+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2018, 12:13

Бәләкәй Үтәш-Бәрлеүәҫ ауылы

Боронғо яҙмаларҙа Бәрлеүәҫ ауылы хаҡында мәғлүмәттәр юҡ кимәлендә. Әммә шәжәрәләрҙе өйрәнеп, ревизия мәғлүмәттәре бу-йынса ниндәйҙер кимәлдә асыҡлыҡ индерергә була.

Архив мәғлүмәттәре буйынса, Үтәш олатай 1618-1700 йылдарҙа йәшәгән. Үтәш-Бәрлеүәҫ ауылы ла шул осорҙа, йәғни 1700 йылға тиклем барлыҡҡа килгән тип ышаныслы әйтергә була. Сөнки ауыл нигеҙ һалыусының исеме менән аталып йөрөтөлгән.

Боронғо яҙмаларҙа башҡорт ауылдары хаҡындағы тәүге мәғлүмәттәр 1591 йылда сыҡҡан “Отводная книга по Уфе” китабында “д. Шугарово”(Шауғара), Мең ауылы телгә алына. “Уфимская приказная изба” китабында Унлар, Байлар, Бүләр, Бөрйән, Ҡырғыҙ, Юрматы, Ҡанлы, Меркет, Терһәк, Ҡыпсаҡ, Белегес, Бурлы һәм башҡа ауылдар күрһәтелә. 1663 йылғы документтарҙа Күрпәс-Табын волосында Ды-уан, Кәлсер-Табын волосында - Кәлсер (Еҙем йылғаһы буйында), Мең волосында Белегес ауылдары әйтеп үтелә. 1664 йылғы документта иһә Табын волосында – Табын, Бөрйән волосында – Үрәш, Мең волосында- Меркет, Ҡыбау волосында - Белегес, Әй волосында – Вәрәш, Табын волосында – Дыуан, Табын волосында Кесе Табын ауылдары күрһәтелгән. XVI-XVII быуаттарҙа 300-ләп башҡорт ауылы теркәлгән. Йәғни улар күпкә алданыраҡ барлыҡҡа килгән. Документтарҙа был тораҡтар “Ҡош”(рус телендәге документтарҙа “кошей”, ситәндән үрелгән ваҡытлыса тораҡтар), “Йорт”, “Йәйләү” тип түгел, ә ауыл тип күрһәтелгән. 1743 йылда Нуғай даруғаһында 349 ауыл теркәлгән. Билдәле булыуынса, башҡорттар үҙ иректәрен яҡлап йыш ҡына ихтилалдарға күтәрелеп торған, ә Рәсәй батшалары баш күтәреүселәрҙе аяуһыҙ баҫтырған, аҫҡан-киҫкән, ауылдарын яндырған. 1737 йылдың 23 апреленән 1740 йылдың 10 июненә тиклемге арауыҡта ғына 880 башҡорт ауылы һәм 96 “ҡош” (ваҡ тораҡ пункттарҙы шулай атап йөрөткәндәр) яндырылған. Ошо йылдарҙа Үтәш ауылы халҡы карателдәрҙән ҡасып бөгөнгө Ҡаранйылға ауылынан 7-10 саҡрым ерҙә, урман-тау араһында йәшәйҙәр. Ошо ерҙе халыҡ әле лә “Үтәш ултырышы” тип йөрөтә. Бер аҙ һиллек урынлашҡас, Үтәш олатай ерләнгән Ағиҙел буйындағы элекке ерҙәренә әйләнеп ҡайталар. “Иҫке йорт” тип аталған урын шул осорҙан ҡалған атама булып йөрөй.

Ауылға нигеҙ һалыусы Үтәш ҡарт тархандар нәҫеленән булған. Уның шәжәрәһен күренекле мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев яҙып ҡалдырған. Шәжәрә буйынса уның атаһы Туҡтағол Сәйетбабаның олатаһының олатаһы Байшәкүр менән өс туған булғандар. Кесе Табындарҙың төп ауылы булған Кесе Табын ауылында йәшәгәндәр. Мәскәү архивынан алып ҡайтҡан документтар шуны күрһәтә: “в их числе были опрошены жители деревни Киси-Табын ясашные башкирцы Утешко Тохтагулов, Яныйко Илымов, Акбердейко Битресев, Кудайбердычко Утешев...”. Шуныһы бик мөһим, Аҡбирҙе Битрәсев тамғаһын ҡуйған, ә ҡалғандары боронғо ғәрәп графикаһы менән ҡултамғаларын ҡуйғандар, йәғни уҡый-яҙа белгәндәр. Был ваҡиға архив документтары буйынса 1656 йылда була. Уҡый-яҙа белеү затлы, дәрәжәле нәҫелдән булыуҙарын күрһәтә. Сөнки, күп осраҡтарҙа төрлө указдарҙы уҡып, хаттар яҙып, башҡа документтарға ҡул ҡуйыу тархан, старшиналарҙың эше булған. Ошо документтарға таянып, сама менән Үтәштең һәм уның улының йәшәгән йылдарын белеп була. Документтарҙа йәш балалар телгә алынмай, ә 17 йәштән һуң хеҙмәткә алына һәм уларҙың исем-шәрифтәре теркәлә башлай. Үтәштең улы Хоҙайбирҙене 18 йәш тип алған осраҡта ла (1656-18=1638) сама менән 1638 йылдарҙа тыуған килеп сыға. Шулай итеп, Хоҙайбирҙе иң оло улы булһа, Үтәш 1618 йылдан да һуң тыумаған тип алырға мөмкин.

Боронғо Кесе Табын ауылы хәҙерге Табын ауылынан йыраҡ булмаған. Ауыл Шауғара тауы буйында була. (Хәҙерге Табын ауылы боронғо Кесе Табын ауылы исеменән алына. Ауыл башта Шауғара тауы итәгендә булһа, һуңғараҡ Ағиҙел йылғаһы буйына күсерелеп, Табын ҡәлғәһе исемен ала һәм унда Рәсәйҙең үҙәк өлөшөнән күсереп килтерелгән уҡсылар-казактар йәшәй. Шул рәүешле Табын рус ауылы булып китә. Рустар килеп ултырһа ла, ауылдың боронғо исеме – Табын һаҡланып ҡала). Кесе Табын ауы-лы кешеһе Ҡылысарыҫланды батша хеҙмәтенә әрмегә алалар. Ҡылысарыҫлан заманына күрә бик уҡымышлы, уҡый-яҙа белгән, ил-көн мәнфәғәтен алғы планға ҡуйған алдынғы ҡарашлы кеше була. Ә ундай кешеләр урындағы етәкселеккә оҡшамай. Башҡорт ерҙәрен алдаҡ юл менән тартып алырға теләүселәргә Ҡылысарыҫлан ҡаршы тороп килә. Ул әрме хеҙмәтенә алынғас, Шауғара тауы тирәһендәге ерҙәрҙе урыҫтар барыбер үҙҙәренә ала. Башҡорттарҙың бер төркөмө иһә Бурлы йылғаһына ҡушылған Бәрлеүәҫ йылғаһы буйына күсеп ултырырға мәжбүр була. Хәҙерге Березовка ауылынан юғарыраҡ урында урынлашалар. Ә батша армияһында артиллерияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан Ҡылысарыҫлан үҙ ауылы урынында урыҫ ауылы барлыҡҡа килеүен күреп, сиркәү һалып ҡуйыуҙарына ныҡ асыуы килә һәм ҡыуыш имәндән пушка, ағас ороһонан йәҙрә эшләп, Шауғара тауынан сиркәү манараһын атып ҡолата. Был хәл архив документтарында ла телгә алына. Ә халыҡ күңелендә Ҡылысарыҫлан хаҡында легенда йөрөй. Был легенда “Башҡорт халыҡ ижады” китабының 10-сы томына индерелгән. Березовка ауылы эргәһендәге боронғо Бәрлеүәҫ-Үтәш ауылына килгәндә инде, әлеге ауылдан өҫтәрәк, оло юл үткән ерҙә боронғо зыярат булыуы ла билдәле.

Борон башҡорт халҡының йәйләү-ҡышлау урындары күп булған. Березовка урынына яңы суҡынған сыуаш-мордваларҙы килтереп ултыртҡас, мосолман динле башҡорт халҡы сусҡа тотҡан халыҡтан йыраҡтараҡ йәшәүҙе хуп күргән, борондан йәшәгән урындарына күсенеп ултырған. Был хәл Үтәш олатай иҫән саҡта, 1700-се йылдарға тиклем булған. Үтәш олатайҙың ҡәбере Бәрлеүәҫ зыяратында булғас, тәү күсенеп ултырған урындары ла боронғо Иҙелдең йырҙаһы буйында (“Олоһыу”) булған.

Төрлө йылдарҙа Рус дәүләтенең ер бүлеү (межевание) указдары сығып торған. Шундай сара 1812-1816 йылдарҙа уҙғарылған. Һәр ир балаға 40-ар дисәтинә ер бүлеп биргәндәр. Шул йылдарҙа халыҡты бер ауыл-дан икенсеһенә күсереү, ауы-лы менән күсенеүҙәр осрай. 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышына бик күп ир-егеттәр китә. Башҡорттарҙан ғына Наполеонға ҡаршы 28 атлы полк төҙөлөүе билдәле. Шул осорҙағы документтарҙы өйрәнеп, Бәләкәй Үтәш ауылында бер туған Ишмөхәмәт һәм Ишморат тигән бабайҙарҙың нәҫелдәре төпләнгән булыуы асыҡланды. Үтәштең ҡалған балаларының нәҫелдәре Оло Үтәш, Урта Үтәш, Ерек, Кәлсер-Буран (Ауырғазы районы) һәм яҡын тирәләге башҡа ауылдарҙа йәшәгәндәре теркәлгән.

1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса, Үтәш ауылында Иҫәнбай Мратбакиев (1772-1832) йорт старшинаһы булып торған. Уның биләмәһенә Сәйетбаба, Ҡолҡан, Үтәш, Йөҙимән ауылдары ингән. Был документ ошо ауыл кешеләренең яҡын туғанлыҡ ептәре булы-уын күрһәтә. Ҡолҡандан 10-12 саҡрымда “Үтәш ултырышы”, 3-4 саҡрымда “Иштей һыҙаһы”, Толпар ауылынан йыраҡ түгел “Үтәш утары” (хутор) тигән топономик атамалар бар. Быларҙы ныҡлап өйрәнәһе бар әле.

Иҫәнбай Мратбакиевтың (Бакиев тип теркәлгән мәғлүмәттәр ҙә бар) өс ҡатыны (35, 26, 43 йәштәрҙә), өс ҡыҙы була. Улдары юҡ, ике малайҙы (племянник) – Мырҙаҡайға-15, Салиҡайға - 2 йәш (Ишмөхәмәтовтарҙы) уллыҡҡа алған. Был ваҡиға Ишмөхәмәт менән Мратбаҡыйҙың туған булыуын иҫбатлай. Ишмөхәмәт үлгәс, Әбделнасир Ишбирҙин (хорунжий) боронғо йола буйынса еңгәһен – (1811 йылда 55 йәшлек) Артыҡбикәне ҡатын итеп ала. Беренсе ҡатыны Мәхүбә 1811 йылда 20 йәшлек итеп күрһәтелгән. Ишмөхәмәт Әбделнасирға туған, ағай булған. 1843 йылғы “Список уволенным от службы Штаб Обер Офицерам Зауряд Чиновникам 7 Башкирского кантона” документында Үтәшев Әлибай Тебәтов (Теләүембәтов), Үтәшев Сәлимйәғәфәр Сәғитов, Үтәшев Абдулғазый Бикбулатов, Үтәшев Әликәс (Әлмикас) Ишмөхәмәтов, Үтәшев Ғәбдүкәй Ишмөхәмәтов, Балтаев Сүрәбай Тебәтов, Балтаев Сәйфелмөлөк Ҡыҙрасов (Үтәш ауылы), Үтәшев Усман Абделмәнов, Үтәшев Әбүбәкир Әбделмәнов (Кәлсер-Буран ауылы) теркәлгән. Быларҙың барыһының да нәҫел ептәре Үтәш олатайға барып тоташҡанлығын күрһәтә.

1834 йылда Әлибай Тебәтов-Үтәшев (1779-1844) йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә. 1816 йылда ул йорт есаулы, 1850 йылда зауряд сотник вазифаһын башҡара. Уның бер туғаны итеп Сурабай Тләүмбәтов - Балтаев күрһәтелә.

Шулай итеп, Ишмөхәмәт Үтәшевтың улы Таһир Ишмөхәмәтов (1800 йылғы), Таһирҙың балалары Хәҙисә (1824), Арыҫланғәле (1832), Иҫәнғәле (1836), Тайғол (1846), Дәмин (185..). Арыҫланғәлиҙән Арслановтар, Иҫәнғәлиҙән Иҫәнғәлиндар һәм Ғәлиндар, Дәминдән Таһировтар нәҫеле таралған. Ишмөхәмәттең Әлмәкәс (1782), Әбдүкәй (1784), Ғабдулла (1803), Әбделмән (1785) улдарынан Рахманғоловтар, Ғәбдиевтар, Яхиндар, Сәйғафаровтар, Мөхәмәтйәновтар, Әбделмәнов-тар, Мөхәмәтхәсәновтар, Ҡотлоәхмәтов, Солтанморатовтар, Мырҙаҡай Ишмөхәмәтовтан (1797-1826) – Алтынсурин, Баязитовтар, Сәйфетдин Ишморатовтан (1792-1840) Рафиҡовтар, Шәриповтар нәҫеле тарала. Үҙ шәжәрәләрен барлап, туғанлыҡ ептәрен белергә теләүселәр авторға мөрәжәғәт итә ала.

Әлбиттә, Бәләкәй Үтәш ауылының тарихы бик бай һәм ҡатмарлы һәм ул ныҡлы өйрәнеүҙе талап итә. Граждандар һуғышы, колхозлашыу осоро, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, һуғыштан һуңғы йылдар хаҡында ошо ауыл кешеләре ҡыҙыҡһынып, үҙ һүҙен әйтер тип ышанам.


Читайте нас: