+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2018, 12:58

Экологик өмәләр күңелле үтте

Беҙ, Бурлы урта мәктәбе уҡыусылары, шулай уҡ Ҡормантау, Березовка, Яугилде филиалдары уҡыусылары, йәмле май айының тәүге көндәрендә экологик өмәләргә сыҡтыҡ. Үҙ тыуған мәктәптәребеҙ алдын, баҡсаларҙы тәртипкә килтерҙек.

Ҡормантау мәктәбендә лә эш бик күңелле барҙы. Башланғыс класс уҡыусылары уҡытыусылары Ф.А.Биктимерова, Л.А.Долина, З.М.Яппарова етәкселегендә мәктәп алдын бик матур итеп йыйыштырып та ҡуйҙылар, орлоҡ бәрәңгеһен дә таҙарттылар. Ә беҙ, 5-11-се класс уҡыусылары, Р.Р.Ғәбиҙуллина, Н.Т.Ғәлләмов, Ә.Ә.Ғиззәтуллина етәкселегендә мәктәп баҡсаһында ҡарағат ҡыуаҡтары, алма ағастары араларын таҙарттыҡ. Уҡыусыларҙың барыһы ла бер төптән булып, тырышып эшләне. Былай ҙа матур мәктәбебеҙ тағы ла матурыраҡ төҫ алып, йәмләнеп ҡалды. Филиалдар буйынса директор урынбаҫары Р.М.Биктимеров бик ҙур эш башҡарылды, тип беҙҙе маҡтап, рәхмәт әйтте.

Бындай өмәләр һәр кемдең кәйефен күтәреп, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй. Өйҙә лә атай-әсәйҙәребеҙгә ихата, баҡсаларҙы тәртипкә килтереүҙә ярҙамлаштыҡ.
Читайте нас: