+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2018, 12:02

Шағир рухы йәшәй

Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури милли әҙәбиәтебеҙҙә ҙур урын алған шәхес. Әҙиптең ижадының йәш быуынды тәрбиәләүҙә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

2 август М.Ғафуриҙың тыуыуына 138 йыл тулыуға арналған көн сараларға бай булды. Еҙем-Ҡарандағы М.Ғафуриҙың йорт-музейында ла Хәтер көнө уҙҙы. Ул “Шағир йәшәй беҙҙең йөрәктә” тип аталып, Башҡортостандың халыҡ шағирының яҡты иҫтәлегенә арналды.

Бөйөк шәхестең һәйкәле янында уҙған хәтер сараһында ҡатнашыусылар М.Ғафури хаҡындағы хәтирәләрен яңыртты, йорт-музей эшмәкәрлеге менән тулыраҡ танышты. Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе директоры урынбаҫары Гөлнур Батыршина районыбыҙға исем биргән һәм Еҙем-Ҡаран ауылын данлы иткән Мәжит Ғафури менән ғорурланыуын белдерҙе. М.Ғафуриҙың йорт-музейы эшмәкәрлеген яҡшы яҡтан баһалап, күркәмлеге менән үҙенә әйҙәп, саҡырып тороуын, ишектәренең һәр ваҡыт һәм һәр кемгә асыҡ булыуын билдәләп үтте. Уға Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто директоры Рәүилә Килмөхәмәтова ла ҡушылды. Китапханасы Гөлшат Рахманғолова М.Ғафуриҙың ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.

Артабан һүҙ уҡыусыларға бирелде. Алһыу Ҡоломбәтова, Ангелина Мөхәмәтйәрова, Лиана Рахманғолова М.Ғафури шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәте һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре шағир һәйкәленә сәскәләр һалды. Милләтебеҙҙең ҡомартҡыһына әүерелгән йорт-музейға инеп сығырға ла онотманы сараға килеүселәр. Хәтер һәм ҡәҙер сараһынан шағир рухы шат булғандыр.


Читайте нас: