-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2018, 12:26

Йәй йәмдәре – еләклек

Тәбиғәтебеҙ шифалы үләндәргә, емеш-еләккә ифрат бай. Йәйгә айырыуса бер йәм, йылылыҡ һәм сағыулыҡ өҫтәй еләк-емеш муллығы. Халыҡ: “Шөкөр, еләк-емеш бы-йыл да емерелеп уңды”, - тип һөйөнә. Күптәр мәлен оҫта файҙаланып, татлы тәбиғәт бүләген йыйып өлгөрөргә тырыша. Егәрлеләр һәм аҡса йүнләп ҡалырға теләүселәр оло юл буйҙарында, баҙарҙа ҡыҙарып бешкән татлыҡайҙарҙы әллә ҡасан уҡ тәҡдим итә башланы.

Ташлы ауылынан Альбина һәм Земфира Кәримовалар ҙа (һүрәттә) йыйған еләктәрен Красноусол баҙарына һатыуға килтергән. “Ауылыбыҙ еләкле яландары менән дан тота. Уны Альбина, Виктория ҡыҙҙарым менән йыябыҙ, Тәнзилә өләсәһе менән Рауил олатаһы ла ең һыҙғанып ярҙам итә. Бөгөн бына 500 һумдан һатыр өсөн 5 литрлы 6 биҙрә килтерҙек. Йыл да еләк ваҡытын көтөп кенә торабыҙ, ғаилә бюджетына ярайһы уҡ килем өҫтәү мөмкинлеген файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ,” – тине йүнсел, уңған хужабикә Альбина Кәримова.
Читайте нас: