+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2018, 12:48

Еңеүселәр асыҡланды

Шулай итеп, илебеҙҙәге төп сәйәси ваҡиға – Президент һайлауы ла үтеп китте. Билдәле булыуынса, һайлау кампанияһы барышында “Табын” гәзите редакцияһы ла ҡатнашты һәм гәзит уҡыусылар араһында һайлау темаһына таҡмаҡ конкурсы иғлан иткәйне.

Шулай итеп, илебеҙҙәге төп сәйәси ваҡиға – Президент һайлауы ла үтеп китте. Билдәле булыуынса, һайлау кампанияһы барышында “Табын” гәзите редакцияһы ла ҡатнашты һәм гәзит уҡыусылар араһында һайлау темаһына таҡмаҡ конкурсы иғлан иткәйне.

Әйтергә кәрәк, был конкурста гәзит уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Барлығы егерменән ашыу эш килде редакция почтаһына. Килеү ваҡытына ҡарап уларҙы гәзит биттәрендә һәм сайтта, шулай уҡ “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә бирә барҙыҡ. Гәзит битендә баҫылмағандары һуңғыларында донъя күрҙе. Араларында таҡмаҡ стиленән ситләшеп шиғыр формаһына күсеүселәр ҙә булды. Шулай итеп, редакция хеҙмәткәрҙәре һәм “Мағаш та-уышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе Рәмзиә Монасипова менән ошо берекмәнән Фәрғәт Ғәлиндан торған баһалама ағзалары ошондай ҡарарға килде: өсөнсө урынға Еҙем-Ҡаран ауылынан Таңһылыу Әбделмәнова, икенсегә Красноусолдан Вилдан Шәрипов һәм беренсе урынға Яңғыҙҡайындан Иҙрис Вәлишин лайыҡ булды. Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең 4-се класс уҡыусыһы Алина Латипова дәртләндереү призы менән баһаланды. Был конкурста тағы ла бер уҡыусы ҡатнашты – Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Гөлнар Кәримова ла матур таҡмаҡ яҙып ебәргән.

Шулай уҡ Йөҙимәндән Фәнилә Иҙрисова, Еҙем-Ҡарандан Флүрә Хәлилова, Үтәктән Рауил Раҡаев, Юлыҡтан Римма Рафиҡованың таҡмаҡтары көн ҡаҙығына һуғыуы менән айырылып тора. Ибраһимдан Сәрүәр Садиҡов, Еректән Миңтимер Кәримов таҡмаҡтары бөгөнгө тормошто “семеткеләп” алыуға ҡоролған. Әлбиттә, таҡмаҡ тап шулай булырға тейеш. Әммә халыҡты һайлауға йәлеп итеү бурысы торғанда “ҡара” менән “аҡ”ты тигеҙ күреү талап ителәлер. Ҡурғашлынан Хәсән Ҡотов, Красноусолдан Рәмил Ғимрани, Игенйылғанан Зилә Сәйетбатталова, Ибраһимдан Фәйез Садиҡовтың таҡмаҡтары редакция иғлан иткән талаптарға тап килә. Красноусолдан Зәйтүнә Бикҡужинаға ҡәләмен ослайһы бар әле. Конкурста ҡатнашыусы Родина ауылынан Фәүзиә Ҡотлогилдина, Сәйетбабанан Фәниә Фәйзуллина, Уҫмандан Мәрүә Ғәҙелшина һәм башҡаларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Еңеүселәрҙе – Иҙрис Вәлишин, Вилдан Шәрипов, Таңһылыу Әбделмәнова, Алина Латипованы 28 мартта 14.30 сәғәттә редакцияла көтөп ҡалабыҙ.

Мөхәрририәт.


Таҡмаҡ әйтәм...

Таҡмаҡ әйтеп тыпырҙатып

Бейегән замандар үткән.

Хәҙер заманы икенсе,

Кемде һайларбыҙ икән?

Йәш саҡтарҙа бейенек тә,

Йырҙарын да йырланыҡ.

Быйыл килеп был һайлауҙа

Хата яһап ҡуймайыҡ.

Таҡмаҡ әйтһәм, тыпырҙатып,

Йүгереп йөрөп бейерһең.

Булыр-булмаҫты һайлаһаң,

Күрмәгәнен күрерһең.

Таҡмаҡ әйтеп бейер өсөн

Таҡыр иҙәне кәрәк.

Илебеҙҙе гөл итерҙәй

Башлыҡ һайларға кәрәк.

Башлыҡ булғас

шундай булһын:

Илебеҙ өсөн үлерлек.

Тыуып үҫкән еребеҙҙе

Гөл-сәскәгә күмерлек.

Айыҡ аҡыл, кәңәш менән

Бер ҡарарға киләйек.

Илебеҙ ҙур, халҡыбыҙ бай,

Сит ҡулдарға бирмәйек!

Һайлау үткәс, Алла бирһә,

Йырлап бейербеҙ әле.

Донъя имен, пенсия бар,

Һаулығы булһын әле.

Таңһылыу Әбделмәнова.

Еҙем-Ҡаран ауылы.
Читайте нас: