-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2018, 13:06

Ағинәйҙәр ауылға йән өрә

Мәндем дөйөм белем биреү мәктәбе оптималләштереүгә эләгеп, башланғыс мәктәпкә әйләнгәс, күп уҡытыусылар эшһеҙ ҡалды. Йәшерәктәр балаларын уҡытыу маҡсаты менән ауылдан күсеп китте, урта йәштәгеләр хужалыҡ мәшәҡәттәренә сумды. Ауыл тынып, һүнеп ҡалды. Элек уҡытыусылар һәр байрамға концерт әҙерләп, спектаклдәр ҡуйып ауыл халҡын йыя, йәнләндерә, күңел аса ине.

Шулай 3-4 йыл һиллектән һуң, былтыр ҡатын-ҡыҙҙар советы составын яңыртып, уның рәйесе итеп дәртле, ойоштороу һәләтенә эйә уҡытыусы Гөлнара Ханнан ҡыҙы Аҡҡолова һайланғас, ауыл тағы ла йәнләнде, клуб эше лә яйға һалынды. Уға ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары ҙур ярҙам күрһәтә, төрлө сараларҙа ҡатнаша башланы.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Ҡорбан байрамы, Ололар көнөнә сәй табыны әҙерләп, кисә ойошторҙо. Уны Гөлнара Ханнан ҡыҙы төрлө күңелле уйындар, конкурстар, ярыштар үткәреп, бик йәнле итеп алып барҙы. Клуб мөдире Зәйнәп Мөҙәрис ҡыҙы Ғайсина бағыусы булып, бүләктәр тапшырҙы.

Яңы йыл байрамына элек-электән ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ ҡайтып, клубта йыйыла. Сөнки был байрамға йәше-ҡарты төрлө костюмдарҙа күңелле хороводта, уйын-конкурстарҙа ҡатнашып, күңел аса. Башҡа байрамдарҙы ойоштороп уҙғарыуҙа ла Г.Аҡҡолова ҙур тырышлыҡ һалды.

Ә быйыл апрель айында Ғаилә йылына арналған фольклор байрамына ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәм ағинәйҙәр башҡорт халҡының “Килен һөйөү” боронғо туй йолаһын сәхнәләштерҙе. Был сарала Миңзәлә Монасипова, Зинфира Мөхәмәтдинова, Гөлнара Аҡҡолова, Роза Кәлимуллина, Зилә Мөхәмәтйәнова, Зәйнәп Ғайсина, Зиниә Батыршина үҙ ролдәрен еренә еткереп, оҫта итеп башҡарҙы. Уларҙың сығышы халыҡ күңеленә хуш килде, алҡыштарға күмелде.

Аҙнаның һәр кесе йомаһында клубта “Оҫта ҡулдар” түңәрәге үткәрелә, белгән белгәнен өйрәтеп, белмәгәндәр өйрәнеп, ауыл проблемаларын уртаға һалып һөйләшеп, яңылыҡтар менән алышып, кис ултырабыҙ.

Май байрамында ауыл халҡы берҙәм рәүештә шәмбе өмәһенә сыҡты. Юл буйҙары, урам тирәләре, клуб алды тәртипкә килтерелде. Ситтән ҡунаҡҡа ҡайтҡан йәштәр Илнур, Фаяз, Илназ Мөхәмәтйәновтар айырыуса тырышлыҡ күрһәтеп, ихлас ярҙам иттеләр. З.Мөхәмәтйәнова, М.Монасипова, Г.Аҡҡолова, Зиннур Йәнмырҙин клуб тирәһен таҙартты. Өйҙән сәскә орлоҡтары килтереп, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына ҡуйылған обелиск янына сәскә ултырттылар, сүп-сарҙан таҙарттылар.

Ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ағинәйҙәр ойошмаһының башҡараһы эштәре, ҡабул иткән пландары күп. Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, ижади ҡомар, дәрт һәм ауыл-

ды һүндермәй, халыҡ менән бергә ҡайнап, әүҙем эшләүҙәрен теләйем. Әүҙем ағзаларға һәм алда телгә алынған ҡатын-ҡыҙҙарға, ағинәйҙәргә оло рәхмәтемде еткерәм.