+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2018, 13:13

Изге сәфәр ҡылдыҡ

Рамаҙан айын үҙен мосолман тип таныған һәр кем изге уйҙар, яҡшы ғәмәлдәр менән генә үткәрергә те-йеш һәм һәммәбеҙ тап шулай эшләргә ынтылабыҙ. Красноусол ауы-лы ағинәйҙәре лә тап ошо изге айҙа мохтаждарға ярҙам итеү, үҫеп килеүсе йәш быуынға әхлаҡ, әҙәп, илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, халҡыбыҙға хас булған боронғо йолаларҙы, ғөрөф- ғәҙәттәрҙе өйрәтеү йәһәтенән байтаҡ эш алып барҙы. Шулар араһында Архангел районының Максим Горький ауылында урынлашҡан республика кимәлендәге "Мәрхәмәтлек" инвалидтар һәм ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарттар тәрбиәләнгән интернат-пансионатҡа сәйәхәтебеҙ айырыуса мөһим урын биләй.

Ике ҡатлы күркәм бинала урынлашҡан интернат-пансионатта республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан 125 кеше тәрбиәләнә. Улар араһында 21 райондашыбыҙ ҙа бар. Алдан һөйләшеп-килешелгән ваҡытта беҙҙе пансионаттың өлкән шәфҡәт туташы Гөләйҙә Ғәлина, күтәрмәлә ултырған әбей-бабайҙар ихласлап ҡаршы алды.

- Аҙна һайын тиерлек ҡунаҡтар килеп тора беҙгә, яҡташығыҙ, Рәсәй һылыуы Альбина Әхтәмова етәкселегендә ирекмәндәр инде даими ҡунағыбыҙ, - ти Гөләйҙә Шакир ҡыҙы. - Үткән аҙнала ғына "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре килеп, матур концерт ҡуйып, баҡсабыҙға алмағастар ултыртып киттеләр. Шуға ла ҡунаҡтар килә тиһәң, йөрөй алған ҡарттарыбыҙ һөйөнөшөп, үҙҙәренсә ҡупшыланып, кейенеп тә ҡуялар.

Уның һүҙен ҡеүәтләгәндәй, ишек алдындағылар ҡайҙан булыуыбыҙҙы, нисек килеп етеүебеҙҙе белешеп, концерт ҡуяһығыҙмы һуң, тип һорашып та өлгөрҙөләр. Алып килгән бүләктәребеҙҙе, күстәнәстәребеҙҙе урынлаштырыуға иркен "концерт залы" тамашасылар менән тулғайны инде.

Концертты алып барыусы ағинәй Луиза Мәүлетҡолова ғафуриҙарҙан сәләм еткереп, уларҙың барыһын да мосолмандарҙың иң мәртәбәле, һиммәтле Рамаҙан айы менән тәбрикләне. Әбей-бабайҙарға ағинәйҙәр башҡарыуындағы мөнәжәт, шулай уҡ Ғәйшә Шәүәлиева, Миңзилә Заһиҙуллинаның йырҙары, Ләйсән Табулдина менән Фәйрүзә Ғибаҙуллинаның дәртле бейеүҙәре, Гөлшат Вәлиева, Сания Мөлөкованың шиғырҙары бик оҡшаны. Улай ғына ла түгел, үҙҙәре лә ҡушылып йырланылар, бейенеләр. Ҡаты сир арҡаһында йәшләй генә аяҡтан яҙған Надежда Шелчкова, хеҙмәт ветераны Юрий Григорьевичтың шул тиклем моңло итеп йырлауына хайран ҡалдыҡ. 82 йәшлек Дилбәр ағай Ғәниев йәштәрҙән арттырып һикереп төшөп бе-йене. Әйткәндәй, тап беҙ килгән көндө Әхмәтзыя бабай Мусинға 90 йәш тулған. Юбиляр менән оҫта бейеүсегә район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, эшҡыуар Хәннән Ишмырҙин бүләк тапшырҙы.

Һуңынан Гөләйҙә Шакир ҡыҙы интернат-пансионат, ҡарттарҙың йәшәү шарттары менән таныштырҙы, райондаштарыбыҙ менән һөйләшеп-аралаштыҡ, уларға тип атап килтергән бүләктәребеҙҙе тапшырҙыҡ.

Әйтергә кәрәк, республикабыҙҙа ошондай ауыр хәлдә ҡалғандар хаҡында тейешле хәстәрлек күрелә, бүлмәләр иркен, таҙа. Бер ғаилә булып йәшәргә теләүселәргә

айырым бүлмә бирелә һәм улар уны үҙҙәренсә биҙәп, гөлдәр үҫтереп ҡәҙимге ауыл өйө рәүешенә килтергәндәр. Ҡул эштәре менән булыу, өҫтәл уйындары, дини байрамдар үткәреү өсөн айырым бүлмәләр бар. Ҡарттар ҙа бындағы йәшәү шарттарынан, хеҙмәткәрҙәрҙең эшенән ҡәнәғәттәр.

Күмәкләшеп аралашып, сәй эскәндән һуң ҡайтырға йыйындыҡ. Ҡаршы алғандағы кеүек әбей-бабайҙар рәхмәт әйтеп, тағы килеүебеҙҙе, яҡташтарыбыҙ ғафуриҙарға сәләм еткереүебеҙҙе һорап ҡалдылар.

Яҙмамды тамамлап, күптән уйланған ошо сәйәхәтебеҙҙе бойомға ашырырға ярҙам иткән "Аҡбуҙат" такси хеҙмәте етәксеһе Хәннән Ишмырҙин, Ҡурғашлы ауы-лынан Рәшит хәҙрәт Сөләймәнов, шулай уҡ Илдар Ғибаҙуллин, Рамаҙан Табулдинға сикһеҙ рәхмәт әйтке килә.


Читайте нас: