төтөн юлдарының дөрөҫ ҡоролмауы һәм төҙөк булмауы, 16 осрағында электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы һәм башҡалар сәбәпсе булды. Торлаҡ йорттарҙа һәм фатирҙарҙа – 18, хужалыҡ ҡаралтыларында (мунса, һарай, гараж) – 21, автотранспорттың 2 янғын сығыу осрағы теркәлде.

Ғафури районы янғын һағы подразделениеһы урындарға 139 тапҡыр сығып, шуның 41-ендә янғындарҙы һүндереүгә, 64-ендә күнекмәләр уҙғарыуға, 2-һендә юл-транспорт авариялары эҙемтәләрен бөтөрөүгә һәм башҡаларға.

Районыбыҙҙың 10 ауыл биләмәһендә 45 янғын сығыу осрағы теркәлде, атап әйткәндә, иң күбе – Красноусол ауыл биләмәһенә тура килде – 21 осраҡ, Аҡкүл (9), Табын (5), Имәндәш, Бурлы, Сәйетбаба ауыл биләмәләрендә 2-шәр, Ташбүкән, Ҡауарҙы, Бельский, Ташлы ауыл биләмәләрендә 1-әр янғын осрағы булды.

Торлаҡ секторында янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында былтыр “Торлаҡ” операцияһы сиктәрендә янғын часы һәм ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре менән берлектә 10 830 шәхси йорт тикшерелде, 18110 кеше янғын хәүефһеҙлеге сараларын өйрәнде, күмәк балалы ғаиләләр йәшәгән – 631, яңғыҙ өлкән йәштәге кешеләр ғүмер иткән – 3857, имен булмаған ғаиләләр йәшәгән 4050 урын тикшерелде.

Урындағы үҙидара органдарына янғын хәүефһеҙлеге сараларын үтәү йәһәтенән 65 мәғлүмәт ебәрелде. 2017 йылдың декабрендә республика бюджеты иҫәбенә күп балалы ғаиләләр йәшәгән йорттарға 500 автономлы янғын-төтөн иҫкәртмәләре урынлаштырылды.

Яңы 2018 йыл район өсөн бигүк яҡшы башланманы – йыл башынан бер янғын осрағы теркәлеп, утта 2 кешенең ғүмере өҙөлдө, бер кеше зыян күрҙе. 16 ғинуарҙа иртәнге 9 сәғәт 39 минутта 74-се янғын часында Красноусол ауылының Тургенев урамындағы 49-сы йорттоң яныуы хаҡында хәбәр алына. Янғын һүндереү подразделениеһы урынға килеп еткәндә 10х12 метр ҙурлыҡтағы йорттоң эске өлөшөн янғын ялмап алған була. Унда йәшәгән өс кешенең икәүһе - 1950 йылғы ҡатын, уның 1970 йылғы улы янғында һәләк була. 1955 йылғы тәне бешкән ир Стәрлетамаҡҡа дауаханаға оҙатыла. Был йортта янғын сығыу осрағы тәүгеһенән булманы, әлбиттә, 2012 йылда мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпле, аш әҙерләү бүлмәһе зыян күргәйне, ә быныһында иһә яҡынса күҙаллауҙар буйынса, электр ҡорамалдарын ҡулланғанда ҡағиҙәләрҙе боҙоу сәбәпсе.

Шуға ла быйыл да янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә, янғындарҙы, унда кеше ғүмере өҙөлөүен һәм имгәнеүен профилактикалау буйынса саралар дауам ителәсәк.

БР Күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш буйынса Идаралыҡтың Ауырғазы район

-ара бүлеге начальнигы урынбаҫары Илгиз Хәмит улы Ардаширов һөйләй:

- Йылдың-йылы тап ҡышҡы миҙгелдә көнкүрештә торлаҡ йорт һәм фатирҙарҙа янғын сығыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Тәү сиратта уның сәбәпсеһе булып ут менән һаҡһыҙ эш итеү (шул иҫәптән, эскән килеш тәмәке тартыу), йылытыу системаһын файҙаланғанда һәм уны урынлаштырғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу, электр үткәргестәрҙең артыҡ көсөргәнеше, шулай уҡ кешеләрҙең вайымһыҙлығы тора.

Шуның өсөн дә иҫкәртеү мөһим, ябай ғына талаптарҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, янғын тигән бәләне булдырмаҫҡа мөмкин. Һуңғы ваҡытта мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпле янғын сығыу осраҡтары арта. Яғылған мейесте, электр йылытҡыстарҙы ҡабыҙылған килеш ҡарауһыҙ, шулай уҡ балалар ҡарамағына ла ҡалдырмағыҙ. Ҡулдан эшләнгән электр йылытҡыс приборҙарҙан баш тартып, бары тик заводта етештерелгәндәрен генә файҙаланығыҙ. Йылытҡыстарҙың үткәргестәре ныҡ кипкән йәки зарарланған булырға тейеш түгел. Унда кер киптерергә, шулай уҡ тиҙ тоҡанып китеүсе материалдар ҡапларға ярамай. Электр приборҙарын һатып алғанда мотлаҡ хәүефһеҙлек саралары менән танышығыҙ һәм паспортында күрһәтелгән завод инструкцияларын ҡәтғи үтәгеҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эскән килеш ут менән һаҡһыҙ эш итеү кеше үлеменә килтерә. Алкоголь тәьҫирендә кеше иғтибарһыҙ була һәм һүндерелмәй ташланған тәмәке төпсөгө быҫҡып ятып, ут сығыуға сәбәпсе була ла инде.

Ата-әсәләргә балалары менән янғын хәүефһеҙлеге темаһына профилактик әңгәмәләр уҙғарырға кәрәк. Янғын сыға ҡалһа, йәки төтөн күренһә, һис кисекмәҫтән адресты дөрөҫ күрһәтеп стационар телефондан “01” , ә кәрәҙленән “112”гә шылтыратырға кәрәклеген аңлатығыҙ. Бәләкәй балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, балаларығыҙҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге, мөлкәтегеҙҙең бөтөнлөгө һеҙҙән, өлкәндәрҙән тора.
Читайте нас: