+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2018, 12:21

Йәш илһөйәрҙәр

Хәрби хәрәкәттәр, сик һағы, хәрби десант, хәрби диңгеҙ флоты ветерандары һәм  ойоштороусылар йәш армеецтар менән.
Хәрби хәрәкәттәр, сик һағы, хәрби десант, хәрби диңгеҙ флоты ветерандары һәм ойоштороусылар йәш армеецтар менән.

Тәүҙә сараға килеүселәр Ҡырмыҫҡалы районы эҙәрмәндәре тарафынан Ленинград өлкәһендә Волхов фронты үткән ерҙәрҙә табылған хәрби трофейҙар күргәҙмәһе (һалдаттарҙың шәхси әйберҙәре, противогаз, танкыға ҡаршы мина, пуля тишкән немец каскаһы, немец мотоциклының, пулеметының өлөштәре һ.б.) менән танышты.

Йылдағыса тантананың тәүге өлөшөндә уҡыусылар Космонавтика тарихына арналған викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Алып барыусы Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәре Ирина Васильева тантаналы линейканы асыҡ тип иғлан иткәндән һуң, “Йәш армия” хәрәкәтенең Флагы индерелде. Сафҡа теҙелгән буласаҡ йәш армеецтар антын Динар Ваһапов уҡыны. “Ата-бабаларыбыҙ ҡаһарманлығына һәм Ватаныбыҙға тоғро ҡалып, “йәш армеец” тигән юғары исемде намыҫ һәм ғорурлыҡ менән йөрөтөргә ант итәбеҙ!”, - тине улар. Урындағы “Йәш армия” ойошмаһы етәксеһе Айрат Миңлебаев БР диңгеҙ йыйылышының район филиалы етәксеһе, 2-се ранг капитаны В.И.Герасимовҡа рапорт биргәс, Владимир Ильич уҡыусыларҙы “Йәш армия” сафына ҡабул ителеүҙәре һәм Космонавтика көнө менән ҡотланы. Шулай уҡ тәбрикләү һүҙҙәре һәм матур теләктәр менән йәштәр сәйәсәте секторы мөдире Альбина Мәҡсүтова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Фәрүәт Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары советы рәйес Илфат Закиров, афған һуғышы ветерандары исеменән Фаил Байшөгөров, Марс Фәйзуллин сығыш яһаны. Космонавтика көнөнә арналған викторина һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынға Красноусолдағы 2-се мәктәп уҡыусыһы Вадим Ғибаҙуллин, 2-сегә – Дмитрий Баязов (КБГИ), 3-сө урынға Александр Банников (1-се мәктәп) лайыҡ булды. Шулай уҡ “Йәш армия” хәрәкәтенең әүҙем ағзалары Илназ Сәфәрғәлиев, Денис Ковальский, Игорь Иванов, Байрас Вәлиев, Игорь Новиков Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Тантана һуңында ветерандар йәш армеецтарҙың түшенә значоктар таҡты. Сара күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.
Читайте нас: