-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2018, 12:27

Ғилем-белем юлын үҙ иттек

Мин күптән түгел 90 йәшемде билдәләнем. Имәндәш ауылында донъяға килгәнмен. 1930 йылда ошо ауылдан айырылып сыҡҡан кешеләр Мәндем йылғаһы буйына Туғай тигән ауыл төҙөйҙәр һәм беҙҙең Мәжитовтар ғаиләһе бында күсеп килә. Атайым Абдулхаҡ башланғыс кластар уҡытыусыһы булһа, инәйем бар ғүмерен колхоз эшенә арнаны. Мин Мәндем буйында үҫтем. Башланғыс белемде Туғайҙа алдым, 5-се класты Сәйетбаба мәктәбендә дауам иттем һәм 10-сы класты тамамлағас, Өфөлә витамин заводында эшләнем.

Бала, үҫмер саҡ хәтирәләренә бирелһәм, 1942 йылдың 23 авгусында ата-йымды һуғышҡа оҙатыу мәле иҫкә төшә. Кистән бер көн алда ауыл клубында атайым менән бергә дүрт кешене оҙатыу йыйылышы булды. Мин унда “Еңербеҙ” гәзитендә баҫылып сыҡҡан “Мин әҙермен” шиғырын (ул әле лә иҫемдә) уҡыным. Һөйләп бөткәс, атайым мине сәхнәнән күтәреп алды.

Аллаға шөкөр, ут-һыуҙарҙы кисеп, атайыма һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булды. Ул мөғәллимлек эшен дауам итеп, Юлыҡ, Юрмаш ауылдары мәктәптәрендә балаларға белем бирҙе. Беҙ 8 бала үҫтек. Ғаиләлә иң өлкәне – Шәһит ағайым һуғышта ҡатнашты, өлкән лейтенант ине. Рауза апайым Юлыҡ, Таш-Аҫты, Юрмаш ауылдарында башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Әле уға 96 йәш, Красноусолда йәшәй. Фәриҙә апайым да Үзбәкстан тарафтарында балаларға белем бирҙе, арабыҙҙа юҡ инде. Һеңлем Назия Ҡауарҙы мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 82 йәшендә мәрхүмә булды. Энем Нияз Абдулхаҡ улы – академик, Башҡортостандың билдәле археологы, мәрхүм инде. Тағы ла бер һеңлем – Клараға 80 йәш, Үзбәкстанда ғүмер итә. Винер энем инженер булып эшләп, пенсияға сыҡты, Красноусолға ҡайтып төпләнде. Мин үҙем дә уҡытыусы һөнәрен һайлап, Үзбәкстандағы уҡытыусылар институтын, артабан Фирғәнә институтын ситтән тороп тамамлағас, Джуманшуйҙа математика уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаным. Тормош иптәшем Усман менән 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына сығарҙыҡ. 2-һе нәҫелебеҙҙән килгән уҡытыусы һөнәрен һайланы. Ҡыҙҙарым тормошталар, ейәндәрем үҫә.

2003 йылда тыуған Башҡортостанға ҡайтырға насип булды. Бөгөнгө көндә инде Туймазы районының Ҡандра ауылында йәшәйем. 90 йәшем уңайынан РФ Президенты В.В.Путиндың, Туймазы районы хакимиәте башлығының, Ҡандра ауыл биләмәһе башлығының һәм Туймазы ветерандар советы рәйесенең Ҡотлауҙарын ҡабул итеп алдым. Шулай уҡ 90 йәшлек олпат юбилейым уңайынан ҡоролған табында балаларым, туған-тыумасалар, дуҫтар тәбрикләне.
Читайте нас: