+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2018, 16:36

Миҙгел башлана

28 апрелдең иртә таңынан башлап 7 майға тиклем республикала ҡоштарға яҙғы һунар миҙгеле оҙайтыла.

Ғафури районының һунар биләмәләрендә, раҫланған аулау нормаларына ярашлы, түбәндәге төр ҡырағай ҡоштарға һәүәҫкәр һәм спорт һунарсылығы рөхсәт ителә: ҡырағай ата өйрәк һәм ата ҡаҙҙарға яһалма ышыҡтан тороп һунар итеү; ҡурпысыҡтарға киске туплауға йыйылғанда; туплауға төшкән ата һуйыр һәм ата ҡорға.

Ҡырағай осар ҡоштарға яҡын барып һунар итеү (туплауҙағы һуйырҙан башҡаларға); һоро өйрәккә, инә өйрәккә, инә һуйыр һәм ҡорға һунар; һәр төрлө йөҙөү саралары, ауҙар, яҡтылыҡ ҡулайламалары ҡулланыу; электрон һыбыҙғы; пневматик һунар ҡоралы; һыҙма көбәкле һунар ҡоралы; 5 мм-ҙан эрерәк пуля һәм йәҙрәләр (ылыҫлы урман ҡоштарынан башҡаларға) ҡулланыу тыйыла.


Читайте нас: