+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2018, 11:46

“Зәңгәр берет”тар байрамы

2 августа район хакимиәте алдындағы майҙанда Һауа-десант ғәскәрҙәрендә төрлө йылдарҙа хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ, район етәкселеге, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, элекке сик буйы һаҡсылары, запастағы офицерҙар һәм башҡалар йыйылды.

-Хөрмәтле десантсылар, яҡташтар, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Һеҙҙе ысын күңелдән Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Юҡҡа ғына Һауа-десант ғәскәрҙәрен дәүләтебеҙ элитаһы, терәге тип йөрөтмәйҙәр. Десантсылар һәр ваҡыт Тыуған ил ҡуйған ҡатмарлы бурыстарҙы үҙҙәренә хас оҫталыҡ һәм намыҫ менән үтәй. Һеҙҙең илһөйәрлек һәм тоғролоҡ сифаттарығыҙ йәш бы-уынды тәрбиәләүҙә лә матур өлгө. Йәштәр һеҙгә оҡшарға, һеҙҙең кеүек ҡыйыу, батыр булырға тырыша. Шуға күрә райондың йәмәғәт тормошона һәм хәрби-патриотик тәрбиә эшенә индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ, - тип тәбрикләне тантанаға килеүселәрҙе район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров.

Ҡотлауҙарға республика Башлығы кәңәшсеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов та ҡушылып: “Ысын күңелдән барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым! “Беҙҙән башҡа кем!” тигән девизығыҙға тоғро, үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө булып ҡалыуығыҙҙы теләйем,” – тине.

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов үҙ сығышында десантсыларҙың дәүләт һағында һәр ваҡыт беренсе рәттә булыуын, йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнауҙарын билдәләне, һаулыҡ, бәхет теләне.

Сара барышында “зәңгәр береттар”ҙы хәрби бәрелештәр ветераны А.П.Мигунов һәм район десантсылар союзы рәйесе урынбаҫары О.О.Афанасьев ҡотланы. Һәләк булғандар иҫтәлегенә иғлан ителгән бер минут тынлыҡтан һуң, Олег Афанасьев Дмитрий Ульянов, Альберт Борханов һәм Азат Әмировҡа “Десантсылар берҙәмлегенә тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшырҙы.

Йола буйынса, тантана һуңында Хәтер Аллеяһында десантсы яугирҙарға ҡуйылған һәйкәл ҡыҙыл рауза сәскәләренә күмелде. “Перевал” төркөмө һәм уның солисы Марс Хәйруллин башҡарыуындағы йырҙар майҙанға йыйылғандарҙы армияла хеҙмәт иткән йылдарына алып ҡайтты.
Читайте нас: