+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2018, 12:07

Шифаханала – сит ил ҡунаҡтары

24 июлдә “Красноусол” шифаханаһына Ҡытай журналистары - “Синьхуа” мәғлүмәт агентлығынан Лу Цзиньбо һәм Ҡытай Үҙәк телевидениеһынан Рәсим Нәбиев, Эквадорҙан “Вита ТВО” телеканалы журналисы Гарсия Альберто килде. Улар менән бергә РФ Сит ил эштәре министрлығының Матбуғат һәм мәғлүмәт департаменты директоры урынбаҫары Александр Бикантов, ошо уҡ министрлыҡтың республикалағы вәкиле Венер Ғәлиәкбәров, БР Матбуғат агентлығы начальнигы урынбаҫары Артур Вәлиев та бар ине. Сәйәхәт Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы менән республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының сит ил журналистары өсөн ойошторолған берлектәге 3 көнлөк матбуғат туры сиктәрендә үтте.

Ҡунаҡтар шифахананың һыу һәм ләм менән дауалау урындарын, ял итеү үҙәген ҡараны, һыу эсеү бюветында шифалы шишмәләр һыуын тәмләне. Дауалау процедуралары тураһында уларға шифахананың терапия бүлеге мөдире Ләлә Мәүлетова ентекләп һөйләһә, халыҡ күпләп ял иткән, һыу ҡойонған тоҙло сығанаҡтарҙың тарихы, уға бәйле риүәйәттәр менән экскурсовод Илгиз Урманшин таныштырҙы. Сит ил журналистары уларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, шифахананың матур урындарын, күренештәрен фотоға һәм видеоға төшөрҙө һәм күп һорауҙар бирҙе. Гарсия Альберто менән Лу Цзиньбо әйтеүенсә, улар Башҡортостанда икенсе тапҡыр. “Һеҙҙең хозур тәбиғәтегеҙ, йәшеллеккә сумған Өфө ҡалаһы, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары, күп төрлө сирҙәргә дауа минераль һыулы, ләмле шифаханағыҙ, ҡунаҡсыл, алсаҡ кешеләрегеҙ тураһындағы фото-видео материалдарҙы үҙ телеканалдарыбыҙҙа, матбуғат баҫмаларында күрһәтәсәкбеҙ. Был үҙ сиратында һеҙгә туристарҙың иғтибарын йәлеп итәсәк. Бәлки киләсәктә Башҡортостанды үҙ күҙҙәре менән килеп күрергә, бында ял итергә һәм дауаланырға теләүселәр ҙә булыр,” – тине журналистар һәм бындай сараларҙың илдәр араһындағы бәйләнештәрҙең нығыныуына, артабанғы үҫешенә булышлыҡ итеүенә ышаныстарын белдерҙе.


Читайте нас: