+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь 2018, 11:59

Социаль хеҙмәткәрҙәр байрам итте

7 июндә район мәҙәниәт һарайында Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Байрам кисәһен асып, "Изгелек шишмәһе” автономлы коммерция булмаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Розалия Рахманғолова иң миһырбанлы һөнәр эйәләре - социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары уңайынан ихлас ҡотланы. Һәм традицияға ярашлы, байрам айҡанлы бер төркөм социаль хеҙмәткәрҙәргә "Иң яҡшы социаль хеҙмәткәр”

Дипломдары, министрлыҡтың, ойошманың Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырып үтте. Шулай уҡ үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүсе Үҙәк район дауаханаһы, "Ғафури мәғлүмәт үҙәге”, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе етәкселеген Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Был көндө ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр бик күп булды. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова ла район хакимиәте, хакимиәттең социаль блогы исеменән тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Йәнә бер төркөм хеҙмәткәрҙәр уның ҡулынан район Советы һәм хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

Артабан "Иң яҡшы социаль хеҙмәткәр” конкурсы үтте. Был титул өсөн бәйгелә 6 конкурсант ярышты. Ҡотлоғужа ауылынан 17 йыл хеҙмәт стажлы Айгөл Әхмәтшина, Һабайҙан Рәзилә Хәбибуллина (10-сы йыл эшләй), Имәндәштән Рәйсә Йомағолова (7 йыл), Антоновканан Алена Трифонова (17 йыл), Мораҡтан Ирина Ғиззәтуллина (хеҙмәт стажы - 20 йылдан ашыу) , Зоя Авдеевалар (9 йыл) "Минең булмышым – социаль хеҙмәткәр” эссеһын да яҡланы, тест һорауҙарына ла яуап бирҙе, төрлө сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдарын да эҙләп тапты, ижади һәләттәрен дә асты, аш-һыуға маһирлыҡтарын да жюри хөкөмөнә тәҡдим итте. Ниһайәт, ҡыҙыҡлы бәйге үҙ эшенең оҫталарын асты. Р.Йомағолова һәм И.Ғиззәтуллина Дипломдар менән бүләкләнде. А.Трифонова – 1-се, З.Авдеева – 2-се, А.Әхмәтшинаға 3-сө урындар бирелде. Гран-приға Р.Хәбибуллина лайыҡ булды. Конкурсанттарҙың барыһы ла ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Район ветерандар советы рәйесе Э.Мөлөкова хеҙмәт ветераны З.Авдееваға Рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырҙы.

Рәзилә Хәбибуллина алып барған кисәне Гөлфирә Бәширова, Эльвира Насирова, Хызыр Нәзиров, Розалия һәм Зарина Зәйнуллиналар, Гөлсөм Ғәлиуллина башҡарыуындағы йырҙар биҙәне. Сара күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.
Читайте нас: