+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2018, 13:36

Ынйы бөртөктәрен Ғафуриҙа йыйҙыҡ 2


Таш-Аҫты ауылында Таңгөл һәм Раил Ҡаранаевтар менән осрашыу онотолмаҫлыҡ булды. Еҙем йылғаһына ҡаратып һалынған ҙур матур йорт. Ихатаһы тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, баҡсаһында күҙ яуын алырҙай сәскәләр, емеш-еләк үҫә был уңған ғаиләнең. Ғаилә башлығы Раил Ғәбделхәй улының эшмәкәрлеге тәбиғәт менән бәйле, оҙаҡ йылдар ул тәбиғәт һағында. Бар булмышы, холҡо менән ысын-ысындан тәбиғәт балаһы икәнлеге күренеп тора. «Был тирәне Раил Ҡаранаевтан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр», тиеүҙәре раҫҡа тура килде яҡташтарҙың: тәбиғәт һаҡсыһы Уҡлыҡая, Алыпҡара, Айыуосҡан ҡаялары, Ғилман ултырышы, Суйын төбө, Боҡоҙо йылғаһы һәм соҡоро, Киндерле мәмерйәһе, Шарлама, тағы әллә күпме урындарҙың тарихын, легендаларын һөйләне, үҙенең күҙәтеүҙәре буйынса теге йәки был атаманың килеп сығышын аңлатты. “Тыуған тәбиғәтен йәне-тәне менән ярата, урманда йөрөгәндә улар менән һөйләшкән һымаҡ хискә бирелеп китеп, үҙенең янында кеше барлығын да онотоп тороу ғәҙәте лә бар унда”, – тип тә әйтәләр Раил Ҡаранаев кеүектәр хаҡында. Ысынлап та шулайҙыр. Йорт хужаһының һәм хужабикәнең күңел торошо улар башҡарған изге ғәмәлдәрҙә лә күренә. Балалар йортонан етем балалар алып, уларҙы үҙҙәренекеләй күреп тәрбиәләүҙәре, ғаилә йылыһын, атай, әсәй наҙын биреүҙәре Ҡаранаевтарҙың оло йөрәкле, изге күңелле икәнлеген күрһәтә, уларға ҡарата сикһеҙ ихтирам, хөрмәт уята. Был йылылыҡты беҙгә лә татырға насип булды: йорт хужаларының изге теләктәре, тәмле аштары, тағы ла ҡунаҡҡа саҡырыуҙары студенттарға бик килеште.

Иҫке Тайышта хеҙмәт ветераны, данлыҡлы балта оҫтаһы Шәмсетдин ағай Шәфиев менән осрашыу бәхете тейҙе беҙгә. Ауылға йәм биреп ултырған ҙур күркәм йортта бөтә нәмә үҙ урынында, зауыҡ менән йыйыштырылған. Өй эсендә лә, ҡурала ла хәстәрлекле, егәрле хужаның һәм хужабикә Әсмә апайҙың тырышлығы күҙгә ташлана. Тирә-яҡ ауылдарҙа ғына түгел, районда ла танылған билдәле төҙөүсенең йәштәргә әйтер һүҙе күп ине. Заманында Имәндәш ауыл советы биләмәһендә төҙөлгән иң яуап-лы һәм мөһим объекттарҙы – Имәндәш, Иҫке Тайыш ауыл клубтары, мәктәп бинаһы, мәсет, мал фермалары, шәхси йорттар һ.б. төҙөй Шәмсетдин ағай үҙенең бригадаһы менән. Ниндәйҙер объектты башлау өсөн уның проектын төҙөү, төҙөлөш материалын етештереү: ағас ҡырҡыу, уны килтереү, таҡта ярҙырыу мәсьәләләрен үҙе хәл итә. “Уңыш сере – тәртиптә, һәр ерҙә – эштә лә, өйҙә лә тәртип кәрәк. Тәртипте иң тәүҙә үҙеңдән башлау мөһим, һин тәртипле булһаң, эргә-тирәләгеләр шуға ынтыла. Бигерәк тә етәксе кеше башҡаларға өлгө булырға те-йеш”. Әңгәмәсебеҙҙең алтынға бәрәбәр был һүҙҙәре йәштәргә генә түгел, өлкәндәр өсөн дә бик актуаль.

Шәмсетдин Шәфиев Иҫке Та-йыш һәм ул тирәләге ауылдарҙың тарихын яҡшы белеүе менән таң ҡалдырҙы. Иҫке Тайыш ауылына

нигеҙ һалыусы Тайыш исемле уҙамандың эшләгән изге эштәрен, бөгөнгө көндә артыҡ ҙур булмаған ауылда ҡасандыр өс мәсет булыуын, был тирәләге кәлсер табындары йәшәгән ауылдар Иҫке Тайыштан бүленеп сығыуын белдек. Урмансылыҡ, умартасылыҡ, төҙөлөш шөғөлдәре менән бәйле был төбәк башҡорттары телмәрендә ҡулланылған әллә күпме һүҙҙәр яҙып алдыҡ. Әсмә апай әҙерләгән мул табын артында теге йәки был ризыҡты әҙерләү серҙәренә төшөндөк.

