+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2018, 11:38

Осраштырҙы, күрештерҙе, күңелдәрҙе күтәрҙе


Башҡортостан Респуб-ликаһы Башлығы кәңәшсеһе Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Руслан Йәғәфәр улы Салауатов, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының (элек шундай министрлыҡ бар ине) беренсе урынбаҫары булып эшләгән, бөгөн хаҡлы ялдағы ошо ауыл уҙаманы Марат Хәлил улы Шаймарҙанов, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, хаҡлы ялдағы Марс Шакир улы Сабиров һәм башҡа ҡунаҡтарҙы ауыл осонда ололоҡлап ҡаршы алдылар. Тырантастарға егелгән аттарҙа милли кейемдәге егет-ҡыҙҙар баян моңона ҡушылып йырлап, ауыл урамдары буйлап уҙҙы. Уларҙың артынан килгән ҡунаҡтар ремонттан һуң яңы төҫ алған Бурлы урта мәктәбе менән танышып сыҡты. Имәнлек урамында Тәүхетдиновтар йорто ҡупшылығы, төҙөклөгө менән айырылып тора. Ҡунаҡтар йорт алдында хужалар әҙерләгән һый-ниғмәттән ауыҙ итте.

Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Вәсимә Мөхәрмәтова Бурлы ауы-лы тарихы менән таныштырҙы.

Рөстәм Рифат улы Бурлы халҡын байрам айҡанлы ҡотлап, БР Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡайнар сәләмдәрен күндерҙе. Руслан Салауатов халыҡты ра-йон хакимиәте һәм район Советы исеменән тәбрикләне, ауыл биләмәһе хакимиәте водителе Фәнир Вәлиевҡа район Советының Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. “Ленинизм” колхозында, һуңынан райондың ауыл хужалығы идаралығында баш инженер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Зөлфәр Килмөхәмәтов ауылдаштарын байрам айҡанлы ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе.

“Урожай” крәҫтиән хужалығы етәксеһе, район Советы депутаты Нәжип Хисаметдиновтың да ауыл-даштарына әйтер һүҙҙәре күп ине. Крәҫтиән хужалығына нигеҙ һалыусы, иртә мәрхүм булған Рәүеф Фәйзуллинды хөрмәтләп иҫкә алды, хужалыҡта эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан бер төркөм алдынғыларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында райондың Почетлы гражданы Рәшит Ришат улы Яҡупов, Рәшит Нурислам улы Яҡупов, Фәрит Абдрахманов, Данис Садиҡов, Ғаяз Хәкимов, Әминә Вәлиева кеүек алдынғылар бар ине.

Байрам барышында ауылда берҙән-бер иҫән ҡалған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Минәхмәт Вафа улы Яҡупов, һуғыш ветерандарына тиңләштерелгән Зәбиҙә Ильясова, Мәүә Тәүхетдинова, Әфтәхетдин Садиҡов, Абдулла Яҡупов, тыл ветерандары - Зәйтүнә Әминева, Хөмәйрә Ғүмәрова, Флүрә Ғәйнуллина, Фәймә Ғәлимова, Әминә Нуретдинова, Зәйтүнә Сафина, Ғәбделхәмит Хисаметдинов, Фәниҙә Шәмсетдинова, Минәүзә Салауатова хөрмәтләп телгә алынды. Шулай уҡ райондан сыҡҡан берҙән-бер Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡупов хаҡында ла ғорурлыҡ менән телгә алдылар. Бурлынан Афған һәм Чечня һуғыштарында Рәмил Хисаметдинов, Ринат Хөснөтдинов, Илгиз Ситдиҡов, Фәрит Хәкимов, Ирек Хисаметдинов, Айрат Хөснөтдинов, Наил Мифтахов, Вил Ильясов ҡатнашалар. Һуңғы икәүһе был яҡты донъяла юҡ инде.

Байрам сараһында ауылдың үткәненә һәм бөгөнгөһөнә байҡау яһалды, төрлө тармаҡта эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған алдынғыларҙың исемдәре аталды. Бына улар: Рәжәп Әхтәмов, Ғабдулла Абдрахманов, Ринат Хисмәтуллин, Зәйнәп Арсланова, Мәжит Сатлыҡов, Клара Зәйнетдинова, Мәүсилә Халиҡова, Галина Усманова, Анастасия Камалетдинова, Гөләйшә Шәрипова, Альфира Абдрахманова, Рәшит Ғүмәров, Ғаяз Хисмәтуллин, Сәүиә Хөснөтдинова, Альбина Хисаметдинова, Фәниҙә Шәмсетдинова, Фатима Шәрипова, Фәймә Ғәлимова, Мәүә Тәүхетдинова, Зифа Хисмәтуллина, Хөмәйрә Ғүмәрова, Фирҙәүсә Йыһаншина, Винера Искәндәрова, Резеда Хисаметдинова, Бүләкбикә Фәйзуллина, Ләйлә Яҡупова, Зәйтүнә Сафина, Әфтәхетдин Садиҡов, Фәйез Ситдиҡов, Фәйзулла Ғөзәйеров, Ғәлимулла Яҡупов, Әлтәф Хафизов, Фәнил Камалетдинов, Хәмит Хисамов, Минәүзә Салауатова, Рәмилә Әхмәҙуллина, Рауза Сатлыҡова, Клара Ситдиҡова, Рәмил Зәйнуллин, Фәнисә Килмөхәмәтова, Разия Хафизова, Вәриә Әхмәтйәнова, Рауза Шәрипова, Хәлиҙә Ситдиҡова, Клара Хисмәтуллина. Уларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, төрлө сәбәп менән байрамға килә алмаусыларҙың туғандары сығып алды.

Ойоштороу комитеты төрлө номинациялар ҙа булдырған. Әминә Нуретдинова - “Иң оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ”(82 йәш), Абдулла Яҡупов – “Иң оло йәштәге ир” (80 йәш), Тамила Мөхәрмәтова – “Иң йәш сабый”, Фәниә һәм Хәләф Тәүхетдиновтар – “Иң тәрбиәле ихата”, Альбина һәм Вадим Ғүмәровтар – “Иң өлгөлө йәш ғаилә”, Раушания һәм Әнүр Мифтаховтар – “Иң күп мал аҫраусы ғаилә”, Рима һәм Тәлғәт Хөснөтдиновтар – “Иң оло ғаилә пары”, Ғабдулла Абдрахманов ғаиләһе -“Сәнғәткә ғашиҡ ғаилә”, Оксана һәм Ришат Ғәлиевтар “Иң күп балалы ғаилә” номинацияларында билдәләнде. Шулай уҡ “Оҫта ҡуллы ир-егеттәр” номинацияһында Наил Шәрипов, Наил Тимербулатов, Фәнир Вәлиев, “Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙ” – Роза Ильясова, “Иң йомарт бағыусы” – Илгизәр Сәлимйәнов менән Илдус Абдрахманов, “Ҡәләм оҫтаһы” – Вәсимә Мөхәрмәтова, “Көмөш туй менән” – Эльвира һәм Илшат Абдрахмановтар, “Иң шәп спортсы” булараҡ Искәндәр Зәйнуллин бүләкләнде. Ауылдың иң өлкән, хөрмәтле уҡытыусыһы Зәйтүнә Мөхәрмәтова, ауылды төҙөкләндереү инициаторҙары – Рәшит Хәсәнов, Ғәзинур Нафиҡов, Фәнис Сәфиуллин, Илдус Ситдиҡов, үҙ эшенең оҫтаһы, ауылдың ихтирамлы шәхесе Жәүиҙә Сәлимйәнова, ауыл оҫтабикәһе Хәҙисә Яҡубова махсус бүләккә лайыҡ булды. Байрам сараһы йыр-моң менән бергә үрелеп барҙы. “Әхирәттәр” клубының вокаль ансамбле, Өфө сәнғәт институтын тамамлаған музыкант Илдус Ғабдулла улы, ҡыҙы – Ҡазан консерваторияһын тамамлаған Ләйсән Абдрахмановтарҙың береһе саксофонда, икенсеһе скрипкала уйнап йырлаған дуэты, Айрат Хәнәфиндең моңло йыры, Эльвира Вәлишина, Әлфиә Сәлимйәнованың дәртле бейеүҙәре, район мәҙәниәт һарайы артистарының сағыу сығыштары байрамға йәм өҫтөнә йәм өҫтәне.

Был көндө Ғүмәровтар-Мөхәрмәтовтар, Сәлимйәновтар, Зәйнуллиндар, Абдрахмановтар үҙ тирмәләрен ҡороп, тыуған-тыумасаһын йыйҙы, ҡунаҡ итте. Ғүмәровтар һәм Зәйнуллиндар үҙ шәжәрәләрен төҙөп, тирмә эргәһенә элгән. Тирмә артында ҡаҙанда боҫрап аш беште, шешлек ҡурыусылар ҙа бар ине. Егәрле еңгәләрҙең боҫрап самауыры ҡайнаны. Оҙаҡ йылдар күрешмәгән дуҫтар осрашты, ҡосаҡлашып күреште, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Төштән һуң халыҡтың байрам кәйефен күтәрергә теләгәндәй ямғыры ла туҡтаны, бер аҙға ғына булһа ла ҡояш йылмайҙы. Төрлө тарафтарҙан тыуған ауылдарына ашҡынып ҡайтҡан халыҡ был көндө ысын мәғәнәһендә байрам итте, күңел асты. Кисен иһә йәштәр өсөн тип исемләнгән дискотекала урта йәштәгеләр ҙә, олораҡ быуын кешеләре лә бергәләшеп бейене, йыр-моң тыңланы. Байрамда ҡатнашыусылар ойоштороусыларға ҙур рәхмәт әйтеп таралышты.
Читайте нас: