+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2018, 12:19

Табын йәштәре Йомран Табын ерендә йыйылды


18 йәштән 35-кә тиклем 200-ләп йәш табынлы бында үҙҙәренең авторлыҡ проекттары менән сығыш яһаны һәм үҙ ырыуының иң яҡшы вәкиле икәнен иҫбатларға тырышты. Ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы Табын ырыуҙары союзы ойошмаһының рәйесе Нияз Сәлимов, Ҡырмыҫҡалы районы табындарының ҡор башы Фәрит Ҡотлобаев, ғалим Тимерғәли Килмөхәмәтов, ойоштороу комитеты рәйесе Рәйлә Вахитова сәләмләне.

Көн дауамында уйын майҙансыҡтары спорт ярыштарынан, белем майҙансыҡтары төрлө проект яҡлауҙарҙан, сәхнә йыр-моңдан бушаманы, күргәҙмәләр, уҡ атыу (“Батыр” клубы етәксеһе Илдар Абызгилдин ойошторҙо) һәм башҡа күңел асыу уйындары ойошторолған ерҙәрҙән халыҡ өҙөлмәне. Ғафури районы табындары ҡоро башы Һаҙый Юлмөхәмәтов Мәжитовтар шәжәрәһе һәм "Красноусол" шифаханаһының кесе күргәҙмәһен, Р.Сабитова милли стилдәге биҙәүестәр күргәҙмә-һатыу ойоштороп алып барҙы.

Быйыл беренсе тапҡыр Табын батыры һәм һылыуҡайы асыҡланды. Һәр төбәк үҙенең иң һәләтле, батыр һәм матур йәш вәкилен сығарҙы был бәйгегә. Визитка, концерт номеры, милли көрәш, армреслинг һәм ат туғарып егеү кеүек конкурстарҙы еңел башҡарып, беҙҙең райондың быйылғы һабантуй батыры Сәйетбабанан Илгиз Ғәзизов Гран-приға лайыҡ булды. Уға “Табын батыры” таҫмаһы бәйләнде, кубок, иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Ҡарлуғас Йәрмиева өс музыка ҡоралында (ҡурай, ҡумыҙ, хайран) уйнап, саф көмөштән һәм мельхиорҙан эшләнгән биҙәүестәр менән күргәҙмә тәҡдим итеп, хайран ҡалдырҙы. Ул “Табын һылыуҡайы” конкурсында дүртенсе урынға лайыҡ булып, табындар тарихына арналған “Табын” китабы менән бүләкләнде. Гран-приҙы иһә Учалы һылыуы Лилиә Йәнтүрина яуланы.

Шахматсыларыбыҙ былтырғы йыйында ла тәүге урындарҙы яулап ҡайтҡайнылар, быйыл да шул уңыштарын ҡабатланылар. Беренсе таҡтала Айҙар Исхаҡов, икенсеһендә Илсур Исхаҡов беренселеккә сыҡты. Шуға өҫтәп Илсур 70 кг-ға тиклемге гер күтәреүселәр араһында ла беренсе урын алды. Алина Бикҡужина өсөнсө таҡтала икенсе урын яуланы. Шахматсылар ярышын ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн Ғафури районы табын ойошмаһының идара рәйесе Ғ.З.Ҡалмырҙин бағыусылар "Красно-

усол" шифахананаһына (Ф.Х.Мәжитов), эшҡыуарҙар Хәннән Ишмырҙин, Фәйзулла Сөләймәнов, Азат Хужаев, Айрат Кәримов, Ғөбәйҙулла Зәйнетдиновҡа, район Советы депутаты Фаил Зәйнетдиновҡа һәм башҡа теләктәш күрһәтеүселәргә ҙур рәхмәтен еткерҙе.

Ҡырмыҫҡалылар форсаттан файҙаланып, "Өлгөлө йәш табын ғаиләһе", "Йәш күп балалы ғаилә", "Өлгөлө йәш табын йорто" номинацияларында еңеүселәрен бүләкләп үттеләр.

Тирмәләр конкурсында беренсе урын Архангел районында, икенселә -ҡырмыҫҡалылар, өсөнсө урынды дәүләкәндәр алды. Шәжәрә конкурсында тәтешлеләр мәшһүр Ғәли Соҡорой шәжәрәһе менән тәүге урында булһа, икенсе урынға ике район - Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы вәкилдәре сыҡты. Өсөнсөгә Ҡариҙел районынан Мостафиндар шәжәрәһе лайыҡ булды. Кискә тиклем табын ырыуҙары йәшәгән төбәктәрҙән килгән йәш таланттар зауыҡлы һәм моңло концерт ҡуйҙы. Фәнзил Ғәлин күңелдәргә ҡуҙ һалырлыҡ йырлаһа, балалар "Байығы" еңеүсеһе, хәҙерге мәлдә Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһы уҡыусыһы Искәндәр Әбелғужин өҙҙөрөп бейеп, халыҡты дәртләндерҙе.

Киләһе "Табын-фест" Тәтешле ерендә уҙғарыласаҡ.
Читайте нас: