+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2018, 13:47

Хәтер кәрәк тереләргә

22 июнь – Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 77 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй “Хәтер шәме” акцияһында ҡатнашыу өсөн район үҙәге халҡы Красноусолдың Геройҙар Аллеяһына һуғыш башланған ваҡытҡа – иртәнге сәғәт 4-кә йыйылды. Улар араһында хеҙмәт һәм тыл ветерандары, ололар, йәштәр һәм балалар булды, күптәр ғаиләләре менән килгәйне.

Митинг һуңында аяуһыҙ һуғыштың һалҡын еле ҡағылған һәр кем яуҙа һәләк булғандар һәйкәленә тере сәскәләр һалды, шәмдәр яндырҙы, балалар һауа шарҙары осорҙо.

Ошондай уҡ митингтар райондың башҡа ауыл биләмәләрендә лә үтте.


Читайте нас: