+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2018, 13:41

“Бар сәскәләр һеҙгә, ҡатын-ҡыҙҙар!”

Уҙған аҙнала район мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ҙур концерт булды.

Уҙған аҙнала район мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ҙур концерт булды.

Ул район мәҙәниәт һарайы эргәһендә эшләп килгән вокаль ансамбль ҡыҙҙары (солистары – Кристина Хәмитова, Гөлсөм Ғәлиуллина, Зарина Зәйнуллина, етәкселәре – Э.Насирова) башҡарыуында "Әсәйҙәргә рәхмәт" йыры менән башланып китте. Алып барыусылар – Фәнзил Ғәлин, Хызыр Нәзиров һәм Камил Латипов (КБГИ уҡыусыһы) залдағыларҙы яҙҙың тәүге байрамы менән ҡотлап, матур шиғыр юлдары бүләк итте.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Руслан Салауатов тәбрикләп, һәр өлкәлә алыштырғыһыҙ эшсе, йортобоҙға, тормошобоҙға йәм биреүсе гүзәл заттарҙы байрам менән ихлас тәбрикләйем, йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәре еткерәм, тине. Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Мөхәмәҙиева райондың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарға Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр һәм сәскә гөлләмәләре тапшырҙы.

Артабан бер-бер артлы сәхнәгә сыҡҡан “Эксклюзив” (етәкселәре – Э.Хөснөтдинова, О.Кирдеева), “Быҙыбыт” (етәксеһе – И.Хәбибуллин) балалар бейеү, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Ҡолонсаҡ”, “Айдарман”, “Наҙ” (етәксеһе – Д.Абдуллина) ансамблдәрендә шөғөлләнеүсе балаларҙың бейеү-йырҙары әсәйҙәргә матур бүләк булды. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Рәзилә Хәбибуллина, Эльвира Насирова, Гөлфирә Бәширова башҡарыуындағы “Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары”, халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән йырсылар Табын ауылынан Мгер Аванесян, Красноусолдан Булат Йосопов, Фәнзил Ғәлин, Хызыр Нәзиров, Марс Хәйруллин, Анжелика Рәхмәтуллина, Александра Хәбибуллина, Айҙар Рафиҡовтың һөйөү һәм наҙ тулы моңло йырҙары, “Хазина” вокаль ансамбленең сығышы тамашасы күңеленә хуш килде. Сәхнәләге экранда байрамға килгән әсәй-өләсәйҙәрҙең фоторәсемдәренең слайдтары концерт номерҙарына йәм өҫтәне.

Был көндө тамашаға килгән әсәй-өләсәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға күтәренке кәйеф бүләк иткән байрам концерты “Һәр ваҡыт булһын ҡояш!” йыры менән тамамланды.


Читайте нас: