+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2018, 12:10

Башҡорт халҡының рухлы төбәге

Күп милләтле Рәсәй илендә башҡорт халҡы Башҡортостан Республикаһынан тыш, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Свердловск, Пермь, Төмән өлкәһе һәм Татарстан Республикаһында йәшәй. Шулай уҡ Яҡут-Саха, Коми Республикаларында, Чита өлкәһендә, Урта Азия, Ҡаҙағстанда ла бар башҡорт халҡы.

18 августа Һарытау өлкәһе Пугачев районы Мәҡсүт ауылы янында өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең дөйөм йыйыны үтте. Республика Мәҙәниәт министрлығының Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған был сарала Башҡортостандан тарихсы Азат Ярмуллин, журналист, шағирә Лариса Абдуллина, БР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Сәйҙә Ильясова, бейеүсе, ҡурайсы Айназ Низаметдинов, Сәйетбаба ауылы тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Рәзим Мәүлетҡолов, мәғариф ветераны, ҡобайырсы Фәниә Фәйзуллина, думбырасы Данир Мәсәлимов, журналист, яҙыусы Рәйлә Сабитова һәм башҡорт халҡының милли биҙәүестәре һәм ҡул эштәренән күргәҙмә менән Ҡарлуғас Йәрмиева ҡатнашты. Төп маҡсат – Һарытау башҡорттарын башҡорт мәҙәниәте, милли кейем, биҙәүес, ҡул эштәре өлгөләре менән таныштырыу, башҡорт теленең асылын аңлатыу, уны һаҡлау буйынса йүнәлеш, кәңәштәр биреү.

Киң далала ултырған Мәҡсүт ауылында хеҙмәт һөйгән, иманлы башҡорттар йәшәй. Төбәктә колхоздар һаҡланған, фермер хужалыҡтары ла бар. Халыҡ күпләп мал аҫрай, игенселек тә киң ҡолас алған. Шәхси хужалыҡтарҙағы малдарға ҡышҡылыҡҡа бесәнде колхоз әҙерләп бирә. Дала яҡтарында ҡоролоҡ булыу арҡаһында хужалыҡтар бәрәңге сәсмәй, йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Ауыл Кәмәлек йылғаһы буйында урынлашҡан. Кәмәлек - Оло Ырғыҙ йылғаһының ҡушылдығы. Йәйге осорҙа йылғаны быуып, һыу һаҡлайҙар. Ауылдың халыҡ телендәге атамаһы – Бишул.

Башҡорт халҡы Һарытау өлкәһенең төп аҫаба халҡы иҫәпләнә. “Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, беҙ башҡорт балалары...” тип ғорурлана Мәҡсүт ауылы халҡы. Ысынлап та, башҡорт рухын һүндермәйсә, башҡорт моңон, телен юғалтмай, башҡорт милләтен йәшәтеүсе был төбәктәге милләттәштәребеҙгә һоҡланмай мөмкин түгел. Алсаҡ йөҙлө, киң күңелле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын, хеҙмәт һөйгән ир-егеттәрен күрҙек беҙ бында.

Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу кәрәклеген ата-әсәләр яҡшы аңлай һәм ауылда мәктәп асылыуын теләйҙәр. Юғары педагогик белеме булған, ошо сараны ойоштороусы һәм алып барыусы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рима Бакирова Мәҡсүт ауылында киләсәктә башҡорт теленән белемен камиллаштырып, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу теләге менән яна.

Төбәктә үткәрелгән был мәртәбәле сарала Һарытау өлкәһе губернаторы, Пугачев муниципаль районы етәксеһе, өлкә башҡорттары ҡоролтай рәйесе, райондың мәғариф, мәҙәниәт бүлеге етәкселәренең, ауылдың имам-хатибының, аҡһаҡалдарҙың, хеҙмәт ветерандары, колхоз, фермер хужалыҡтары етәкселәренең сығыштары татыулыҡ, берҙәмлек тойғоһо менән һуғарылғайны. Байрамда Мәҡсүт ауылының өлгөлө, йәш ғаиләләренә, татыу, матур парҙарға Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды. “Ауылдың киләсәге өмөтлө, башҡорт милләте, башҡорт халҡы төбәктә йәшәйәсәк”, тип белдерҙе улар ҡотлауҙарында. Ауылдың оло быуын кешеләре йәштәргә изге теләктәрен еткерҙе, башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡларға саҡырҙы.

Башҡортостан вәкилдәре Һарытау өлкәһе башҡорттарына ҡайнар сәләм еткереп, йыр-бейеү бүләк итте. Тарихсы Азат Ярмуллин тарихи мәғлүмәттәр менән теүәл белешмәләр бирһә, һүҙ оҫтаһы, шағирә Лариса Абдуллина башҡорт халҡын данлаған шиғырҙарын уҡыны. Йырсы Сәйҙә Ильясова күңелле йырҙары менән бергә йөрәктәргә үтеп инерлек халҡыбыҙҙың оҙон көйлө йырҙарын бүләк итте. Әйткәндәй, Сәйҙә Ильясова бынан 3 йыл элек ошо төбәктә, ошо ауылда булып ҡайтҡан. Һәм был осрашыуҙа йырсы башҡортса үҙе йыр өйрәткән балаларҙы сәхнәгә сығарҙы. Балалар төрлө милләт йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарҙы. Айназ Низаметдиновтың ҡурай моңдарын, бейеүен халыҡ яратып ҡабул итте. Башҡорт телен, моңон һағынған халыҡ һәр сығышты иғтибар менән тыңланы, ҡушылып йырланы, бейене, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Башҡорт халыҡ йыры “Кәмәлекәй”ҙе башҡарыусы Мәҡсүт ауылы аҡһаҡалы Рауил Таҡсуриндың йырын берәү ҙә тыныс тыңлай алмағандыр. Күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртеүсе йырсының, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, шул тиклем оҫта итеп, тәрән хис менән йырлауы барыһын да хайран ҡалдырҙы.

Сәйетбаба ауылы халҡы исеменән Рәзим Ибраһим улы сығыш яһап, бик күп белешмәләр бирҙе. Зәки Мәхмүтов призына үткәрелгән оҙон көй һәм ҡурайсылар бәйгеһе еңеүсеһе Рәйлә Сабитованың йыр-ҡурай моңдары ла халыҡҡа оҡшаны. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Р.Сабитова үҙенең китаптарын ауыл китапханаһына бүләк итте. Фәниә Фәйзуллинаның башҡорт халҡын, милләтен, милләт-ара дуҫлыҡты данлаған ҡобайыры ла алҡыштарға күмелде. Талантлы йәш егетебеҙ Данир Мәсәлимовтың думбыра моңдары күптәрҙе әсир итте. Данир бөгөнгө көндә сәнғәт юлында ныҡлы, ышаныслы аҙымдар менән атлай, үҙ студияһын булдырған, күп ерҙәрҙә сығыш яһарға өлгөргән. Ҡурайҙа, ҡумыҙҙа һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнаған йырсы егетебеҙгә артабан да уңыштар теләйбеҙ. Ҡарлуғас Йәрмиеваның милли биҙәүестәр һәм ҡул эштәре күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы, һатып алыусылар күп булды. Был сарала ҡатнашыусылар төрлө һорауҙарға яуаптар алды, төбәктең матбуғат баҫмалары өсөн белешмәләр, мәғлүмәттәр йыйҙы. Осрашыу иҫтәлеге итеп Башҡортостандан алып килгән китаптар, плакаттар, милли баҫмалар, сувенирҙар бүләк ителде. Әлбиттә, башҡорт балы һәм ҡымыҙы ла күстәнәс булды.

Һабантуй яланы төҫөн алған киң яланда шат тауыштар, йыр-моң яңғырай. Айназ Низаметдинов балаларға уҡ атыу серҙәрен өйрәтеп, ярыш ойоштороп та өлгөрҙө. Иркен яланда байрамда ҡатнашыусылар өсөн мул табын ҡоролдо. Табын артында ла фекер алышыу, аралашыу дауам итте.

Беҙҙе оҙон юлда хәүефһеҙ һәм ышаныслы йөрөтөп алып ҡайтҡан автобус водителе Алмаз Мөхәмәтғәлинға ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Киләсәктә лә дуҫлыҡ күпере ныҡ булһын, милләттәштәребеҙ менән осрашыуҙар үтеп торһон тигән теләктә ҡалды һәр кем.


Читайте нас: