+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2018, 11:27

Муниципаль район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:

Былтыр көҙ көнө Туймазы һәм Бүздәк райондарында малдарҙа бешмә вирусы табылып, меңдән ашыу баш мал юҡ ителгәйне. Был хәлде тикшереүҙән шул асыҡлана, зыян күргән Туймазы районында мал һаны, ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙан килгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бер ярым тапҡырға күберәк булып сыға. Ошоноң менән бәйле, республика биләмәһендә булған барлыҡ мал башының иҫәбен алыу кәрәк булды. Республика Хөкүмәте әҙерләгән планға ярашлы, 2018 йыл аҙағынаса ауыл хужалығы малдарына биркалар ҡуйыу уҙғарыласаҡ. Был сара ветеринарҙарға малдарҙың иҫәбен алырға, уларҙы күсерергә, вакцинацияны үҙ ваҡытында уҙғарырға мөмкинлек бирәсәк. Бөгөн һәр кемде борсоған, малдарҙың иҫәбен алыу һәм идентификациялау мәсьәләләренә ҡағылған һорауҙарға район ветеринар станцияһы начальнигы Ф.Һ.ЗӘЙНЕТДИНОВ яуап бирә.

- Фаил Һәҙиәт улы, был процедура барлыҡ малдарға ла ҡағыламы?

- Әлбиттә. Ауыл хужалығы предприятиеларындағы һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарындағы, шулай уҡ граждандарҙың шәхси ихаталарындағы барлыҡ эре һәм ваҡ малдар ҙа, сусҡалар ҙа иҫәпкә алынырға һәм уларға 16 һандан торған хәреф-цифрлы идентификаторҙар ҡуйылырға тейеш. Аттар чипланасаҡ.

- Тимәк, һәр бер мал контролгә алынып, һәр ҡайһыһының үҙ номеры буласаҡ.

- Улай ғына түгел әле. Идентификацион номерҙан тыш, биркала шулай уҡ ил, төбәк, муниципаль берәмек, хужалыҡтың (йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ) коды, малдың төрө лә күрһәтеләсәк.

- Был сара беҙҙең районда нисегерәк үтәсәк?

- Ветеринария хеҙмәткәрҙәре һәр хужалыҡ буйынса йөрөп сығып, малдарҙы биркалаясаҡ. Был процедура малға уңайһыҙлыҡ тыуҙырмаясаҡ. Гәзиттә был турала хәбәр ителгәйне инде, бер һыйырға бирка ҡуйыу 30 һум торасаҡ. Был эш республиканың бөтөн райондарында ла башланды.

- Ҡайһы берәүҙәр үҙ хужалығындағы малды биркалауға хәүефләнеп ҡарай, сөнки иҫәпкә алынған һәр баш малға һалым һалыныр, тип уйлай.

- Был хата фекер. Малдар хаҡындағы мәғлүмәт һалым органдарына тапшырылмай, ә “Меркурий” Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһына индерелә. Быйылдан итте һатыу өсөн ветеринар оҙатыуындағы документтар бары тик электрон юл менән һәм “Меркурий” ФДМС-ы аша ғына оформить ителәсәк.

- Мал аҫраусыларға тағы ла ниндәй талаптарҙы ҡәтғи үтәргә кәрәк, шулар хаҡында һөйләп үтегеҙ әле.

- Мал һатып алғанда ул быға тиклем биркаланмаған булһа, уның яңы хужаһы был процедураны һатып алғандан һуң 30 көн арауығында мотлаҡ эшләргә бурыслы. Әгәр ҙә мал был процедураны үткән булһа, яңы хужаһы был хаҡта ветучастка мөдиренә хәбәр итә һәм билдәләнгән өлгөләге ветеринар танытманы тапшыра, артабан мал ауыл биләмәһендә иҫәпкә ҡуйыла. Яңы тыуған йәш малға идентификацияны бер ай арауығында үткәрергә кәрәк. Әгәр бирка боҙолһа йәки юғалһа, мал хужаһы был процедураны ҡайтанан үтергә тейеш. Шуны иҫтәренә төшөрәм, тикшерелмәгән, вакциналанмаған һәм эшкәртелмәгән малды дөйөм көтөүгә ебәреү ҡәтғи тыйыла. Һәр бер мал аҫраусы үҙ малы өсөн яуаплылыҡ тоторға, санитар-гигиена һәм ҡануниәттең ветеринар нормаларын һаҡларға тейеш.

- Фаил Һәҙиәт улы, фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.
Читайте нас: