+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2018, 12:19

Ут менән һаҡһыҙ эш итеү күңелһеҙ тамамлана

2018 йыл башынан районыбыҙ биләмәһендә янғындар менән хәл былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда түбәндәгесә характерлана: 13 янғын теркәлде, былтырғы менән сағыштырғанда 2-гә күберәк; 5 кеше һәләк булды, 3-гә күберәк; янғында 1 кеше йәрәхәтләнде, 1 осраҡҡа күберәк.

2018 йыл башынан районыбыҙ биләмәһендә янғындар менән хәл былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда түбәндәгесә характерлана: 13 янғын теркәлде, былтырғы менән сағыштырғанда 2-гә күберәк; 5 кеше һәләк булды, 3-гә күберәк; янғында 1 кеше йәрәхәтләнде, 1 осраҡҡа күберәк.

Янғындарҙың күпселеге торлаҡ секторҙа булды. Һәр ваҡыттағыса, янғын сығыуҙың сәбәптәре бер үк: электр ҡорамалдарын тотонғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу, мейес һәм мөрйәләрҙең төҙөк булмауы, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, ут төртөү.

Күптән түгел ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпле сыҡҡан янғында йәнә бер кешенең ғүмере өҙөлдө. 9 апрелдә киске 21 сәғәт 17 минутта янғын часының дежур-диспетчер хеҙмәтендә Аҡкүл ауыл советына ҡараған Ивановка ауылында торлаҡ йорт яныуы хаҡында хәбәр алына. Янғын Аҡкүл ауыл биләмәһенең янғын һүндереүсе ирекмәндәре һәм Красноусолдағы 74-се янғын часының дежур ҡарауылы ҡатнашлығында һүндерелде. Янғын подразделениелары урынға тиҙүк килеп етеүгә ҡарамаҫтан, ут телдәре йортто ялмап алғайны. Янғын ауыҙлыҡланды, әммә уның эҙемтәләрен бөтөргән ваҡытта йорт хужаһы 1952 йылғы Л.-дың мәйете табылды.

74-се янғын часы йәнә бер тапҡыр янғын хәүефһеҙлегенең иң ябай талаптарын үтәргә һәм ут менән һаҡ булырға кәрәклеген иҫкәртә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙ янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә ни тиклем етди ҡараһағыҙ, ғүмерегеҙ һәм һаулығығыҙ шул тиклем именерәк буласаҡ.

Әгәр ҙә өйөгөҙҙә янғын сыға ҡалһа, һис кисекмәҫтән 01 телефоны буйынса янғын һағына шылтыратығыҙ, һәм шуныһы мөһим, кәрәҙле телефондан 101 номеры буйынса шылтыратырға кәрәк.
Читайте нас: