Ҡоролма янғын (төтөн) тураһында иҫкәртеү өсөн тәғәйенләнгән.
Ул торлаҡ йорттар түшәмендә яҡтыртыу ҡоролмаларынан 1 метрҙан ашыу һәм стенанан 0,5 метрҙан йырағыраҡ арауыҡта ҡуйыла. Ҡоролмалағы ҡыҙыл төҫ менән янып-һүнеп торған индикатор уның төҙөклөгөн һәм дежур режимда эшләүен күрһәтә.
Янғын (төтөн) булғанда, ҡоролма иҫкәртеүсе өҙөк-өҙөк тауыш сығара һәм ҡыҙыл төҫ менән яна.
Төтөн сыҡҡанда йорт хужаһына уның сығанағын бөтөргәндән һуң, ҡоролманың тауышы туҡтаһын өсөн, бүлмәне елләтергә кәрәк.
кисекмәҫтән янғын тураһында “01” телефоны аша хәбәр итегеҙ (фамилияғыҙҙы, янғындың адресын һәм урынын, йортта кешеләрҙең бармы-юҡмы икәнлеген әйтегеҙ);
янғын һүндереүселәр килгәнсе йорттан кешеләрҙе, ҡиммәтле әйберҙәрҙе сығарыу һәм янғынды һүндереү сараларын күрегеҙ.
Ҡоролма һәр 30 секунд һайын өҙөк-өҙөк ҡыҫҡа тауыш сығарһа, уның туҡланыу сығанағын алыштырырға кәрәк.
Янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын үҙ аллы һүтеү, уны 220 В-лы туйындырыу сығанағына тоташтырыу, буяу, аҡлау һәм обойҙар менән йәбештереү, кәрәкмәгәндә урынынан алыу тыйыла.