+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2018, 12:12

Ике орденлы Рәшиҙә

Ғүмерен колхоз эшенә бағышлаған Буруновка ауыл хакимиәтенең Бажыҡ ауылында йәшәүсе Рәшиҙә Шәрифрахман (Шәрип) ҡыҙы Мәхийәнова июндә 80 йәшлек юбилейын билдәләне.

Ишле – 9 балалы ғаиләлә буй еткерә Рәшиҙә. 5-се класҡа тиклем мәктәптә уҡып, киләһе йылына, 6-сыла уҡыуын дауам итергә насип булмай ҡыҙға.

- Бала, үҫмер сағыбыҙҙы һуғыш урлаған быуын булараҡ, мәктәпкә барырға өҫкә кейем, аяҡҡа ла сабатанан башҡа йүнле аяҡ кейеме булмағанлыҡтан (уныһын да кешенән үрҙереп алырға кәрәк ине), уҡыуҙы дауам итә алмай, 12 йәшемдә һарыҡ фермаһына бәрәстәр ҡарарға эшкә барғайным, шунан ары китеп булманы, - тип үҫмер сағына әйләнеп ҡайтып, хәтер йомғағын һүтә Рәшиҙә апай. Артабан сусҡа, һыйыр фермаларында эшен дауам иткән ҡыҙ бына шулай уйламағанда яҙмышын ферма менән бәйләй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, эшкә ҡатҡыл, үҙ бурысына яуаплы була. Тәүге айҙарҙан уҡ үрсемде һаҡлау, артым алыу буйынса өлкәндәрҙән ҡалышмай эшләй. Бөгөн ул бергә эшләгән һауынсыларҙы барлап, әле иҫән булған әхирәттәре Гөләйшә Арыҫланбәкова менән Зәйтүнә Мөрсәлимованы әйтеп үтте.

Һарыҡ, сусҡа фермаһында алдынғылар иҫәбендә булған, ныҡышмал, сәмләнеп, дәртләнеп эшләгән, үҙ эшенә бик яуаплы ҡараған ҡыҙҙы колхоз етәкселеге күреп, һөтсөлөк фермаһына һауынсы итеп күсерә. Бында аҙмы-күпме эшләп ҡала Рәшиҙә, 21 йәшендә Игенйылға ауылы егете Ғиндулла Мәҡсүтов менән тормош ҡороп, ошонда йәшәй башлайҙар. Рәйлә исемле ҡыҙға ғүмер бирәләр. Тик уның шатлығын, изгелеген күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булмай тормош юлдашына, атай наҙын, яратыуын бирә алмай, ҡыҙҙары 40 көнлөк кенә сағында, йәшләй вафат була. Ҡыҙын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра Рәшиҙә апай. Киренән тыуған ауылы – Бажыҡҡа ҡайтып, ҡыҙы менән атай-әсәһе янына һыйына, артабан ҡыҙы ҡул араһына ингәс, төҙөлөп бөтмәгән йорт һатып алып, эшен теүәлләгәс, бында йәшәй башлайҙар. Ҡайтҡас та һөтсөлөк фермаһында, 1993 йылғаса, хаҡлы ялға туҡтағансы, эшен дауам итә.

Берҙән-бер Рәйлә ҡыҙы күптән тормошта, Бурлы ауылына килен булып төшкән, кейәүе менән 4 бала (2 ҡыҙ, 2 малай) тәрбиәләп үҫтереп, ҡыҙҙарының икәүһен, бер улдарын башлы-күҙле иткәндәр, хәҙер инде уларының 2-шәр балаһы бар. Мәләүездә төпләнеп йәшәһәләр ҙә, ҡыҙы кейәүе, балалары менән тыуған нигеҙ тупһаһын һыуытмай, әленән-әле ҡайтып, әсәйҙәренә ярҙамлашып торалар. Фермер булып, күпләп мал-тыуар аҫрап, әсәйҙәрен һөт-иттән, ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек, майынан айырмайҙар. Рәшиҙә апайҙың Буруновка ауылына тормошҡа сыҡҡан ейәнсәре лә ҙур ярҙамсыһы. Ул хәҙер бәхетле өләсәй генә түгел, 1 бүләсәр, 5 бүләгә ҡарт өләсәй ҙә.

-Йәшлегемдә көндө-төнгә ялғап эшләп, ҡыҙымды ла үҙем өлгөһөндә хеҙмәт һөйөүсән итеп тәрбиәләп үҫтереп, бәхетле ҡартлығыма нигеҙ һалғанмын, тим. Ғүмерем бушҡа үтмәне, кеше алдында йөҙөм яҡты - шуға һөйөнәм, - ти барыһына ла ҡәнәғәт булыуын белдереп Рәшиҙә апай.

Заманында үрсем, артым алыу буйынса һәр саҡ алдынғылар, район һауынсылары араһында 4 меңселәр рәтендә булған Рәшиҙә Шәрип ҡыҙының фотоһүрәте Почет таҡтаһынан төшмәй. 1973 һәм 1976 йылдарҙа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн оло наградалар – “Почет билдәһе” һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнә, өс тапҡыр (1977, 1979, 1985 йй.) “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәһенә лайыҡ була. “ХI биш йыллыҡ ударнигы” билдәһен, “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, “Өлгөлө хеҙмәт өсөн” миҙалдарын, төрлө йылдарҙа бирелгән өс тиҫтәнән ашыу башҡа наградаларын, Маҡтау грамоталарын ҡәҙерләп һаҡлай хеҙмәт ветераны.

Рәшиҙә Мәхийәнованың ауылдаштары, бергә эшләгән иптәштәре араһында абруйы ҙур була. 2-3 саҡырылыш рәттән буруновкалар оло ышаныс күрһәтеп, уны район (1977, 1979 йй.) һәм ауыл Советына (1975, 1985, 1987 йй.) депутат итеп һайлайҙар.

Бына шулай, газлы-һыулы йортта, баҡсаһында йәшелсә-емешен, бәрәңгеһен үҫтереп, йортон гөл-сәскәгә күмеп, барыһына шөкөр итеп, яңғыҙы булһа ла бынамын тигән итеп ғүмер йомғағын һүтә ике орденлы хеҙмәт ветераны Рәшиҙә Шәрип ҡыҙы.
Читайте нас: