+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2018, 11:46

Һүҙ оҫтаһы, шағир-импровизатор

Ғафури районында тыуып- үҫеп, башҡорт әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырған, ырыуҙаштарын данлаған яҙыусылар бихисап. Урындағы халыҡ араһында ихтирам ҡаҙанған сәсәндәр ҙә әҙ булмаған әүәл. Бөгөн дә төбәгебеҙҙә сәсәнлек маһирлығы менән билдәлелек яулаған һүҙ оҫталары етерлек. Уларҙың барыһы ла - Вәлиулла Ҡоломбәтов, Сәйфулла Сәғитов, Жәлил Кейекбаев кеүек сәсәндәрҙең традицияһын дауам итеп, һүҙ сәнғәтен юғары кимәлгә еткереүселәр. Телгә алынған тәүге сәсән һәм арҙаҡлы ғалим-телсе тураһында күптәр белә инде. Ә кем һуң ул Сәйфулла Сәғитов?

Уның тураһында «Башҡорт энциклопедияһы»нда шундай юлдар бар: «Сәғитов Сәйфулла Төхвәтулла улы 1893 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Оло Үтәш ауылында тыуа. 1957 йылда шунда уҡ мәрхүм була. Шағир-импровизатор. 1907-1910 йылдарҙа Һарт-Наурыз ауылы мәҙрәсәһендә (хәҙер Ҡырмыҫҡалы районы) ғилем эстәй, артабан тыуған ауылында мөғәллимлек итә. 1914 йылда ҡаты сирләп китеп, күҙҙән яҙа. Артабанғы йылдарҙа ижад эше менән мәшғүл була. Ул «Башҡорт халыҡ ижады» китабына индерелгән ике мулланы һемәйткән наҙан крәҫтиән тураһындағы «Өс аусы» әкиәте, тәкәбберлек һәм баҫалҡылыҡ хаҡындағы «Суйын сүлмәк менән балсыҡ сүлмәк» мәҫәле, «Совет баҡсаһы», «Колхоз» кеүек шиғырҙар авторы. С.Сәғитовтың әҫәрҙәре Рәсәй Фәндәр академияһының Ғилми архивында һаҡлана».

Ғалим-фольклорсы Салауат Ғәлин «Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады» китабында Сәйфулла сәсәндең ижады хаҡында ла бер ни тиклем яҙған, «Башҡорт энциклопедияһы»на мәғлүмәтте нәҡ ул әҙерләп биргән.

Сәйфулланың ата-инәһе бик иртә донъя ҡуя. Етемлек ыҙаларын күп кисергән, Хатип хәҙрәт Халиҡовтың мәҙрәсәһендә шәкерттәргә белем биргән һәләтле егеткә яҙмыш тағы ауыр һынау ебәрә – 21 йәшендә тома һуҡыр ҡала. Әммә Сәйфулла төшөнкөлөккә бирелмәй, киреһенсә, сәмләнеп ижад эшенә тотона. Бәләкәйҙән әкиәттәр уйлап сығарыуға әүәҫ булған зирәк егет тора-бара телдән шиғырҙар тыуҙыра башлай. Әҫәрҙәрен яҡын-тирәләге ауыл халҡы алдында ихлас яттан һөйләр булған. Бөйөк Аҡмулла кеүек ул да бына шулай ырыуҙаштары күңеленә аң-ғилем, мәғрифәт орлоҡтары сәсеп йөрөгән.

Бөгөнгө көндә Сәйфулла сәсәндең ике балаһы иҫән-һау: 91 йәшлек Кәшифә әбей Стәрлетамаҡ ҡалаһында ғүмер итә, Чернобыль ветераны 74 йәшлек Салауат улы Ишембайҙа йәшәй. Байтаҡ йылдар элек Ҡаҙағстан яғына сығып киткән 68 йәшлек Фуаттан ғына хәбәр-хәтер юҡ икән.

- Атайым 20 йәшендә Еҙем-Ҡарандың хәлле генә бер кешеһен, ҡаты һыуыҡ төшкән саҡта (ноябрь тирәһендәрәк), ат менән Өфөгә алып бара, - тип хәтирәләре менән бүлеште беҙҙең менән сәсәндең ҡыҙы. – Башына эшләпә генә кейгән була. Шул сәфәрҙән һуң күп тә үтмәй, атайым күҙҙән яҙа. Мейеһе өшөгәндер, тип уйла-йым, шунлыҡтан тома һуҡыр ҡала. Уның күп әҫәрен миңә ҡағыҙға төшөрөргә тура килде. 1946 йылда беҙгә Шәриф Бикҡол килеп, ата-йымдан байтаҡ шиғыр-бәйет яҙып алып китте. Бик зиһенле, белемле ине ул. 1951 йылда мәғариф бүлеге мине Байымбәт (Ҡунаҡбай) ауылына уҡытыусы итеп ебәрергә булғас, атайымды үҙем менән алырға тура килде. Уның күҙҙәре асыҡ булһа ла, бер нәмә лә күрмәй ине. «Сәйфулла бабай күрәлер ул», - тип ҡатын-ҡыҙ уның эргәһенән оялып ҡына үтеп китә торғайны. 1957 йылда баҡыйлыҡҡа күскәс, атайымды ошо ауыл зыяратына ерләнек...

«Башҡорт энциклопедияһы»нда сәсәндең Оло Үтәштә мәрхүм булыуы хаҡында әйтелгән, әммә Кәшифә Сәйфулла ҡыҙы раҫлауынса, атаһының һуңғы төйәге – Байымбәт (Ҡунаҡбай) ауылында. Моғайын, хаҡлыҡ мәрхүмдең ҡыҙы яғындалыр. Ни өсөн тигәндә, ул атаһы ҡәберенә имәндән бура ҡуйыуҙы үҙе хәстәрләй. «Тимер рәшәткә ҡуйып, рухымды рәнйетә күрмәгеҙ, балаҡайҙар», - тип васыят әйтеп ҡалдыра сәсән.

Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Флүрә Хәмит ҡыҙы Хәлилова хәтирәләренән: «Мин Оло Үтәштә йәшәгән Сәйфулла сәсәнде яҡшы хәтерләйем. Ул беҙҙең ауылға гел килеп йөрөй торғайны. Миңә ул саҡта 9-10 йәш самаһы ине. Бөгөнгөләй күҙ алдымда: һуҡыр булыуға ҡарамаҫтан, бөхтә кейенгән, таяҡ тотҡан ҡара күҙлекле, мыҡты кәүҙәле сәсән бабай өй беренсә шиғыр һөйләп йөрөр ине. Кемдәрҙер ҡайғы-хәсрәт кисерһә, уларҙың үтенесе буйынса сәсән бабай шунда уҡ бәйет сығарыр ине».

Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең ғилми архивы мөдире Луиза Ғиниәтуллина әйтеүенсә, сәсәндең мираҫы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 3-сө фондтың 2-се яҙмаһында урын алған. Уның ярҙамында беҙгә Сәйфулла Сәғитовтың бер шәлкем әҫәре һәм ҡайһы бер документтар менән танышып сығырға насип булды.

1949 йылдың 30 сентябрендә төҙөлгән актта яҙылыуынса, ул саҡтағы Тел, әҙәбиәт һәм тарих фәнни-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре Ә.Д.Еникеева менән Р.Н.Тереғолова Ғафури районының Оло Үтәш ауылында фольклор экспедицияһында булған ваҡытта, импровизатор Сәйфулла Сәғитов менән осрашып, сәсән үҙе ижад иткән әҫәрҙәрҙе һәм халыҡ ижады өлгөләрен аҡ ҡағыҙға теркәп ҡуя.

Әҙәби мираҫты ҡағыҙ битенә төшөрөүселәр шундай яҙыу теркәгән: «Сәйфулла Төхвәтулла улы Сәғитов 1893 йылда тыуған (тик тыуған көнөн ни өсөндөр теркәмәгәндәр – авт.), Крупская исемендәге колхоз члены. Уҡый-яҙа белһә лә, һуҡырлығы сәбәпле, уҡый ҙа, яҙа ла алмай. Әҫәрҙәр 1949 йылдың 29 сентябрендә яҙып алынды».

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сәйфулла сәсәндең күп ижад емеше яҙып алынмаған, уларҙың бер өлөшө генә һаҡланып ҡалған.

Сәйфулла сәсән мәҫәлдәр ижад итеүгә лә оҫта була. Юғарыла телгә алынған «Суйын сүлмәк менән балсыҡ сүлмәк» мәҫәлендә ике ҡараш хаҡында һүҙ бара. Ике көршәк дуҫлашып алғас, арбаға менеп ултырып, баҙарға китә. Ләкин тейешле ергә имен генә барып етә алмайҙар: балсыҡ көршәк соҡор-саҡырлы юлда сатнап ватыла. Һығымта шул: тормошта ла, юлда ла үҙең ишеләрҙе һайларға кәрәк.

Үҙе иҫән сағында уҡ халыҡ шағиры, тарихсы, мәғрифәтсе булып танылған Сәйфулла сәсәнде хәтерләүселәр хәҙер әҙ ҡалған. Башҡорт фольклорында яҡты эҙ ҡалдырған йор һүҙле шағир-импровизатор тураһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп уҡыусылары хәбәрҙар булһын ине тигән ниәттән яҙылды был мәҡәлә. Иң мөһиме – Сәйфулла Сәғитов тураһында күберәк мәғлүмәт тупларға, уның аныҡ тыуған көнөн билдәләргә, шәжәрәһен өйрәнергә, мәктәптәрҙә уның ижадына диҡҡәт итергә ине.

Хәҙерге көндә Сәйфулла сәсәндең вариҫтары башлыса Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларында ғүмер итә. Уның өлкән ҡыҙы Кәшифә лә, олоғайыуға ҡарамаҫтан, атаһы кеүек телгә бик оҫта, фекерҙәре тос, хәтере шәп, йәш сағында шиғырҙар ижад иткән. «Әҫәрҙәрем ҡалын ғына бер дәфтәргә теркәлгән », - ти ул. Бына бит сәсәнлек һәләте быуындан-быуынға шулай күсә бара.

Даны алыҫтарға таралған Оло Үтәш мәҙрәсәһе хужаһы – быйыл тыуыуына 160 йыл тулған данлыҡлы дин әһеле Хатип Халиҡов (1858-1910), уның улы – 1921-1923 йылдарҙа БАССР мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй булып эшләгән Мансур Халиҡов (1886-1934), Сәйетбаба мәсетенең имам-хатибы, ошо ауыл мәҙрәсәһенә нигеҙ һалған күренекле дин әһеле, әүлиә Мөхәмәтсабир Халиҡов (1854-1931) кеүек Табын ырыуының бөйөк шәхестәре тыуып үҫкән был бәрәкәтле төйәктә сәсән Сәйфулла Сәғитовты иҫкә алыу кисәһен ойоштороу бик тә сауаплы ғәмәл булыр ине.

«Башҡорт халыҡ ижады» китабында (1982) әҫәрҙәре донъя күргән, быға тиклем «күләгә»лә ҡалып килгән талантлы шағир-импровизатор яҡташтарының ҡәҙер-хөрмәтенә, һис шикһеҙ, лайыҡ.
Читайте нас: