+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2018, 12:02

Самауыр йыры

(Инәйем Мәрйәм Ғәбделхай ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә бағышлайым. Быйыл майҙа уға 65 йәш тулған булыр ине)

Төн уртаһына тиклем һыҙланып, таңға табан ғына йоҡоға киткән Мәрйен йыр тауышына тертләп уянды.Ҡолағына ниндәйҙер оҙон көйлө моңло йыр ишетелә.

Ҡатын күҙҙәрен асып, өй эсенә ҡараны. Бына ниндәй тауыш уятҡан икән уны! Түрбашта йырлай-йырлай самауыр ҡайнай икән! Бәләкәй һәм үҫмер саҡтарында өләсәһе өйөндә лә һәр иртә самауыр йырына уяна ине бит ул!

Ҡыҙы иртә менән тороп өйҙө йылытҡан, тышта ла яҡтырған. Оҙон ҡыштар үтеп, йәшел яҙҙарға аяҡ баҫылды.

- Уяндыңмы, әсәй? -Тыштан ҡыҙы килеп керҙе. - Хәҙер, әсәй, йыуынып алайыҡ та сәй эсербеҙ, ана, самауыр ҙа ҡайнап ултыра. - Миләүшә ҡулдарын йыуҙы ла әсәһе янына килде, уны һаҡ ҡына торғоҙоп, бит-ҡулдарын йыуҙырҙы, сәсен тараны. - Ошолай ултырып ҡына тор әле, әсәй. Кисә һин ҡуҙлы самауырҙы иҫеңә төшөргәс, самауырыңды индереп йыуғайным.

Ҡыҙы етеҙ генә иртәнге сәй табыны әҙерләне лә, әсәһен ҡултыҡлап өҫтәл янына алып килде.

- Йырлы самауыр сәйҙәре бөтөнләй башҡа шул, әсәй. Бәләкәй сағым, өләсәйҙең сәйе иҫкә төшөп китте. - Әсәһенең күңелен күрергә була микән, Миләүшә шат та-уыш менән һөйләнә. Күтәренке кәйефтә йөрөргә тырышһа ла, һуңғы көндәрҙә ул да бөтөрөнөп китте, әсәһенә бер нисек тә ярҙам итә алмауы үҙәген өҙә уның.

- Сәйеңде эс инде, әсәй! - Мәрйендең тамағына аш бармай шул, сынаяғындағы һөтлө сәйҙе яйлап ҡына бер нисә йотом эсте, йомшаҡ сыр киҫәген өҙөп алып ҡапҡан булды.

- Рәхмәт, балам, күңелем булды, ысынлап та, самауыр сәйенә етмәй инде ул, хәҙер ятайым инде.

Бынан бер нисә ай элек кенә гөрләтеп донъя көткән Мәрйен ҡапыл ауырып китте.Табиптар, тиҙ арала операция үткәрһә, өмөт бар, тиһәләр ҙә, улар ҙа көсһөҙ булып сыҡты. Операцияның уңышһыҙ икәнлеген һиҙһә лә (үҙенә әйтмәһәләр ҙә аңлағайны), һауығырына өмөтөн өҙмәне алтынсы тиҫтәһенә яңы аяҡ баҫҡан ҡатын. Тымау-фәләнде иҫәпкә алмағанда, сырхап ауырығаны ла булманы бит уның. Ҡала дауаханаһында айға яҡын ятып, теүәл ике ай элек өйөнә үҙ аяҡтарында ҡайтты, хәжәтенә үҙе йөрөнө, кәйефе лә күтәренке ине.Тик бына һуңғы көндәрҙә генә һүнә барған ҡояш нуры кеүек. Мәкерле сир көндән-көн уның хәлен ала, ғүмерен һура. Балаларына үпкәһе юҡ Мәрйендең, тәрбиәләргә тырышалар. Уңған, һәр саҡ етеҙ хәрәкәттә булған әсәйҙәренең сирләп китеүе аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек булды. Һәр минут, һәр сәғәт ҡәҙерле, ғүмерен саҡ ҡына оҙайтып булмаҫмы? Шулай тип борсолған ҡыҙҙар береһен-береһе алыштырып ҡына торалар, яңғыҙын ҡалдырмайҙар. Ауылдаштары ла, дуҫ-иштәре лә, тиҫтә йыл элек вафат булған иренең туғандары ла инеп-сығып хәл белешеп тора. Барыһына ла рәхмәте ҙурҙан. Һуңғы һулыш һәр кемгә лә килә лә ул, ғүмере лә матур ағыш менән үтте. Тик тормошо шулай үкенесле тамамланыр тип кем уйлаһын инде?... Ҡатын ағып төшкән күҙ йәштәрен хәлһеҙ ҡулдары менән һыпырып ҡуйҙы. Миләүшә әсәһенә укол һалды.

...Шәмдәлемдең һуңғы шәме һүнде...

Эйе, гөрләтеп, балҡып йәшәне лә, шәмдәленең һуңғы шәмдәре генә быҫҡып яна шул.... Миләүшә серемгә киткән әсәһенең өҫтөн килеп япты ла, кескәй Мәликәне ашарға ултыртты. Ул арала тышта машина тауышы ишетелде, һеңлеһе менән кейәүе килеп еткәндәр икән.

Мәрйендең ҡолағына тағы ла йыр тауышы ишетелә, йоҡо аралаш тағы ла оҙон көй тулҡынында бәүелә. Самауыр йыры икән тағы ла. Балалары сәй яңыртҡан. Ул ипләп кенә күҙен асты. “Мә, ҡыҙым, сәй эсеп ал”, - тип өләсәһе торамы? Кесе ҡыҙын өләсәһе тип күреп ята, имеш. Уның үлеменә ике тиҫтә йылдан ашыу, ә өләсәһе яҡында, янында йөрөй кеүек. Тимәк, күп ҡалмаған. Уйҙары ла өләсәһенә, бала сағына бара ла тоташа.

Уның бала сағы атай-әсәйһеҙ үтте. Тәүге никахынан уңмай, бер нисә айлыҡ сабыйы менән ҡайтҡан берҙән-бер ҡыҙының ҡыҙын - Мәрйенде өләсәһе үҫтерҙе. Әсәһе тормошҡа сығып, ауылдың икенсе осонда йәшәне. Өләсәһе уны артыҡ иркәләмәһә лә яратты, ипләп кенә эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Ҡыйырһытылмай үҫкән ҡыҙҙың холҡо ипле, теле йомшаҡ булды. Өләсәһе уның күңелендә бала сағының матур хәтирәһе булып йәшәй. Үгәй атай янында йәшәгәнсе өләсәй менән үҫеүен ҙурая килә яҙмыш бүләге булған тип ҡабул итте. Өҫ-башы ла һәр саҡ бөтөн булды. Бәләкәйҙән моңло итеп йырлаған ҡыҙҙы тыңлап ололар, етем бала моңло була шул, тиерҙәр ине. Юҡ, етем булмаған Мәрйен, өләсәһе уға йөрәк йылыһы ла, матур тәрбиә лә, ғүмере буйы һағынып иҫкә алырлыҡ тыуған нигеҙ ҙә биргән. Иҫ белә башлағас, атайлы балаларға ҡарап күҙе ҡыҙа торғайны. Әсәһе, ярай, килгеләп китә, ҡыҙыҡайҙың да өләсәһе менән уларға барғаны бар. Ә бына атай кеше ниндәйерәк, ул кескенә ҡыҙының үҙен көткәнен беләме икән? Был һорауға хатта зирәк өләсәй ҙә яуап бирә алмай. Мәктәпкә барғансы атаһын көттө әле сабый. Уларҙың ыҡсым ғына өйҙәре тыҡрыҡ янында. Ана шул тыҡрыҡ яҡлап сығып, оло юлға ҡарар ҙа торор ине ҡыҙыҡай: атаһы күренмәҫме? Килһә нимә килтерер ине икән Мәрйенгә, ҡурсаҡмы, сандалимы, күлдәкме?

Айҙарҙы айҙар, йылдарҙы йылдар алыштырып ҡына торҙо, Мәрйен дә мәктәп йәшенә етте. Үҙе һаман атаһын көттө. Уларға яҡын ғына бер ғаилә йәшәне, Мәрйен йәшендәге ҡыҙҙары ла бар. Шул яҡта уйнап йөрөгәндә ошо ҡыҙҙың - Зөбәйҙәнең атаһын күреп ҡото осто. Иҫерек ир әшәке һүҙҙәр менән ҡысҡырынып ҡатынын туҡмай ине. Мин ата-йымды көткән булам, ул да шулай күп итеп, аҡылын юйғансы араҡы эсһә... Ишеү һуғышһа... Ҡотһоҙ ҡиәфәттә килеп кереп, ҡысҡырына башлаһа... Мәрйенгә лә һуҡһа... Уға бит өләсәһе сыбыҡ осон да тейҙермәй, ҡайһы бер шуҡлыҡтары өсөн шелтәләп кенә ала. Бына ни өсөн Зөбәйҙә һәр саҡ моңһоу икән! Балалары янында йәшәп тә, уларға бәхетле бала саҡ бүләк итә алмаған хәсрәт атайҙарға ҡарап ҡыҙыҡай атаһын көтөүҙән яйлап төңөлдө. Кистәрен ул әкиәт тыңлап ҡына йоҡлап китә, өләсәһе һөйләй, үҙенең ҡулында йә бәйләм була, йә орсоҡ өйөрөлә. Ҡыҙыҡай йомшаҡ түшәктә уны тыңлап, ҡулындағы бүрткән тамырҙарға ҡарап ятырға ярата. Ауыр хеҙмәттең эҙ-тамғалары булғандыр инде улар, өлкәнәйгәс өләсәһе быуындары шешеп ауырыны. Бына шул ҡулдар Мәрйенде һәр кис йомшаҡ итеп һыйпап йоҡлатты. Ә һәр иртәлә ҡыҙ бала самауыр йырына уянды. Бына бөгөнгө кеүек. И-и-их, өләсәйле бала саҡ! Күбәләкле йәйҙәр, гөрләүекле яҙҙар, алтын көҙҙәр, һауаларҙа ҡар бөртөктәрен бейеткән ҡыштар бала саҡ илендә сағыуыраҡ та, серлерәк тә ине шул.

Ҡатын ишек тауышына күҙҙәрен асты. Оло ҡыҙы инеп килә, көн үҙәге лә еткән икән. Дәрестәре тамамланыу менән ул әсәһе янына килә һалып етә. Ҡыҙҙары ашарға ҡыҫтап ҡараһалар ҙа Мәрйен баш тартты. Бары һыу ғына эсте, уныһын да әллә ни ырата алманы, ҡыҙҙары ҡалаҡлап эсерҙе. Уға тороп ултырыуы ла ауырлашты. Һыҙланыуҙары бер аҙ баҫылғандай. Бер аҙ ғына серемгә киткәндәй була ла уяна, уйҙары менән үткәндәренә ҡайта ла урай. Балалары менән бер аҙ һөйләшеп ятты ла хәтирәләргә бирелде.

Эйе, атаһын да, әсәһен дә алыштырып, бар күңелен һалып үҫтерҙе Гөлсәмиға әбей ейәнсәрен. Ауыл халҡы нишләптер үҙен Ҡозабиға әбей тип йөрөттө. Иҫ киткес ҡарсыҡ ине бит ул. Хоҙай уға гел яҡшылыҡтарҙы күрер күҙҙәр биргән. Им-томдо ла белде, быуын да ултыртты, аш-һыуға ла оҫта ине. Ҡунаҡ-туйҙарға бауырһаҡты ла унан бешертеп алдылар. Ире һуғыш яланында ятып ҡалып, ике балаһын яңғыҙы үҫтергән, типһә тимер өҙөрҙәй көрәшсе улын йәшләй юғалтҡан өләсәһенең яҙмышҡа һуҡранғанын ишетмәне Мәрйен. Ейәнсәрен дә бөтөн күңелле итеп үҫтерҙе. Йәлләтмәй, һәр нәмәгә шөкөр итә белергә, эште яратырға, кешеләргә изгелек күрһәтергә өйрәтте.

...Урман һуҡмағы буйлап икәү атлай. Килә торғас һөйләшеп тә алалар. Яулығын сөйөп бәйләгән, уртаса төҙ буйлы, аҡ йөҙлө, оло йәшкә кереп барған ҡатын һәм уның ҡараҡай ейәнсәре. Ҡыҙыҡай моңланып йырлап та ебәрә, һикергеләп тә ала, йүгереп сығып та китә. Ә үҙе өләсәһе әйткәндәрҙе күңеленә һендереп кенә бара. Отҡорлоҡ етерлек шул үҙендә. Йәйен-көҙөн Гөлсәмиға әбей шулай ейәнсәрен алып урман ҡыҙырҙы. Шуға Мәрйен дә урман яратты, һәр үләнде таныр, кәрәген йыйып киптерер, һәр емеште тирер ине. Гөлйемеште өләсәһе ниңәлер Миләүшә тип йөрөттө. Мәрйен аҙаҡ ҡыҙҙарының береһен шул исем менән атаны. Шулай бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып ғүмер итте өләсәй менән ейәнсәр. Күңелдәре етемлекте тойманы, киреһенсә, үҙҙәре йылы бүлеп бирәләр ине әле. Хәтирәләр, хәтирәләр ...

- Өләсәй, "дуҫлыҡ бутҡаһы" бешер әле...

- Көн дә дуҫлыҡ бутҡаһы була меней, мына. Тауыҡ һуйҙырып тәмле аш бешерҙемсе, әйҙә, ашап алайыҡ.

...Бына улар ялан аяҡлап ысыҡ кисәләр ... Бына ҡаҙ бәпкәһе көтәләр ..

- Ҡыҙ кеше ҡаранан кейенеп тормаҫ инде, тип, ейәнсәренә ойоҡбашты ла гел аҡтан бәйләп кейҙерҙе. Мәрйен янына килгән, күмәк ғаиләнән булған ҡыҙҙарға ла йылы, йомшаҡ ойоҡбаштар биреп ҡайтарған саҡтары булды өләсәһенең. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә Гөлсәмиға әбей күрше Мәрфуға әбей менән кис ултыра, ҡул эштәре менән булалар, ҡыҙға бәхеттәр юрай-юрай бирнә әҙерләйҙәр. Улар бер туғандарға тормошҡа сығып, икеһенең дә ирҙәре һуғыштан ҡайтмаған. Мәрфуға әбей ҙә берҙән-бер улын яңғыҙ үҫтергән. Күршеләш кенә йәшәгән ике килендәш бигерәк татыу ине. Мәрйен мәктәпте тамамламағайны әле, ауыл клубында уҙғарылған шыршы байрамына барғайнылар. Шунда өләсәһе менән Мәрфуға инәһенең уйында ҡатнашып, күҙҙәрен бәйләгән килеш бер-береһенә ҡатыҡ ашатыуҙарын халыҡ көлә-көлә ҡараны. Мәрйен ҡул араһына тиҙ керҙе, уҡыуҙа ла алдынғы булды. Донъялағы иң-иң яҡын кешеһен рәнйетмәҫкә, шатландырып ҡына торорға тырышты. Нескә күңелле, хатта бурандарға ла ғашиҡ ҡыҙсығына тормошта еңел булмаясағын да һиҙенә ине өләсәй.

- Ҡошсоғомдоң осор саҡтары ла етә. Яҙмыштың ыжғыр елкәйҙәренә бирешмәһәң генә ярар ине, - тип изге теләктәрен юраны. Өләсәһен ташлап киткеһе килмәгән ҡыҙ ситтән тороп уҡырға керҙе. Бер нисә йылдан күрше ауыл килене булып китте Мәрйен. Төшкән ерендә таш булып батып, ихласлыҡ менән ғүмер итте, балалар үҫтерҙе. Өләсәһенә Хоҙай оҙон ғүмер бирҙе, Мәрйендең изгелектәрен татып, баҡыйлыҡҡа күсте.

- Мин бик бәхетле булдым, һин ҡушҡанса йәшәнем, өләсәй, тик һинең кеүек оҙон ғүмерле була алмам, ахырыһы, Тәңре миңә һинең янға юлланырға ҡуша.

- Мин дә көтәм, һыҙланыуҙарыңды баҫырмын, ҡыҙым. Нәҙек кенә итеп сыра ярып, бер аҙ күмер төшөрөп самауыр ҡайнатырбыҙ. Аҡ самауырҙың эсен-тышын ялтыратып йыуҙым. Мин һиңә әкиәт һөйләрмен, тәбиғәт хозурлығын күрһәтермен.

- Был донъяның матурлыҡтарын күреп өлгөрҙөммө? Юҡ, офоҡтоң алланғанын көтәм әле. Балҡып йәшәнем дә, ерҙең ҡосағына атылам, күрәһеңме мине, өләсә-ә-й!

Мәрйен күҙҙәрен бер генә асып ҡараны һәм аҡ һынды сырамытты. Әсәйҙәренең хәле насарлана башлағас, ҡыҙҙары фельдшерҙы саҡырғайны. Офоҡтоң алһыу шәфәҡҡә мансылған мәлендә Мәрйен мәңгелек йоҡоға талды...
Читайте нас: