+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2018, 11:32

Йәш эшҡыуарҙар конкурсы

Республикала “Рәсәйҙең йәш эшҡыуары” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы старт алды. Уның маҡсаты - Башҡортостанда йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү.

Сараның төбәк этабы “Һин - эшҡыуар” федераль программаһы сиктәрендә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан уҙғарыла. Төбәк этабы (ул үҙе муниципаль һәм төбәк этаптарынан тора) еңеүселәре конкурстың федераль этабында ҡатнаша. Ҡатнашыусыларға халыҡ-ара һәм Рәсәй иҡтисади форумдарында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә.

Конкурс 8 номинация буйынса уҙғарыла: “Интернет-эшҡыуарлыҡ”, “Ауыл хужалығы эшҡыуарлығы”, “Франчайзинг”, “Социаль эшҡыуарлыҡ”, “Етештереү”, “Инновацион эшҡыуарлыҡ”, “Сауҙа”, “Хеҙмәтләндереү өлкәһе”. Республика этабына муниципаль этаптың быйылғы еңеүселәре генә ҡатнаштырыла. Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәшәп, эшҡыуарлыҡ алып барған, 14 йәштән 30 йәшкә тиклемге Рәсәй граждандары конкурста ҡатнаша ала.

Конкурста ҡатнашыу өсөн “Һин - эшҡыуар” программаһында http://typ.timepad.ru/event/760047/ теркәлергә (был һылтанма “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмдә лә урынлаштырылған: http://vk.com/nachni svoe delo rb) һәм электрон рәүештә йәки БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайты аша: http://mmpsrb/ru заявка бирергә кәрәк.
Читайте нас: