+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2018, 17:05

Һайлауҙарҙы лайыҡлы уҙғарыу - беҙҙең бурыс

Башҡортостан Респуб-ликаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауға әҙерлек барышы буйынса Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиев менән әңгәмәләшәбеҙ.

- Хәйҙәр Арыҫлан улы, ағымдағы йылдың март айын-да ил президенты һайлауы үтте – республикала һайлау системаһын үҫтереү йәһәтенән уның төп йомғаҡтары нисек?

- Шуныһын билдәләргә кәрәк, һайлауҙарҙы ойоштороу йәһәтенән уның сифаты күтәрелде тип әйтә алам. Ил буйынса тәү тапҡыр “Мобиль һайлаусы” механизмы индерелеүе менән бәйле, республиканың 130 меңдән ашыу кешеһе үҙенең йәшәгән урыны буйынса ғына түгел, ҡайҙа урынлашыуына ҡарап тауыш бирә алды. Участка һайлау комиссияларының йомғаҡлау протоколдарына QR кодировка технологияһы ҡулланыу үткән һайлауҙың тағы ла бер яңылығы булып торҙо. Һайлауҙарҙың ғәҙел үтеүе өсөн рекордлы һанда күҙәтселәр эшләне. Быларҙың барыһы ла граждандарҙың һайлау системаһына һәм һайлау йомғаҡтарына ышанысын арттырҙы.

- Тауыш биреү көнөндә һәм һайлауға әҙерлек мәлендә граждандарҙан килеүсе мөрәжәғәттәрҙе анализлау һөҙөмтәһе буйынса билдәле бер һығымта эшләнде, күрәһең?

- Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау кампанияһы барышында Үҙәк һайлау комиссияһына 178 мөрәжәғәт килде. Уларҙың барыһы ла законда ҡаралған ваҡытта һәм тәртиптә ҡаралды, алты осраҡта ялыуҙар нигеҙле тип табылды. Ебәрелгән хаталар һәм эшләп еткермәүҙәр беҙҙең тарафтан ентекле тикшерелде һәм уның һөҙөмтәләре эш кәңәшмәләрендә, уҡытыу семинарҙарында өйрәнелде.

- Хоҡуҡ боҙоусылар ниндәй яза алды?

- Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ғәйеплеләр административ яза алды, участка һайлау комиссияһының биш ағзаһы үҙҙәренең вәкәләтлелеген һалды һәм яңынан булдырылған комиссияға индерелмәне. Шуныһын билдәләр инем, тауыш биреү көнөндә көсөргәнешле ритм барышында бик һирәк булған хоҡуҡ боҙоуҙар участка комиссияларының дөйөм һөҙөмтәһенә бер нисек тә йоғонто яһай алмай. Форсаттан файҙаланып, Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау барышындағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн барлыҡ кимәлдәге һайлау комиссиялары ағзаларына ҙур рәхмәтемде белдерәм.

- Май аҙағында республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һайлауҙар тураһындағы төбәк законына үҙгәрештәр индерҙе һәм был нимә менән бәйле?

- Башҡортостан Республикаһы Һайлау тураһындағы Кодексҡа үҙгәрештәр индерелеүе федераль закондарға тап килтерелеү менән бәйле. Мәҫәлән, респуб-лика кимәлендәге һайлауҙарҙа граждандарҙың һайлау хоҡуғын ғәмәлгә ашырыуҙа яңы тәртип булдырылды һәм ул тауыш биреү көнөндә үҙең йәшәгән урындан ситтә булыуға ҡағыла. Кандидаттарҙы яҡлап ҡултамға йыйғанда кандидаттар исемлегендәге ҡултамға ҡағыҙҙарында ҡултамға ҡуйыусы граждандарҙың йәшәгән урынын күрһәтеү талабы бөтөрөлдө. Шулай уҡ граждандарҙың үҙ һайлау хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу өсөн яҡшыраҡ шарттар тыуҙырыусы башҡа үҙгәрештәр ҙә индерелде.

- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылышы нисек формалаштырыласаҡ?

- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай 110 депутаттан тора. Депутаттарҙың яртыһы бер мандатлы округтар буйынса һайлана. Һайлауҙа еңер өсөн башҡа кандидаттан күберәк тауыш йыйыу талап ителә. Башҡа 55 депутат партия исемлегенә берҙәм республика һайлау округтары буйынса пропорциональ тауыш һанына ҡарап һайлана.

- Һайлау кампанияһында яҡын арала беҙҙе ниндәй ваҡиғалар көтә?

- Партиялар өсөн һайлау кампанияһы кандидаттар исемлеген күрһәтеү маҡсатында конференция, йыйылыш уҙғарыуҙан башлана. Был этап 30 көн дауам итә. Бер мандатлы округтарҙа партияларҙан булған кандидаттар һәм үҙ-үҙен күрһәтеүселәр өсөн дә ошондай уҡ ваҡыт бирелә. Бер мандатлы округтарҙа партияларҙан булған кандидаттар исемлеге, үҙ-үҙен күрһәтеүсе кандидаттар өсөн үҙҙәрен яҡлап ҡултамғалар йыйыу талап ителә. Законға ярашлы, айырым партиялар ҡултамға йыйыуҙан азат ителә һәм уларҙың исемлеге республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырылған.

- 2018 йылдың 9 сентябрендә һайлауҙы ойоштороу алдынан ниндәй бурыс-тар тора?

- Һайлауҙар ҡәтғи рәүештә закон талаптарына һәм демократик принциптарға ярашлы итеп уҙғарылырға һәм уның һөҙөмтәләре бер ниндәй шик ҡалдырырға тейеш түгел. Башҡа бурысҡа килгәндә инде, ғәҙел һайлау уҙғарыуҙың иң төп шарты булып һайлау комиссияһы ағзаларының һөнәри оҫталығы тора. Быға беҙ ҙур иғтибар бүләбеҙ һәм әле әүҙем рәүештә уҡыуҙар уҙғарабыҙ. Шулай уҡ барлыҡ кимәлдәге комиссия ағзалары һайлау тураһында граждандарҙы мөмкин тиклем мәғлүмәтлерәк итергә тырышыр һәм һайлаусылар 2018 йылдың

9 сентябрендә аңлы һайлау эшләр тип ышанам.
Читайте нас: