-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2018, 13:26

Бирешмә, Руслан!

16 майҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында хәйриә концерты була. Саранан килгән аҡса беҙҙең йәш райондашыбыҙ Руслан Шәрәфетдиновты дауалауға ебәреләсәк.

Концерттың төп ҡатнашыусылары – балалар һәм үҫмерҙәр араһында танылыу яулаған тәүге башҡортса телесериал – “Бирешмә”нең геройҙары. “Тамыр” телеканалы төшөргән был сериал республикала ҙур ваҡиға итеп ҡабул ителде. Ул йәмәғәтселек иғтибарын үҫмерлек осорондағы ҡатмарлыҡтарға йүнәлтеп кенә ҡалманы, мөмкинлектәре сикләнгән балалар проблемаһына ла ҡағылып, киҫкен социаль әһәмиәт алды.

Хәйриә концерты ҡуйыу идеяһы ҡапыл тыуа. Беҙҙең районда йәшәүсе һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән 12 йәшлек малай сериалды яратып ҡарай. Сериал геройҙары Гәлсәр, Хәйҙәр, Данир һәм Гөлгөнә уның менән социаль селтәрҙә таныша, сериалдың Руслан өсөн үҙ-үҙеңә ышаныс, йәшәү көсө сығанағы булғанын белгәс, уның үҙенә ярҙам итергә тигән теләк уяна. Һәм “Бирешмә!” тип аталған ижади коллектив туплана, уларға танылған йәш ижадсылар: Илшат Абдуллин (“Бүреләр” төркөмө), Ринат Ниғмәтуллин (RNT), “Ренессанс”, “Хыялға ҡаршы” бейеү коллективтары ҡушыла.

- Беҙ ҙур изгелек һәм дуҫлыҡ байрамына әҙерләнәбеҙ, балаларыбыҙ башҡалар ҡайғыһына битараф булмаһын, ярҙам ҡулы һуҙа белһен, тип тырышабыҙ, - ти “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Концерт ғаилә байрамы ла буласаҡ. Тамашасыларҙы сағыу концерт һәм

уйындар, бүләктәр ҙә көтә. Ә яңы дуҫыбыҙ Русланға барыбыҙ ҙа: “Бирешмә!” тибеҙ.

Концерт 19.00 сәғәттә башлана (6+).
Читайте нас: