+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2018, 13:51

Спортсы ла, ижадсы ла

Районда тыуып үҫеп, тыуған яҡ һауаһынан дәрт-дарман, көс алып, хеҙмәт сынығыуы үткән бик күптәр илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә лайыҡлы тормош көтә, тыуған яҡтарын да онотмай, әленән-әле ярҙам итеп тора. Марс Гәрәй улы Ибраһимовты ла шундайҙар рәтенә индерергә мөмкин.

Районда тыуып үҫеп, тыуған яҡ һауаһынан дәрт-дарман, көс алып, хеҙмәт сынығыуы үткән бик күптәр илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә лайыҡлы тормош көтә, тыуған яҡтарын да онотмай, әленән-әле ярҙам итеп тора. Марс Гәрәй улы Ибраһимовты ла шундайҙар рәтенә индерергә мөмкин.

Йәмле Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан Имәндәш ауылында тыуып үҫкән егет тыуған ауылында белем ала. Бәләкәйҙән саңғыла йөрөргә, йүгерергә, башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә яратҡан Марс Ибраһимов алдында ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тормай. Ул күп уйлап тормай Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш егетте тыуған ауылы тарта. Имәндәш мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгән еренән әрме сафына алалар. Волга буйы хәрби округының Ырымбур гарнизонындағы ракета ғәскәрҙәре часында хеҙмәт итергә тура килә уға. Бында ла уға спортты яратыуы булышлыҡ итмәй ҡалмай, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап, хәрби часть намыҫын яҡлай. Саңғы буйынса спорт мастерлығына кандидат нормативын да уңышлы үтәй.

Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас Мәрйәм исемле ҡыҙ менән өйләнешәләр һәм йәш ғаилә Салауат

ҡалаһында төпләнергә ҡарар итә. Марс Гәрәй улы Салауат ҡалаһындағы 2-се мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы булып урынлаша, тормош иптәше Мәрйәм “Сала-уатнефтеоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә лаборант булып эш башлай. Үҙ өҫтөндә һәр саҡ эшләгән, камиллыҡҡа, белемгә ынтылған Марс Ибраһимов ситтән тороп Омск физкультура институтын тамамлай. Спортты яратҡан алдынғы ҡарашлы уҡытыусыны Салауат ҡалаһының мәғариф идаралығына баш белгес итеп эшкә саҡыралар. Һәр эште еренә еткереп башҡарырға өйрәнгән хеҙмәткәрҙе Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының физик культура һәм балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү буйынса Координация Советы ағзаһы итеп тә һайлайҙар. Бында ла һынатмай ул, йәш быуынды сәләмәт тормошҡа һөйөү уятыуға күп көс һала. Ул был вазифаһында мәктәптәрҙә физкультура һәм спорт, хәрби эш, хеҙмәт, технология, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәре буйынса белем биреүҙе контролдә тота. Үҙен һәр йәһәттән өлгөлө итеп танытҡан Марс Гәрәй улын бер нисә йылдан Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең физкультура һәм спорт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Йәғни тотош Салауат ҡалаһындағы спорт һәм физик культура, туризм өсөн ул яуаплы була. Төрлө ойошма, учреждение, предприятиелар менән берлектә спорт саралары уҙғарыуға, ойоштороуға күп көс һала. Уның етәкселегендә “Милләттәр кросы”, “Рәсәй саңғыһы”, “Ҡыҙғылт-һары туп” кеүек күләмле спорт ярыштары уҙғарыла. Ял көндәрендә балаларҙы, өлкәндәрҙе спортҡа ылыҡтырыу, пропагандалау, төрлө-төрлө ярыштар уҙғарыу буйынса күп эш башҡарыла. Ул эшләгән осорҙа яңы чемпиондар үҫеп сыға, рес-публика кимәлендәге ярыштарҙа еңеүселәр арта. Салауат спортсылары Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә лә еңеүгә өлгәшә. Уның тырыш хеҙмәте баһаланмай ҡалмай. Марс Гәрәй улы Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған эшмәкәре исемдәренә лайыҡ була. Бынан тыш бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Бына ошондай яҡташыбыҙ тыуған яғы менән дә бәйләнеште өҙмәй, Имәндәш мәктәбендә уны яҡшы беләләр. Тыуған мәктәбенә спорт ҡорамалдары – саңғылар, туптар һәм башҡа әйберҙәр алып биреүгә ярҙам итеп тора.

- Ауылдаштарым бәләкәйҙән спортты үҙ итеп үҫһен тип теләйем, шуға ла ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам, - ти Марс Гәрәй улы.

Уның тағы бер мауығыуы хаҡында әйтеп китмәй булмай. Спорттан тыш әҙәби китаптар уҡырға, шиғырҙар яҙырға ярата. Уның шиғырҙары “Салауат”

гәзите биттәрендә йыш ҡына сығып тора. Бына ошондай яҡташыбыҙ йәшәй Салауат ҡалаһында. Бөгөн ул хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара.
Читайте нас: