+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2018, 12:27

Иртә атылған йондоҙ

Бынан бер ай элек Имәндәш урта мәктәбендә Таш-Аҫты ауылының аҫыл заты – билдәле журналист, мөхәррир һәм дәүләт эшмәкәре Марат Тәлғәт улы Әбүзәровтың Хәтер кисәһе булып үткәйне. Халҡы өсөн янып йәшәп, халҡы күңелендә яҡты, онотолмаҫлыҡ иҫтәлектәр ҡалдырған арҙаҡлы шәхескә тап шул көндәрҙә 60 йәш тулған булыр ине. Талантлы яҡташыбыҙҙы иҫкә алыу кисәһенә ҡатыны, ҡыҙы, кейәүе, ейән-ейәнсәре, бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар һәм ауылдар кешеләре килгәйне.

Сараны алып барыусылар Рәзилә Зөбәйҙуллина менән Рәмилә Мәхмүтова ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ҙур дәрәжәләргә ирешкән, районыбыҙҙың, йәнтөйәгенең ғорурлығы, даны булып торған шәхес - Марат Әбүзәровтың тормош юлына, эшмәкәрлегенә бәйнә-бәйнә байҡау яһай. Хәтер кисәһендә сығыш яһаусылар бихисап булды. Уны ойоштороуға күп көс һалған дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Ниязбай Булатбай улы Сәлимов дуҫы хаҡындағы хәтирәләрен яңыртты, ә М.Әбүзәровтың класташы Ләлә Ғәли ҡыҙы Урманшина бала саҡ, мәктәп йылдары хаҡындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Имәндәш ауылы ҡыҙы, оҙаҡ йылдар журналистика өлкәһендә эшләүсе, Телевидение һәм радио мәктәп-студияһы директоры Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының баш белгесе, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова, билдәле яҙыусылар Әмир Мөхәмәт улы Әминев, Сабир Нәғим улы Шәрипов, йәмәғәт эшмәкәре Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин М.Әбүзәров менән аралашыу мәлдәрен барланы. Марат Тәлғәт улының хәләл ефете, матбуғат һәм дәүләт хеҙмәте ветераны Лилиә Фаяз ҡыҙы һәм БР Милли банкында матбуғат хеҙмәте етәксеһе булып эшләгән ҡыҙы Гөлназ да иң яҡын кешеләре хаҡында хәтер йомғағын һүтте. Красноусолдан мәғариф ветераны Әнүәр Ғәзизов йыр-моңдарын бүләк итте.

Марат Әбүзәров дәрт-дарманы ташып торған, алсаҡ күңелле, илгәҙәк холоҡло, үтә лә баҫалҡы, кешелекле һәм кеселекле, барса кешегә ихлас ярҙам итергә атлығып торған ғәжәйеп бер кеше ине. Уның вафаты күптәр өсөн ҙур юғалтыу булды, тигән һүҙҙәр сығыштарҙа ҡыҙыл еп булып үтте.

Алып барыусылар бер нисә иҫтәлекте кисәлә ҡатнашыусыларға уҡып ишеттерҙе. Бына иҡтисад һәм философия фәндәре докторы, ике сығарылыш Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Фәндәр академияһының философия инс-титутында эшләүсе Хәлил Барлыбаев М.Әбүзәров хаҡында: “Мин Маратты беренсе тапҡыр 1976 йылда, Мәскәү дәүләт университетын тамамлап, БДУ-ла уҡыта башлағанда күрҙем. Ул һоҡланғыс егет ине: кешелектең иң саф, иң ирәбе сифаттарын үҙендә туплаған һымаҡ. Уларҙың төркөмө үҙенсәлекле булды. Йомабикә Аҡъюлова (Ильясова), Миңлеғәле Нәҙерғолов, Риф Әхмәҙиев, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Гүзәл Ғәлиева кеүек билдәле шәхестәр сыҡты. Ғәжәйеп күренеш ине был. Марат менән һөйләшеп туйып булмай торғайны. Яҡты күңелле кеше булды ул”, - ти. Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина: “Һәр яҡлап та уңған ине Марат. Беҙ уны ҡояш күҙле малай тип йөрөтә инек, уның күҙҙәре ҡояш кеүек балҡып тора ине”. Яҙыусы, педагог һәм журналист Мәрйәм Бураҡаева: “Марат Әбүзәров һәләтле журналист булып үҫеп бара ине, бик иртә донъя ҡуйҙы”, - тип яҙа үҙенең “Арғымаҡ” китабында.

Марат Тәлғәт улының ғүмере ҡыҫҡа булыуы, күҙ асып йомған арала балҡып һүнеүе үкенесле. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә кешеләр күңеленә матур хәтирәләр, яҡты нур ҡалдырып китте. Ниязбай Сәлимов әйтеүенсә, ғүмер юлын, гүйә, ярһыу атта елдереп үткәндәй, үҙ артында яҡты эҙ ҡалдырған Марат Тәлғәт улы Әбүзәровтың исеме башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре исемлегендә лайыҡлы урын биләп тора һәм торасаҡ та...

Хәтер кисәһе мәктәп уҡыусыларының, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Читайте нас: