Район хакимиәтендә үткән “2018 йылдың ярты йыллығында ҡулланыусылар кооперативтарының хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре”нә арналған төп өлөштә кәңәшмәгә килеүселәрҙе район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров тәбрикләне, райондың иҡтисади һәм социаль хәле менән таныштырҙы. Районда кооперацияның үҫешенә ҙур ярҙам күрһәткән “Башпотребсоюз” советы рәйесе М.Абдуллинға, инициативалы йәш етәксе “Ғафури” ҡулланыусылар кооперативы рәйесе Г.Байдәүләтоваға район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.