Өсөнсө көн

Ҡаранйылға ауылында беҙҙе Раушания һәм Ғәли Әхмәтшиндар ҡаршы алды. «Бәхетленең ҡунағы бер көндә тиеүҙәре ысын икән, әле генә быйыл 11-се класты тамамлаған Илназ улыбыҙ юғары уҡыу йорттарына документтарын тапшырып ҡайтып төштө», - тип, һыйлы табынға әйҙүкләп, ихлас ҡаршыланы Раушания Мәүлембирҙе ҡыҙы. Балалары менән ғорурлана ала был ғаилә: өлкән ике ҡыҙы юғары белемле, Стәрлетамаҡ ҡалаһында тырышып хеҙмәт итә. Стәрлетамаҡ лицей-интернатын уңышлы тамамлап, Берҙәм дәүләт имтихандарынан юғары баһалар алған Илназдың да йәне теләгән уҡыу йортона инеренә шик юҡ. Өлгөр, тырыш егетте ике йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте бу-йынса республика олимпиадалары еңеүсеһе булараҡ ишетеп белә инек. Ҡыҙҙар һәм егеттәр менән уртаҡ тел тиҙ тапты, дуҫлашып та өлгөрҙө. Әсәһе менән Мәндем йылғаһы буйында бейек тауҙарға һыйынып ултырған был ауылдың иҫтәлекле изге урындарын күрһәтте, уларға бәйле ваҡиғаларҙы һөйләне. Күңелен иман нуры яҡтыртҡан хужабикә беҙҙе аяттар уҡып, изге доғалар менән оҙатып ҡалды.

Ҡаранйылғала өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан, йәштәрсә дәртләнеп донъя көткән, ҡыйып баҫҡыһыҙ баҡса үҫтергән 94 йәшлек Маһира инәй Суфиянова менән әңгәмә хәтерҙә уйылып ҡалды.

Йәш саҡтарынан бөгөнгө көнгә тиклем ауыл, район, республика кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, бихисап конкурстар лауреаты, оҙон көйлө халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Рауза инәй Дауы-

това-Суфиянова менән осрашыу мәңге онотолмаҫлыҡ булды. Рауза инәй башҡарған «Мәндем буйҡайҙары», «Аршин уҡа» йырҙары төрлө райондарҙан килгән студенттарҙы хайран итте. Бынан тыш, әңгәмәсебеҙ Ҡаранйылға ауылы тирәһендәге ер-һыу атамаларының килеп сығышын аңлатты, күренекле ғалим Жәлил Кейекбаев тураһындағы иҫтәлектәр менән бүлеште.

Бына нимәләр яҙа был осрашыу хаҡында 2-се курс студенты Гөлнәзирә Көҫәпова үҙенең юлъяҙмаһында:

... Минең группама диалектологик практиканы Ғафури ра-йонында үтеү бәхете тейҙе. Хозур тәбиғәтле районда йәшәгән кешеләре матур, ихлас, ҡунаҡсыл, тырыш. Шуларҙың береһе – Рауза инәй Дауытова. 85 йәшендә булһа ла, тауышы үтә лә көслө һәм матур! Юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, артист булыу хыялы тормошҡа ашмаһа ла, ул йәш саҡтан уҡ ауыл клубында концерттарҙа, спектаклдәрҙә әүҙем ҡатнашҡан. Баязит Бикбайҙың «Ҡарлуғас», Мөхәмәтша Буранғоловтың “Шәүрәкәй”, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” һ.б. спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарған Рауза инәй. Рауза Суфиянова башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың Зәки Мәхмүтов исемендәге асыҡ район конкурсында ҡатнашып лауреат исемен алған, талантлы йырсыны «Хазина» тапшырыуында күрһәткәндәр. Уның репертуа-рынан “Буранбай”, “Сахралар”, “Мәндем буйҡайҙары”, “Аршин уҡа”, “Бейеш” һәм башҡа бик күп оҙон көйҙәр телевидение фондында һаҡлана.

Рауза Суфиянованы тыңлап, уның көслө, моңло тауышына хайран ҡалдыҡ, ул һөйләгән легенда-риүәйәттәрҙе яҙып алдыҡ. Күпте белгән, талантлы оло кешеләргә, уларҙың һөйләгәндәренә тағы ла иғтибарлыраҡ булырға, һәр нәмәне ҡағыҙға теркәй барырға кәрәклекте нығыраҡ төшөндөк.

(Башы 60-сы һанда. Аҙағы бар).
Читайте нас: