-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2018, 13:57

Тәмле аштар менән һыйланырға килегеҙ “Усолка”ға!

Төҙөкләндереүҙән һуң өр-яңы заманса төҫ алған бинала урынлашҡан кафе-магазинды асыу тантанаһына йыйылған халыҡты, район етәкселеген һәм Өфөнән килгән ҡунаҡтар – “Башпотребсоюз” һәм “Стройпромторг” ойошмалары вәкилдәрен милли кейемдәге ҡыҙҙар йола буйынса икмәк-бауырһаҡ менән ҡаршы алды.

Төҙөкләндереүҙән һуң өр-яңы заманса төҫ алған бинала урынлашҡан кафе-магазинды асыу тантанаһына йыйылған халыҡты, район етәкселеген һәм Өфөнән килгән ҡунаҡтар – “Башпотребсоюз” һәм “Стройпромторг” ойошмалары вәкилдәрен милли кейемдәге ҡыҙҙар йола буйынса икмәк-бауырһаҡ менән ҡаршы алды.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов: “Ниһайәт, “Башпотребсоюз” ойошмаһының, шул иҫәптән уның бүлексәһе “Ғафури” ҡулланыусылар йәмғиәтенең эше алға китеүенә сикһеҙ шатбыҙ. Бөгөн асылған кафе-магазин яңы эш урындары булдырыу менән генә түгел, халыҡты сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү яғынан да әһәмиәтле. Киләсәктә урындағы ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәренең ит-һөт аҙыҡтарын алып, төрлө ризыҡ әҙерләү мөмкинлектәре лә бар”, - тине. “Башпотребсоюз” ойошмаһы рәйесе Мансур Рәшит улы Абдуллинға һәм “Ғафури” ҡулланыусылар йәмғиәте етәксеһе Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтоваға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы, эштәрендә уңыштар теләне. “Башпотребсоюз” вәкиле Людмила Васильевна Сергеева сығыш яһап, ра-йон хакимиәтенә, төҙөүселәргә рәхмәт әйтте, һатып алыусыларының күп булыуын теләне. Гүзәл Зөфәр ҡыҙы кафе-магазин менән таныштырып, унда Красно-усол икмәк заводында бешерелгән икмәк, ҡамыр аштары, кондитер ризыҡтарының, шунда уҡ әҙерләнгән эҫе һәм һалҡын аштар, салаттар, ярым фабрикаттарҙың бай ассортиментын тәҡдим итәсәктәрен әйтте. Шулай уҡ бында 12 урынлыҡ банкет залы булыуының да халыҡ өсөн бик уңайлы икәнлеген билдәләне. Г.Бай-дәүләтова финанс ярҙам күрһәткән “Башпотребсоюз” һәм бинаны танығыһыҙ итеп төҙөкләндереүсе “Стройпромторг”

ойошмалары етәкселәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Кафе-магазиндың алһыу таҫмаһын Руслан Салауатов менән Людмила Сергеева киҫте. Сараны биҙәгән район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең дәртле йыр-моңдарын тыңлағандан һуң, йыйылған халыҡ ундағы тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеү өсөн эскә үтте.
Читайте нас: