Бик күп сирҙәргә алып килеүсе тәмәке тартыуҙан ваз кисеү өсөн уның зарарын белеү генә етмәй. Йәштәр уны ғәҙәт тип кенә уйлап, башҡаларҙан күреп, көйрәтергә өйрәнә. Ғәҙәт кенә булһа, унан теләгәндә ҡотолоп та булыр кеүек. Әммә кеше төтөнгә сумып йәшәүгә дусар булыуын һиҙмәй ҙә ҡала.
Тәмәке тартыу – наркоманияға һәм алкоголизмға яҡын торған сир ул. Психик ауырыуҙар исемлегенә инә. Унан кеше үҙ көсө менән ҡотола алмаһа, наркологтар дауалай. Яман ғәҙәт бигерәк тә балаларҙың, үҫмерҙәрҙең әле нығынып та бөтмәгән сәләмәтлеген ҡаҡшата. Уларҙың хәтере бөтә, физик үҫеше тотҡарлана, күҙҙәре насар күрә башлай. Никотин тәьҫирендә нервы күҙәнәктәре үлә, һөҙөмтәлә үҫмер тиҙ арый, уҡығанда иғтибарын туплай алмай, күҙ алды сыбарлана, күҙенән йәш аға. Тәмәке тартҡан әсәләрҙән тыуған балаларҙыҡы кеүек, тартыусы үҫмерҙәрҙең тәүҙә йәшел, һуңынан ҡыҙыл һәм зәңгәр төҫтәрҙе айырыу һәләте бөтә. Никотин мейеләге ишетеү һәләтенә бәйле өлөшөн дә ныҡ зарарлай. Ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге лә боҙола – йөрәк тибеше йышая, тән температураһы күтәрелә, йоҡоһоҙлоҡ, һыуһау, тиҙ ҡуҙғыусанлыҡ, тирелә һытҡылар барлыҡҡа килә. Енси үҫешкә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килә, матурлығын ғына түгел, һаулығын да тәләфләгән йәштәр сәләмәт нәҫел үҫтереү мөмкинлеген юғалта. Тәмәке йөрәк-ҡан системаһы сирҙәренә, ә иң ҡурҡынысы – үпкә яман шешенә килтерә. Уның тәүге билдәһе: ҡоро йүтәл булһа, һуңғараҡ тиҙ арыусанлыҡ, хәлһеҙлек күҙәтелә. Тәмәке тартҡан үҫмерҙәр үҫеүҙән туҡтай, тиҙ арыу, хәрәкәттәренең тиҙлеге кәмеү сәбәпле бер ниндәй ҙә спорт төрө менән шөғөлләнә алмай.
Балалар һәм үҫмерҙәр ошо кәңәштәрҙе онотмаһын ине.
* Төтөн борхоторға өйрәнеп алған үҫмер йәштәштәрен дә ошоға ылыҡтырырға ынтыла.
* Тәмәке тартыу кеҫәне “йоҡарта”, өҫтәүенә ғүмер буйына был ғәҙәттән арына алмай йонсоуың да бар.
* Табиптан ярҙам һорарға тартынма. Йәш саҡта насар ғәҙәттән арыныу еңелерәк бирелә.
* Уйлап ҡара, һинең сәләмәтлегеңде бөтөрөү кемдәргәлер табыш килтерә, тәмәке ошо ағыулы үҫемлекте үҫтереү-селәр, ҡапҡа һалып һатыусылар һәм башҡа бик күптәр өсөн - байлыҡ сығанағы.
* Тәмәкене тартыу өсөн түгел, ә тартҡан өсөн һаталар. Әгәр сауҙа итеү дәүләт күҙәтеүенә ҡуйылмаһа, унан һәләк булыу-сылар, ауырыуға һабышыусылар тағы ла күберәк булыр, ә уны һатыуҙан ингән табыш халыҡ файҙаһына ҡулланылмаҫ та ине.