+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2018, 13:19

“Йәшлек”тәге байрамдар


Күңел асыу сараларының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Елена Рябова иң тәүҙә аниматорҙар – балалар өсөн байрам ойоштороусылар менән таныштырҙы. Сәхнәгә барыһы ла яратып өлгөргән йәнһүрәт, әкиәт, кино персонаждары – капитан Джек Воробей – Татьяна Баранова (“Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе), Стрелка – Елена Полякова (“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе), Мәскәй әбей – Елена Сәмиғуллина (район китапханаһы китапханасыһы), Фиксики – Эльвира Хөснөтдинова менән Ольга Кирдеева (район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре), Бал ҡорто Майя – Светлана Бакаева (Балалар ижады үҙәге педагогы), Доктор Айболит – Елена Рябова һәм фестивалдең ҡунаҡтары һәм шул уҡ ваҡытта жюри ҙа - район йәштәренең яҡташтар ойошмаһы рәйесе Әлиә Рәшитова һәм тәжрибәле аниматор Рәзимә Хәкимова сығыу менән балалар уларҙы алҡыштарға күмде. Ҡунаҡтар барыһын да тәбрикләп, уңыштар теләгәндән һуң, аниматорҙар сығышы башланды.

Т.Баранова “Йәш пираттар мәктәбе”ндә малай һәм ҡыҙҙарҙы караптағы ҡағиҙәләргә-командаларға төшөндөрҙө, бергәләп кеше аяғы баҫмаған утрауҙа карта буйлап аҫылташтар тултырылған серле һандыҡты эҙләнеләр, күңелле уйындар уйнанылар. Е.Полякова, С.Бакаева бейергә теләүсе бар балаларҙы йәлеп итеп, дәртле флешмобтар уҙғарҙы, Е.Сәмиғуллина, Е.Рябова уйындар уйнатты, йомаҡтар ҡойҙо, Э.Хөснөтдинова менән О.Кирдеева балаларҙың йәнһүрәт персонаждарын нисек белеүҙәрен һынап ҡараны, уйындар ойошторҙо.

Бар сығыштарҙы ла ҡарағандан һуң, жюри ағзалары еңеүселәрҙе бүләкләне. “Иң яҡшы әйҙәүсе” номинацияһында еңеп, 1-се урынға Эльвира Хөснөтдинова менән Ольга Кирдеева лайыҡ булды. “Иң яҡшы әкиәт персонажы” – Елена Сәмиғуллина, “Иң ҡыҙыҡлы уйын программаһы”нда – Татьяна Баранова, “Оҫта ойоштороусы” – Е.Полякова, “Иң яҡшы импровизатор” – С. Бакаева, “Иң позитив” аниматор тип Е.Рябова табылды.

Күркәм сараға “Быҙыбыт” өлгөлө балалар бейеү ансамбле солисы Илшат Ҡотовтың дәртле бейеүҙәре, апалы-һеңлеле Зәйнуллиналарҙың моңло йырҙары йәм өҫтәне. Балалар байрамда рәхәтләнеп күңел асты, йырланы-бейене, уйындарҙа ҡатнашты.

Ошо уҡ кистә паркта ололар өсөн ретро-дискотека һәм райондың һәүәҫкәр артистары әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт булды. Ра-йон мәҙәниәт һарайының тынлы оркестрының сығышы, уның етәксеһе Сергей Князевтың саксофонда уйнауы, Лиана Муллагилдина, Мгер Аванесян, Риф Фәтҡуллин, Марс Хәйруллиндың йырҙары барыһына ла күңелле ял минуттары бүләк итте.


Читайте нас: