+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2018, 13:46

Хәүефһеҙлек алғы планда

28 апрелдә Бөтә донъя хеҙмәт-те һаҡлау көнө булараҡ билдәләнә. Ошо көнгә арнап хеҙмәт коллективтарында төрлө саралар уҙғарыла. Красноусол балалар санаторийында ла хеҙмәтте һаҡлау көнөнә арналған аҙналыҡ үтте.

28 апрелдә Бөтә донъя хеҙмәт-те һаҡлау көнө булараҡ билдәләнә. Ошо көнгә арнап хеҙмәт коллективтарында төрлө саралар уҙғарыла. Красноусол балалар санаторийында ла хеҙмәтте һаҡлау көнөнә арналған аҙналыҡ үтте.

Красноусол балалар санаторийында хеҙмәтте һаҡлауға, эш урындарын аттестациялауға, янғын хәүефһеҙлеген, башҡа бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бирелә. Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнөнә арнап балалар санаторийында ошо темаға арналған смотр-конкурс булып үтте. Был сараға һәр бүлек алдан уҡ етди әҙерләнгән. Хеҙмәтте һаҡлау темаһына стена гәзиттәре сығарылған, ял итеүсе балалар менән ошо темаға һүрәттәр төшөргәндәр, йыр-бейеү өйрәнгәндәр, шиғыр ятлағандар. Билдәле бер көндө махсус комиссия – баш табиптың медицина өлкәһе буйынса урынбаҫары Тәлғәт Шаһманов, профсоюз комитеты рәйесе Әмир Юлъяҡшин, баш шәфҡәт туташы Гөлназ Барменкова, өлкән шәфҡәт туташы Фәниә Мәүлетова һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса инженер Дмитрий Григорьев һәр бүлек, һәр бүлексәлә булып, сығыштарҙы ҡаранылар. Бында ижади коллектив тупланғанлығы тәү сығышты ҡарағандан һуң уҡ беленде. Дауалау корпусының ванна бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙ ролдәрен профессиональ артистарҙан кәм уйнаманылар. Ошо уҡ корпустың ләм менән дауалау бүлегендә “бер хеҙмәткәрҙе (Миләүшә Ғәлиәхмәтова үҙ ролен килештереп башҡарҙы) электр тогы һуға”. Һәм уға тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү эпизоды күрһәтелде. Был бүлектә яңыраҡ ҡына Кемерово өлкәһендә “Ҡышҡы сейә” сауҙа комплексында булып үткән фажиғәне сағылдырған махсус мөйөш эшләп ҡуйыуҙары ла фантазияға бай хеҙмәткәрҙәр эшләүен күрһәтте. Дауалау корпусының физкабинет хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре үк янғын һүндереүсе булып кейенеп, бер хеҙмәткәрҙе хатта янғын һүндергес (огнетушитель) итеп кейендереп, янғын осрағында тәү сиратта нимә эшләү кәрәклеген күрһәттеләр. Уларҙың сығышы ла матур булды.

“Әсә һәм бала” бүлеге хеҙмәткәрҙәре ошо бүлектә ял итеүсе балаларҙы ла йәлеп итеп бик матур сығыш әҙерләгәндәр, килешле кейемдәр уйлап сығарғандар. Дермотология бүлегендә әкиәт персонаждары аша хеҙмәтте һаҡлау темаһы бик асыҡ сағылдырылды. Хатта һыулы иҙәндә тайып йығылыу ҡурҡынысы булыуын иҫкәртеп, ҡоротоп йыуыу

кәрәклеген дә күрһәттеләр. Йыр-бейеү, йөкмәткеле шиғырҙар менән үрелеп барған сығыштарҙа янғын хәүефһеҙлеген, талпан ҡаҙалыуҙы иҫкәртеү, хеҙмәт ҡағиҙәһе талаптарын теүәл үтәү кеүек һәр кемгә кәрәкле мәғлүмәт еткерелде. Был көндө махсус комиссия һәр бүлеккә йөрөп 9 сығыш ҡараны. Дөйөм алғанда, һәр бүлек, бүлексә был сараға етди әҙерләнгән. 28 апрель – Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнөндә санаторийҙың баш табибы Әмирйән Сәфәрғолов коллективтың дөйөм йыйылышында смотр-конкурсҡа йомғаҡ яһап, ныҡлы әҙерләнгән бүлексәләргә Дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы. Был сара хеҙмәт урынында травма алыуҙы иҫкәртеү, янғын хәүефһеҙлеген, талпандарҙан һаҡланыуҙы, тәүге медицина ярҙамы күрһәтә, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа персоналды эвакуациялай белеү кеүек һәр хеҙмәткәр белергә тейешле ҡағиҙәләрҙе ҡайтанан иҫкә төшөрөү булды. Эш урынында бәлә-ҡаза булдырмаҫ өсөн ошондай саралар бик кәрәк. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йылына меңәрләгән баланы ҡабул итеүсе балалар санаторийы етәкселеге уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе алғы планға ҡуя.
Читайте нас: