+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2018, 14:11

Рәсәйҙәге тәүге “алтын ҡаҙаҡ”

Күптән түгел Красноусол шифаханаһы эргәһендәге Көгөш (Усолка) йылғаһының уң яҡ ярындағы ҡая киҫелеше халыҡ-ара комиссия тарафынан географик эталон объект тип танылды. Ғалимдар Көгөш киҫелешендәге тау тоҡомдарының бынан миллион йылдар элек барлыҡҡа килеүен иҫбатлаған.

Ер ҡатламында 280-300 миллион йыл элек, палеозой эраһында йәшәгән аммониттар, фузулиндар, канадонттар, мәрйен һәм башҡа төрлө бик күп ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтар тупланған. Ошоға оҡшаш ер ҡатламдары Америка, Ҡытай, Канада илдәрендә булһа ла, Башҡортостандың Көгөш йылғаһы буйындағыһы иң уникаль тип табылды. Бының менән Япония, Ҡытай һәм Италиянан килгән палеонтологтар ҙа ризалаштылар.

Ғалимдар был киҫелештең Һаҡмар ярусының түбәнге сигендәге ғәйәт ҙур, глобаль стратотип булып тороуын раҫлаған. Көгөш киҫелешендәге һәр таш – торғаны менән хазина. Бында вулканик туф ҡатламдары бар, тап уларҙа булған циркон минералы ярҙамында уран менән аҡ ҡурғаш нисбәте өйрәнелә һәм улар буйынса ятҡылыҡтарҙың йәшен теүәл билдәләп була.

Иң боронғо осорҙарҙың хисап башы итеп билдәләрлек башҡа объекттар Рәсәйҙә әлегә юҡ икән. Объектты төрлө яҡлап – изотопик һәм геохимик - тикшергәндән, магнитометриянан һуң, тап ошо урында Рәсәйҙәге тәүге “алтын ҡаҙаҡ” – бөтә донъя ғалимдары өсөн хисап нөктәһе булырлыҡ урын барлыҡҡа килде. “Алтын ҡаҙаҡ” тип геологтар ниндәй ҙә булһа бик боронғо осорҙо хисаплай башлау нөктәһен атайҙар.

Ошо урынға өс «алтын ҡаҙаҡ» ҡағыласаҡ һәм “Бөтә донъя стратиграфик шкалаһы стандарты” тип һаналасаҡ. Әлеге ваҡытта Бөтә донъя күләмендәге Ер ҡатламын өйрәнеү үҙәген төҙөү буйынса проект эштәре алып барыла. Ғалимдар әйтеүенсә, әле бик күп асыштар буласаҡ. Төрлө илдәрҙән ер ҡатламын өйрәнеүсе ғалимдар, студенттар, туристар килеүе көтөлә.


Читайте нас: