+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2018, 11:57

Ынйы бөртөктәрен Ғафуриҙа йыйҙыҡ

Күптән түгел Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының 2-се курс студенттары Ғафури районында диалектологик практика үтте. БДПУ доценты, филология фәндәре кандидаты Зөләйха Әхмәт ҡыҙы Хәбибуллина етәкселегендәге студенттар төркөмөнөң маҡсаты – Көньяҡ диалектына ҡараған Урта һөйләштең Еҙем һөйләшсәһен өйрәнеү ине.

Диалектологик практика вузда өйрәнелгән башҡорт диалектологияһы курсы буйынса белемде нығытыу, урындағы халыҡ менән йәнле аралашыу барышында уларҙың тормош-көнкүреше, йәшәү рәүеше, кәсеп-һөнәрҙәре менән танышыу, ерле халыҡтың һөйләше буйынса мәғлүмәт туплау кеүек маҡсаттар ҡуя. Студенттар Имәндәш, Иҫке Тайыш, Таш-Аҫты, Юрмаш, Аҡташ, Ҡаранйылға ауылдары халҡы менән осрашып, ерле һөйләш үҙенсәлектәрен өйрәнде. Урындағы халыҡ менән тығыҙ аралашып, информаторҙарҙан нәҡ был төбәктәгесә һөйләгән ер-һыу атамаларының килеп сығышын, мәҙәк хәл-ваҡиғалар, теге йәки был урынға бәйле легендалар, риүәйәттәр, халыҡ йолаларын, фольклор жанрҙарына ҡараған йыр, таҡмаҡ, көләмәс, әкиәттәрҙе яҙып алды һәм үҙҙәренә бик йөкмәткеле һәм фәһемле материал тупланы.

Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән – Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Күгәрсен, Балаҡатай, Дыуан, Салауат, Мәсетле ра-йондарынан йыйылған студенттарға Ғафури районын күреү, урындағы халыҡ менән танышыу, аралашыу бик оҡшаны. "Был практика беҙҙе тағы ла нығыраҡ яҡынайтты, берләштерҙе, рухи яҡтан байытты, бер ҡасан да онотолмаҫлыҡ булып күңелдә ҡалды", – ти улар.

Аҡташ ҡаяһы буйында

Практикабыҙҙың тәүге көнө Юрмаш, Аҡташ ауылдарында үтте. Беҙ килеүгә йәмле Еҙем буйындағы Аҡташ ҡаяһы яланында Юрмаш башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Салауатова ҡыҙҙары Наҙгөл, Фаягөл, Лиана менән ҡаҙанда аш бешереп, самауыр ҡайнатып йөрөй ине инде. Ғәҙәттә тирә-яҡтан килеүсе ял итеүселәр менән шығырым тулы Аҡташ яланы байрамса төҫ алған. “Көндәр эҫе торғас, ауыл тарихын, тирә-йүндәге ер-һыу атамаларын, халыҡ йолаларын күп белгән апайҙар менән бында, тәбиғәт ҡосағында осраштырырға булдыҡ. Табында самауыр янында һүҙҙәребеҙ берегер, өлкән йәштәге апайҙарҙың теле нығыраҡ асылыр”, - тип хужабикәләрсә йылы, ихлас ҡаршыланы Лилиә Хисаметдин ҡыҙы. Уның һүҙҙәренән, хәрәкәттәренән, был осрашыуҙы ойоштороуынан Юрмаш мәктәбе уҡытыусыһының тырышлығы, ойоштороу һәләте, ярҙамсыллығы, һәр эшкә яуаплы ҡарауы, башҡортҡа хас ҡунаҡсыллығы күренеп тора.

Күп тә үтмәне, беҙҙең янға оло йәштәге етеҙ кәүҙәле апай килде. Үҙен Миңлегөл Әхтәмова булам, тип таныштырған был апай беҙҙе, юлдан арып килгәнһегеҙҙер, халыҡ йыйылғансы беҙгә инеп сәй эсегеҙ, тип, ай-вайына ҡуймай, өйҙәренә саҡырҙы. Өйҙә йорт хужаһы Низаметдин ағайҙың да беҙҙе көтөүен, унан ниндәйҙер мәғлүмәт тупларға булыуын иҫтә тотоп, бөтә төркөмөбөҙ менән Миңлегөл апайҙарға юлландыҡ. Ҡунаҡсыл хужабикәнең өҫтәле ҡорот, эремсек, ҡаймаҡ, тарттырылған муйыл, бал, балан һәм ҡарағат ҡайнатмалары, бауырһаҡ, тағы әллә күпме ҡамыр аштары менән тулған. Апайыбыҙ ҡыҙҙар һәм егеттәргә теге йәки был ризыҡтың нисек әҙерләнеүе тураһында һөйләй-һөйләй ҡыҫтап сәй эсерҙе. Һуңынан ауыр бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу хәбәрен һәм Еңеү көнөн иҫтәрендә тотҡан Миңлегөл апай менән Низаметдин Әхтәмовтар йәштәргә уңыштар, эшһөйәр, илһөйәр булыуҙарын, һәр ерҙә лә тәртипле, тәүфиҡлы булыуҙарын теләп оҙатып ҡалдылар.

Аҡташ яланына ҡабат килгәндә байрамса кейенгән өлкән йәштәге апайҙар йыйылған ине инде. Табында самауыр сәйен эсә-эсә, Нәрисә апай Ҡәҙерғолованың йырлаған моңло йырҙарын, башҡарған шиғырҙарын, мөнәжәттәрен тыңлау, Ҡарағай ауылындағы «Гөлдәр» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ленира Үтәгәнованың һәм Рауза апай Шәмсетдинованың һөйләгән ауыл тарихын, ер-һыу атамаларына бәйле легендаларын, төрлө риүәйәттәрҙе тыңлау онотолмаҫлыҡ булды.

Студенттар хәҙерге Юрмаш ауылына 1936 йылда Иҫке Тайыш ауылынан сыҡҡан биш ғаилә тарафынан нигеҙ һалыныуын, уның тәүге атамаһы Суҡ ҡайын булыуын, Бәле мороно, Яман сурман тигән атамаларҙың нисек килеп сығышын йотлоғоп тыңланы. Был ауылда йәшәүсе сыуаш милләтенән булған Варвара апай Никифорованың саф башҡортса, ерле халыҡ һөйләшендә һөйләгән Әүлиә зыяратына бәйле хикәйәте ышандырырлыҡ булды.

Юрмашта иң шатландырғаны – башланғыс мәктәп коллективының тыуған яҡҡа, уның тәбиғәтенә бәйле тарихи ваҡиғаларҙы, легенда, риүәйәттәрҙе мөмкин тиклем күберәк яҙҙыртып ҡалыу, халҡыбыҙҙың бай ауыҙ-тел ижады мираҫында Еҙем һөйләшсәһендә теркәлгән өлгөләр мөмкин тиклем күберәк булһын ине тигән фекерҙе хуплауы булды.

Аҡташ ауылында Гөлниса әбей Да-уытованан бик күп материал яҙып алдыҡ. Ҡәһәрле һуғыш арҡаһында 13 йәшендә үкһеҙ етем ҡалыуы, үҙенән бәләкәй дүрт туғанын, береһенә лә бирмәй, үҙе ҡарап үҫтереүен иҫенә төшөрөүе еңел түгел ине күп ауырлыҡтар күргән 92 йәшлек әңгәмәсебеҙгә. Ул һуғыш йылдарында, аш бешерергә тоҙ бөткәс, Уҡлыҡая аҫтынан көйәнтәләп тоҙло һыу ташыған, Усолкаға тоҙ ҡайнатырға йөрөгән. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, оҙон көйлө халыҡ йырын моңло итеп башҡарыуы таң ҡалдырҙы.

Студенттар был ауылда Менәүәрә әбей Иҙрисованың, Әнисә әбей Дауытоваларҙың хәтирәләрен түкмәй-сәсмәй яҙып алдылар, иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төштөк.

Ғалим эҙҙәренән

Практика барышында Ҡаранйылға ауылында урынлашҡан Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың йорт-музейын күреү бәхете тейҙе. Беҙҙе, музейҙың етәксеһе Римма Ишмырҙина һәм бөйөк яҡташы, остазы, башҡорт телен фәнни яҡтан өйрәнеүгә нигеҙ һалыусы ғалим-тюркологҡа арналған һәм музейҙы асыуға, уны яңынан-яңы экспонаттар менән байытыуға ҙур тырышлыҡ һалған Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов йылы ҡаршы алды.

Римма Камил ҡыҙы музей тураһында ентекле һөйләне. Жәлил Кейекбаевтың тормош юлы хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерҙе, ғөмүмән, музей тарихы, унда һаҡланған материалдар менән таныштырҙы.

Ынйы бөртөктәреләй тел күренештәрен йыйып йөрөгәндә беҙ бик күп кешеләр менән аралаштыҡ, ҡунаҡсыл күркәм ғаиләләрҙә булдыҡ, өлкән йәштәгеләрҙән байтаҡ материал яҙып алдыҡ, аудио, видео материалдар тупланыҡ. Уларҙың һәр ҡайһыһы киң күңеллелеге, ихласлығы, йомартлығы, ярҙамсыл булыуҙары менән айырылып тора, һәр ҡайһыһы оло ихтирамға лайыҡ һәм уларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.


Читайте нас: