+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2018, 12:24

Бал ҡортоноң балы бар, балға тиклем наҙы бар


Байрамға килеүселәрҙе ра-йон хакимиәте исеменән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов тәбрикләп, ҡортсолоҡтоң беҙҙең төбәктә йәшәгән халыҡ өсөн мөһим тармаҡ булыуын билдәләне, умартасыларға күп көс һәм оҫталыҡ талап иткән хеҙмәттәрендә уңыштар теләне. Райондың алдынғы умартасыларын район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән: “Иң тәжрибәле ҡортсо” - Михаил Филатов, “Юғары етештереүсәнле умарталыҡ” номинацияһында Илшат Ишбулатов, “Ҡортсолоҡта заманса технологияларҙы ҡулланыусы” булараҡ Марат Солтановты бүләкләне.

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм Аҡбашев, район умартасылар йәмғиәте рәйесе Рәдиф Халиҡов та йәрминкәлә ҡатнашыусыларҙы быйыл да мул уңыш алыуҙары менән ҡотланылар, байрамға килгәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙеләр.

Байрам барышында “Баллы-алмалы өҫтәл”, “Ғафури балы менән башҡорт һылыуҡайы” һәм “Таҡмаҡ башҡарыусылар” бәйгеләре үтте. “Ғафури балы менән башҡорт һылыуҡайы” конкурсында милли кейемдәге 13 һылыу ҡыҙ ҡатнашып, һәр береһе үҙе менән таныштырҙы, балды маҡтап шиғыр-йыр башҡарҙы. 1-се урынға Табын ауылынан Элина Мартемьянова, 2-сегә – Ибраһимдан Алһыу Әбделмәнова менән Динара Ғәлиуллина, 3-сө урынға Яңы Бурлы ауылынан Әлиә Хисамова лайыҡ булды.

“Баллы-алмалы өҫтәл” конкурсы ғафуриҙарҙың ҡунаҡсыл, йомарт, аш-һыуға оҫта икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Мул һыйлы өҫтәлдәргә алманан һәм балдан бәлеш-торттар, татлы эслек тултырылған алмалар, төрлө һуттар, башҡа ризыҡтар ҡуйылғайны. “Иң яҡшы баллы-алмалы өҫтәл” тип Табын ауыл биләмәһе әҙерләгән өҫтәл табылды. 2-се урын Үтәк, 3-сө – Яңғыҙҡайын мәҙәниәт йорттарына бирелде.

“Иң тәмле алма бәлеше” номинацияһында ШЭ Н.Фомин предприятиеһы еңеүсе булды. 2-се урында Үтәк мәҙәниәт йорто,

3-сөлә – Ибраһим клубы билдәләнде. “Үҙенсәлекле баллы торт” бешереп, 1-се урынға Бурлы мәҙәниәт йорто, 2-сегә – Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто, 3-сө урынға “Ғафури” ҡулланыусылар кооперативы лайыҡ булды. Шулай уҡ Бал байрамында мул һыйлы өҫтәл әҙерләп әүҙем ҡатнашҡан Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, үҙе эшләгән ағас тәпәндәрҙә йүкә, сәскә, гәрсис һәм башҡа төр үләндәрҙән йыйылған бал һатҡан Рифғәт Мөлөков (Ҡотлоғужа ауылы), шифалы сәйҙәр йыйылмалары, емеш-еләк ҡаҡтары килтергән Үтәк ауыл биләмәһе Красная Поляна ауылының уңғандары, Яңы Бурлы, Антоновка, Толпар, Үзбәк, Мораҡ, Аҡкүл мәҙәниәт йорттары, “Мельница качества” ЯСЙ-һе, ШЭ Г.Ҡаҙаҡҡолова, ағас һындар күргәҙмәһе өсөн Александр Заплатин (Аҡкүл), “Землячки” хоры, йырсы Лиана Муллагилдина, саксофонсы Сергей Князев Дипломдар менән бүләкләнде.

Ниндәй байрам йыр-бейеүһеҙ булһын инде! “Таҡмаҡ башҡарыусылар” бәйгеһе башланғас, майҙанға йыйылған халыҡ дәртле көйгә бейеп кинәнде. Конкурстың еңеүселәре тип иң йәш ҡатнашыусы Элина Мартемьянова (Табын ауылы, 1-се урын), “Землячки” хоры – 2-се, Рима Скопа (Красноусол ауылы, 3-сө урын) табылды.

Байрамды “Эксклюзив” балалар өлгөлө бейеү коллективы, “Хазина” фольклор коллективы, Эльвира Насирова менән Хызыр Нәзировтың дуэты, Мгер Аванесян, Лиана Муллагилдинаның йырҙары, Сергей Князевтың саксофон моңдары биҙәне.

Ғафуриҙар был көндө рәхәтләнеп ял итте, аҙыҡ-түлек һаҡламдарын тулыландырҙы.
Читайте нас: