-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2018, 12:09

Пенсия реформаһы хаҡында

Был закон проекты халыҡ араһында ҙур резонанс тыуҙырҙы. Ә РФ Хөкүмәтенең быға үҙ ҡарашы бар һәм уның сәбәптәрен ҡарап үтәйек.

Закон проекты 16 июндә күпселек тауыш менән тәҡдим ителде һәм 19 июлдә тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде. Әммә был проектҡа бик күп өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индереләсәк. РФ Президенты Владимир Путиндың Матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков белдереүенсә, был мәсьәлә буйынса әлегә Владимир Владимирович ҡәтғи рәүештә үҙ фекерен белдермәгән. Ошо көндәрҙә иһә бер төркөм йәмәғәтселәр пенсия рефомаһын уҙғарыу буйынса халыҡтың уй-фекерен белеү маҡсатында референдум уҙғарыу мәсьәләһе менән Үҙәк һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итте. РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Эмма Памфилова белдереүенсә, өс инициатив төркөмдөң дә референдум уҙғарыу буйынса талаптары законлы. Тик уларҙың ҡайһыһының тәҡдимен һәм ниндәй һорауҙы референдумға сығарыу мәсьәләһе әлегә асыҡ ҡала. Уларҙың бергә берләшеү ихтималлығы ла, Рәсәй төбәктәренән үҙ тәҡдимдәрен хуплатып (кем тиҙерәк) ҡултамға йыйыуҙары ла бар.

РФ Хөкүмәтендә белдереүҙәренсә, әҙерләнгән закон проекты пенсия кимәлен һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ пенсия индексацияһын йыллыҡ инфляциянан күпкә арттырыуға өлгәшеү ҙә маҡсат булып тора. Унан килеп, илдә эшләүселәр һаны йылдан-йыл кәмей бара. 2019 йылда бер эшләүсегә яҡынса ике пенсионер тура киләсәк. 1970 йылда бер пенсионерға 3,7 эшләүсе кеше тура килгән. Илдә эшләүселәр һаны йыл һайын 400 мең кешегә кәмей бара. Закон проекты авторҙары шуға ла пенсия йәшен арттырыуҙы хәлдән сығыуҙың берҙән-бер юлы тип ҡарай. Ошо закон проекты буйынса ҡатын-ҡыҙҙар бөгөнгө 55 йәш урынына - 63, ирҙәр бөгөнгө 60 урынына 65 йәштән пенсияға сығырға тейеш булып сыға. Тәү сиратта был 1959 йылда тыуған ирҙәргә һәм 1964 йылда тыуған ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Улар 2020 йылда 56 һәм 61 йәштә пенсияға сығырға тейеш була. Артабанғы йылдарҙа тыуғандар өсөн пенсия йәше йыл һайын өҫтәлә барып, 63 һәм 65 йәшкә етергә тейеш. Шулай итеп, ирҙәр 2028 йылдан 65 йәштә, ә ҡатын-ҡыҙҙар 2034 йылдан 63 йәштә пенсияға сыға башлаясаҡ.

Пенсия тураһындағы законды үҙгәртеү эшләмәүсе пенсионерҙарҙың килемен 2019 йылда уҡ ай һайын 1 мең һумға арттыра барып, йылына 12 меңгә арттырыуҙы күҙаллай. Шулай уҡ граждан йыл һайын уҙған йыл менән сағыштырғанда бер мең һумға артыҡ пенсия ала башлаясаҡ.

Йәғни, әгәр ҙә граждан 2018 йылда 14 мең һум пенсия алған икән, 2019 йылда 15 мең һум буласаҡ. Йәғни йылына дөйөм алғанда 12 мең һумға пенсияһы артасаҡ.

Шулай итеп, пенсияны индексациялау 7 процент булып, күҙалланған инфляциянан (3,5 процент) ике тапҡырға артыҡ буласаҡ.

Дәүләт Думаһында закон проектын икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа тикшереү һәм ҡабул итеү депутаттар йәйге каникулдарынан сыҡҡас, көҙгә буласаҡ. Шулай итеп, закон проекты авторҙары пенсия индексацияһын инфляциянан ике тапҡырға арттырыуҙы күҙаллай. Бөгөнгө шарттарҙа, финанс мөмкинлектәр булмау сәбәпле, быны атҡарып булмаясаҡ, ти улар. Шуға ла пенсия йәшен арттырыуҙы планлаштыралар. Уларса, өлкән йәштәге кешеләрҙе әүҙемләштереп кенә уларҙың ғүмерен оҙайтыуға өлгәшеп була. Өлкәнерәк йәштә хаҡлы ялға туҡтау тормош кимәлен күтәреүгә, кешенең социаль статусын үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк, ти улар.


Читайте нас: