+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2018, 12:29

Тере һыуға тиң шөғөл

Беҙ, Ҡотлоғужа ауылында йәшәүсе 13 кешенән торған Сәләмәтлек төркөмө ағзалары, “Хәрәкәттә - бәрәкәт” тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә үҙ миҫалыбыҙҙа ышандыҡ.

Бөтмәҫ-төкәнмәҫ көндәлек мәшәҡәттәргә алданып, үҙ һаулығыбыҙҙы ҡайғыртырға ла онотоп йәшәп ятҡанда “Изгелек шишмәһе” халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре барыһы ла үҙ ҡулыбыҙҙа икәнлеген, сәләмәт йәшәү өсөн иң мөһиме күберәк хәрәкәтләнергә кәрәклеген аңлатты. Улар өйрәткән скандинав йөрөшөн үҙләштереүгә был бик ҙур этәргес булды. Был ойошма беҙгә махсус таяҡтар, кәүҙә ауырлығын күҙәтеп барыу өсөн үлсәүҙәр, ҡан баҫымын үлсәү өсөн тонометр бирҙе. Скандинав йөрөшө менән шөғөлләнеү арҡаһында барыбыҙҙың да ҡан баҫымы нормалләште, йөрәк, үпкә сирҙәре борсомай, үҙебеҙҙе күпкә яҡшыраҡ тоя башланыҡ.

“Изгелек шишмәһе” ойошмаһы етәксеһе Розалия Фәрит ҡыҙы Рахманғоловаға беҙҙең тормошобоҙға ысын мәғәнәһендә тере һыулы шишмә индергәне өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ беҙҙе төркөмгә йыйып, сәләмәт йәшәүгә өндәп, күҙебеҙҙе асҡан социаль хеҙмәткәр Айгөл Әхмәтшинаға рәхмәтебеҙ ҙур. Киләсәктә лә һаулыҡта, дәрт-дарман менән эшләргә яҙһын тип теләп ҡалабыҙ.

Беҙгә ҡарап башҡалар ҙа тулы ҡанлы тормош менән йәшәү өсөн скандинав йөрөшөнә ылығырҙар тип ышанабыҙ.


Читайте нас: