тигән шиғыр юлдары менән башланып китте Туғай ауылында булып уҙған “Һаумыһығыҙ, урамдаштар!” тип аталған ҙур байрам. Календарҙа ҡыҙыл дата менән күрһәтелмәгән был байрам. Ләкин йылдар үтеп, ғүмер көҙө яҡынлашҡан һайын атай-әсәй нигеҙе, йәшел сирәмдә аунап, йылғаһында һыу ҡойоноп, ап-аҡ ҡарҙа аунап үҫкән бала саҡ дуҫтары – күрше ҡыҙҙары, малайҙары йышыраҡ иҫкә төшә, төштәргә кереп, күҙҙәрҙе сыландыра.
Бәләкәй генә булһа ла, 60-ҡа яҡын бала үҫә үҙ ваҡытында был урамда. Хәҙер инде олоғайып, сәстәренә сал төшкән урамдаштар бергә йыйылып, бала саҡ, йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, хәҙерге көнкүрештәре тураһында һөйләштеләр. “Республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемде йөрөткән Миҙхәт Әхмәтзәки улы Усманов, Фәрит Фәйзулла улы Ғәлиев, отставкалағы милиция майоры Әхмәт Сәйетгәрәй улы Йосопов, исемдәре гәзит биттәренән төшмәгән, бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән Рәйсә, Нәсимә Фәйзулла ҡыҙҙары, Фәниә Шәрәфетдин ҡыҙы, Фәймә Сәйетгәрәй ҡыҙы, Наил, Тәнзилә, Әсҡәт Байхиндарҙы үҫтергән был урам. Колхоздың алдынғы шоферы Рәшит ағай Йәмилов 88 йәштә булһа ла, йәштәргә биргеһеҙ итеп гармунда уйнай, мотоциклда ла йөрөй әле. Рәшит ағай менән Хәлимә апайҙың балалары Флүрә, Әлфиә, Рәфис тә был байрамда ҡатнашып, моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән күршеләрен һөйөндөрәләр. Нәсимә Әхмәтованың самауыр хаҡындағы шиғырын, Тәнзилә Байхина башҡарған моңло оҙон көйлө йырҙарҙы барыһы ла тын ҡалып, таң ҡалып тыңланы. Тәмле һурпа менән һыйланып, самауыр сәйе эсеп, бик күңелле үткәрҙе был көндө урамдаштар.
Үтәк ауыл хакимиәтенең финанс ярҙамы, эштәргә идара итеүсе Зөлфиә Ғәли ҡыҙының ҡотлап, бүләк тапшырыуы байрамға йәм өҫтәне. Был байрамда оҫта йырсылар, гармунсылар, атай-әсәй нигеҙен һаҡлап ғүмер итеүселәр, был урамда яңы нигеҙ ҡороусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Урамдаштар киләсәктә лә йышыраҡ осрашырға, ҡалған ауылдаштарҙы ла күрергә ине, тигән теләк менән байрамды ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралышты.