+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2018, 11:41

Атайым һәм инәйем тураһында һүҙ

“ ... Мағаш тауҙарынан күренеп ята

Арҡаларҙа үҫкән аҡ бойҙай,

Балаҡайҙарым һеҙгә теләгем шул:

Бәхетле ғүмер бирһен бер Хоҙай...”

(Сәйфетдин олатайым васыятынан).

Еҙемебеҙ – тереһыуыбыҙ, матур тәбиғәтебеҙ, күркәм холоҡло, рәхмәтле, иманлы, изгелекле балаларҙың бермә-бер ишәйеүен насип ит, ауылыма!

Һаумы, таныш баҡса! Мәктәп баҡсаһы! Һаумыһығыҙ, таныш ағастар, олпат ҡарағайҙар! Ниңә шымдығыҙ?! Ниңә Юлыҡ ауылын тултырып яр һалмайһығыҙ?! Ниңә: “Ҡайҙа булды беҙҙең шаулы мәктәп урамдары, ҡайҙа һеҙ, эркелешеп торған күмәк балалар?”- тимәйһегеҙ?! Нисек түҙәһегеҙ? Бик күп ваҡыт та үтмәне бит, бына ғына кеүек. Һеҙ бит үткәндең шаһиттары! Шаулы урам – мәктәп урамы! Нисә быуын һиндә үҫте, тәрбиәләнде! Һәммәһе лә, моғайын, рәхмәтлелер, һиңә! Үткәндәрҙең хәтерен һаҡлайҙыр бындағы ҡарағайҙар! Һаҡлайҙыр, һағыналыр... Ни хикмәттер, улар һыны аша күңелгә үткәндәр хәтирәһе тула бит әле лә!

Кирбестән һалынған матур яңы мәктәп ултыра хәҙер. Был мәктәп тә ауыл халҡының шаулы балалары менән шығырым тулһасы. Элек бит, мәктәбебеҙ айырым-айырым ағас биналарҙан тора ине, балалар һаны бик күп булды. Класс кабинеттары утын яғып йылытылды. Мәктәптә уҡыу-уҡытыу, тәрбиә биреү шауы һәр саҡ күмәк өмә уҙғарыуға торошло ине. Ниҙәр генә эшләмәй ине уҡыусылар, уҡытыусылар! Мәктәп баҡсаһында нимә генә үҫтермәне улар, колхозға ниндәй генә эштәрҙә ярҙам итмәне, ағастар ултыртыу ҙа ситтә ҡалманы. Һәр эштең уртаһында уҡытыусылар була ине. Бар ғүмерен мәктәп эштәренә бағышлаған татыу уҡытыусылар коллективы ауылдың йөҙөк ҡашы булды мин үҫкән йылдарҙа.

Уҡытыусылар... Был һүҙҙең бар хикмәтен үҙ иңдәре менән күтәргән, ғүмерҙәренең һәр миҙгелен, уҡытыу һәм балалар тәрбиәләүгә биргән ябай ҙа, яуаплы ла һөнәр эйәләре – инәйем менән атайым тураһында һүҙем.

Уҡытыусы балаһы булдыҡ беҙ. Инәйем Рита (Мөғәлимә) Рамазан ҡыҙы һәм атайым Фәйез Сәйфетдин улы Дәүләтбаевтарҙың мөхәббәт емештәре – Хоҙайға шөкөр, алты бала (Флүр, Лилиә, Алия, Фәнүр, Зилә, Фәнир). Үҫкәндә һәр саҡ: “Ниңә атай-инәйемдәр колхозсы ғына булмаған икән?”- тип уйлана инек. Уйланырһың да! Нисә ҡарама – улар мәктәп мәшәҡәттәре менән ҡайҙалыр сығып киткән булалар. Инәйем ғүмере буйы урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән, атайым хеҙмәт, рәсем, кәрәк булһа, биология, география дәрестәрен дә уҡытты. Күптән инде үҙҙәре лә олатай-өләсәй булған ағай-апайҙар - атайымдың уҡыусылары: “Фәйез абыйға рәхмәт, йышҡы-бысҡы менән эшләргә лә, тракторҙа йөрөргә лә өйрәтте беҙҙе, аҙаҡ, тормошта бик кәрәк булды,”- тиҙәр. Инәйемдең дәрестәрен, уҡыусыларына изге һүҙҙәрен, хатта мәҙәктәрен дә көлөп иҫтәренә төшөрә, сәләмдәр тапшыра уларҙың элекке уҡыусылары. Рәхмәт төшһөн үҙҙәренә лә. Урыҫ теле уҡытҡас, инәйем мәктәп тамамлаған һәр уҡыусыға тиерлек ҡылыҡһырлама (характеристика) яҙа ине.

Ауылдаштар, күрше-күләндәр документ-фәлән юллағанда инәйемә килә торғайны. Шундай ваҡыттарҙа, инәйем бар эшен ташлап, ярҙам итеү мәшәҡәттәренә тотона торған булды. Ул замандарҙа район үҙәгенә автобус йөрөмәне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үткенсе машиналарға ултырып юллана ине ул унда. Юллана ла, эшен дә еренә еткереп ҡуя. Күпме кешегә пенсия, ниндәйҙер дотациялар, ветеран кенәгәләре юллап алырға, тағы әллә ниндәй беҙ аңлап етмәгән нәмәләрҙә ярҙам итә ине. Уның тураһында: “Рита апа баҫҡан ерендә ут сығара бит ул!” – ти торғайнылар. Ниндәй ҡупшы кейенешеп йөрөнөләр улар парлашып ауыл урамдарында! Ауылдаштар ҡараштары менән ҡаршылап, оҙата ине уларҙы.

Ауыл ҙур. Мәктәп алыҫ. Һауа шарттары гел шатландырып тормай. Юлдар насар. Уҡытыу ике сменала бара. Аҙнаның ике көнөндә колхоз эшселәре өсөн киске уҡыуҙар. Көн дә, ауыл почтальоны Зәйнәп әбейем кеүек, сумка-сумка дәфтәрҙәр – төнгә лә эш етерлек. Өйөңдә өлгөрәһеңме, малыңды ҡарайһыңмы – теләһә ни эшлә - совет заманы! Агитатор эштәре лә бар ине – тәғәйенле урам кешеләрен йыйып, күрше-тирәңде “Агитатор блокноты” тип аталған брошюралағы яҙмалар менән таныштыраһың. Уҡытыусыға ташлама юҡ! Райондан туҡтауһыҙ дәрес тикшерергә килгәндәргә лә, былай ҙа асыҡ дәрестәр үткәреүҙәр, мәктәп баҡсаһында йәшелсә, емеш-еләк үҫтереү өсөн Еҙемдән көйәнтәләп һыу ташып һибеүҙәр, йәйгеһен сүп утау, ер йомшартыуҙар, класс менән һарыҡ, һыйыр фермаларына ярҙамдар, бәрәңге сәсешеү-ҡаҙышыуҙар, сөгөлдөр, Арҡалағы ырҙын табағында иген елгәреү эштәре, көҙөн ра-йонда уңыш һатышыуҙар, мәктәпте йылытыр өсөн урманда утын әҙерләүҙәр, уны бысып ярыу – бар ергә лә етешергә тура килә ине уларға. Уҡыу йылы аҙағында экскурсия, походтар. Әйткәндәй, атайым менән инәйем Юлыҡ мәктәбе уҡыусыларын походтарға иң тәү башлап йөрөтөүселәр ҙә булдылар.

Ул замандарҙа мәктәбебеҙ йырлап-гөрләп йәшәне! Йырланылар ҙа, сәхнә әртистәре лә булды уҡытыусылар. Ниндәй оҫталыҡ менән ҡуя ине улар спектаклдәрҙе! Репертуарҙары ла йыл һайын үҙгәреп тора ине. Һәр уҡытыусыға роль табылды! Оло хөрмәт менән иҫкә алам атайым, инәйемдең бер осорҙа бергә эшләгән уҡытыусыларҙы. Әлбиттә, хәҙер күптәре хаҡлы ялда, ҡайһылары фанилыҡҡа күскән, ауыр тупраҡтары еңел булһын... Мәктәптә оҙаҡ йылдар директор вазифаһын башҡарған Ишмырҙин абый (исеме Сәмиғулла булһа ла, беҙ уға хөрмәт йөҙөнән, фамилияһы менән өндәшә инек), Әхмәт абый менән Хәҙисә апа, Мәрүә апа, Нәжибә апа менән Фәхрәзи абый, Сафуан абый менән Миңзилә апа, Рима апа Юлыҡова, Рима апа Рафиҡова, Сәкинә апа менән Рәсүл абый, Альмира апа, Гөлфара апа менән Шәйхетдин абый, Роза, Таңһылыу, Бибинур, Тәслимә, Фируза апалар, Флүрә апа менән Наил абый, Раил абый, Дамир абый һәм башҡалар. Улар бит үҙ өлгөһөндә тәрбиә бирҙе ауыл балаларына! Хәҙергеләй күҙ алдымда, Әсғәт Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә сәхнә ни тиклем юғары кимәлдә биҙәлгән ине! Ҡайһылай тулҡынландырғыс башҡарҙы улар ролдәрҙе! Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһы нисек шәп ҡуйылды! Хатта, аҙаҡ ауылға килгән әртистәр ҙә уларҙан ҡайтыш уйнаны кеүек...

Атайым менән инәйемдең бына шулай гөр килеп йәшәгән мәле әлегеләй күҙ алдыбыҙҙа.

Барыһын да бер мәҡәләгә генә яҙып һыйҙырып булмай. Ә һандарға килһәң, улар шаяртмай икән! Хоҙай Тәғәлә ярҙамы менән, бергә йәшәүҙәренә 50 йылдан артыҡ ваҡыт үткән! Емешле уларҙың тормош юлы. Әлеге көндәрҙә ейән-ейәнсәрҙәренә лә шатланып ҡарап ултырырлыҡ. Балалары ла үҙҙәре кеүек алсаҡ, кешелекле. Туғандарын да,

ауылдаштарын да хөрмәт итергә өйрәтә белде улар. Атайым менән инәйемдең кешеләргә ярҙамсыллығы, файҙалы кәңәштәре хәл белешер кешеләрҙе һаман да өйөбөҙгә юллатып тора. Уларҙың Юлыҡ

ауылы кешеләре тураһында: “Шулай ҙа беҙҙең ауылдаштар бик яҡшылар,”- тип сағыштырып һоҡланыуҙары, әлбиттә, үҙҙәренә лә ҡағыла. Күңел йылылығығыҙ мул булғандай, тормош хәтирәләрегеҙ ҙә шатланып иҫләрлек һеҙҙең. Шуның менән бай ҙа, күркәм дә һеҙ. Тормош мәктәбендәге юғары баһалар кешелеклелек менән ябайлыҡта күренә лә инде. Бер-берегеҙҙе ихтирам итеп, берегеҙгә икенсегеҙ таяныс та, балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ шатлығын кисереп, татыу, тыныс тормошта кинәнеп йәшәгеҙ, беҙҙең күҙ ҡараһындай күңел терәге булған хөрмәтле Атай һәм Инәйебеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, тигеҙ ҡартлыҡ теләйбеҙ.


Читайте нас: